Потюкаев Михаил Алексеевич
Михаил Алексеевич Потюка́ев (1913 — 1973) — Рәсәй нефтсеһе
Потюкаев Михаил Алексеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 15 июль 1913 |
Тыуған урыны | Баҡы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1973 |
Уҡыу йорто | Ишембай нефть колледжы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Белеме
үҙгәртергә1936 — Көнсығыш нефть техникумы, хәҙер Ишембай нефть колледжы
1956 — Нефть сәнәғәте академияһы
1960 — Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу политехник институты (Сығанағы: ИЭ)
Биографияһы
үҙгәртергәПотюкаев Михаил Алексеевич 1913 йылдың ноябрендә Баҡыла тыуған (хәҙер Әзербайжан).
Уның олатаһы, Потюкаев Александр Иванович, революцияға тиклем Нобелдең профессиональ училищеһын тамамлай, быраулау ҡасауҙары етештереү буйынса мастер һөнәрен ала. Әзербайжандың нефть промыслаларында эшләй. Совет осоронда белгестәре төркөмө менән Башҡортостанға күсерелә, унда «икенсе Баҡыны» үҫтереүҙә ҡатнашып, нефть сығарыу буйынса предприятие менән еәткселек итә.
Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә, Халхин-Гол алыштарында ҡатнаша.
Эш урыны: 1939 йылдан быраулау начальнигы, 1940 йылда — бүлек начальнигы, 1941 йылдан — «Ишембайнефть» тресы быраулау контораһының баш инженеры, 1942 йылдан — «Туймазанефть» 1-се тресының быраулау контораһы директоры, 1949 йылдан — «Башзападнефтеразведка» тресы идарасыһы. 1950 йылдың октябренән башлап Көнсығыш Себерҙә «Минусиннефтегазразведка» тресы идарасыһыбулып эшләй. Карьераһын Украина газ комплексы етәксеһе булып тамамлай.
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән. Улы, Потюкаев Вячеслав Михайлович, 1963 йылда Харьков дәүләт университетын тамамлағас, Шебелинский газ конденсаты ятҡылыҡтарында эшләй. Һуңынан Украинала нефть сығарыу предприятиеларында, «Харьковнефтегазразведка» тресында эшләй, нефть ятҡылыҡтары менән шөғөлләнә. Алжирҙа инспектор була, СССР Газ сәнәғәте министрлығында, һуңынан — «Газпромда», «РуссНефть» ойошмаһында эшләй.
Бүләктәре һәм исемдәре
үҙгәртергә- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950) — нефть скважиналарында тиҙ быраулау ысулдарын эшләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыуы өсөн
- Ленин ордены (1948).
Әҙәбиәт
үҙгәртергәИшимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, С.448
Һылтанмалар
үҙгәртергәhttps://web.archive.org/web/20140202154520/http://www.russneft.ru/community/info_4982.stm