Портнова Зинаида Мартыновна

Советтар Союзы Геройы, пионер-герой, партизан разведчигы

Зинаи́да Марты́новна (Зи́на) Портнова (1926 йылдың 20 февралендә, Ленинградта — 1944 йылдың 10 ғинуары, Полоцк йәки Витебск өлкәһе Полоцк районы Горяны ауылы) — Советтар Союзы Геройы (1958), пионер-герой. Совет подпольщицаһы, партизан, «Йәш үс алыусылар» йәшерен ойошма ағзаһы; Белорус ССР-ы гитлерсылар оккупациялаған территорияһында хәрәкәт иткән К. Е. Ворошилов исемендәге партизандар отряды разведчигы.

Портнова Зинаида Мартыновна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 февраль 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 15 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (17 йәш)
Вафат булған урыны Полоцк[d], Витебская область[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем төрө Үлем язаһы
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө политический активист, партизан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы Belarusian resistance movement[d], Комсомол[d], Всесоюзная пионерская организация имени В. И. Ленина[d] һәм Юные мстители[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены
Изображение памятной доски
 Портнова Зинаида Мартыновна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Зинаида Портнова 1926 йылдың 20 февралендә Ленинград ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса белорус. 7 класс тамамлаған (1941).

1941 йылдың июнь башында Витебск өлкәһе Шумилинский районы Оболь станцияһына яҡын Зуи ауылына мәктәп каникулдарын үткәрергә килә. СССР-ға гитлерсылар һөжүм иткәндән һуң, Зина Портнова оккупацияланған территорияла тороп ҡала. 1942 йылдан — буласаҡ Советтар Союзы Геройы Е. С. Зенькова етәкләгән «Йәш үс алыусылар» Оболь йәшерен ойошмаһы ағзаһы, ойошма комитеты ағзаһы. Йәшерен ойошмала ВЛКСМ сафына ҡабул ителә.

Совет тарихнамәһенә ярашлы, халыҡ араһында илбаҫарҙарға ҡаршы листовкалар таратыуҙа һәм диверсияларҙа ҡатнаша. Немец офицерҙарын әҙерләү курстары ашханаһында эшләгәндә, йәшерен ойошма күрһәтмәһе буйынса ашты ағыулай (йөҙҙән ашыу офицер һәләк була). Нацистар, һәр кешенән һәм бөтәһенән шикләнеп, енәйәтселәрҙе эҙләй башлай. Һәм Зина ла шик аҫтына эләгә, ағыуланған ашты немецтар көсләп тиерлек уға ла ашаталар. Ул өләсәһенең өйөнә нисек ҡайтҡанын ла хәтерләй алмай, ләкин өләсәһе уны үлән төнәтмәһе һәм эремсек һыуы эсерә, һөҙөмтәлә ҡыҙ тере ҡала. Әммә был ҡот осҡос хәлдән һуң ауылда ҡалыу уның өсөн үлем менән янай, Портнованы партизандар отрядына оҙаталар.

1943 йылдың авгусынан ул К. Е. Ворошилов исемендәге партизан отряды разведчигы. 1943 йылдың декабрендә, «Йәш үс алыусылар» ойошмаһының уңышһыҙлыҡтары сәбәбен белеп ҡайтыу йомошо менән килгәндә, ауылды Мостище ауылында ҡулға алына һәм Анна Храповицкая исемле берәү уны таный. Горяны ауылында (хәҙерге Белоруссияның Витебск өлкәһе Полоцк районы) гестапо һорау алғанда, тәфтишсенең өҫтәлендәге пистолетын эләктереп, уның үҙен һәм тағы ла ике гитлерсыны атып үлтерә, ҡасырға маташа, әммә тотола. Бынан һуң уны, партизандар тураһында мәғлүмәт алыу маҡсатында, айҙан артыҡ язалайҙар.

1944 йылдың 10 ғинуар иртәһендә уны Полоцк төрмәһендә (икенсе фараз буйынса — Горяны ауылында) атып үлтерәләр.

 
Оболь музейында — Зина Портнова бәйләгән салфетка
  • Санкт-Петербургтың Киров районындағы урамға Зина Портнова исеме бирелгән.
  • 1968 йылдан 2000 йылға тиклем Алыҫ диңгеҙ пароходсылығында «Зина Портнова» тигән судно булған.
  • Оболь ҡала ҡасабаһында (Беларусь):
    • Зина Портнова урамы бар,
    • мәктәп Зина Портнова исемен йөрөтә
    • был мәктәптең фойеһында бюсы һәм мемориаль таҡта ҡуйылған,
    • «Йәш үс алыусылар» йәшерен ойошмаһы музейы эшләй,
    • Нина Азолина урамында Зина Портнова йәшәгән йорт һаҡланған,
  • Оболь ҡала ҡасабаһында А215 автомобиль юлында (Белоруссия) йәшерен Оболь йәшерен төркөмөнөң әүҙем ҡатнашыусылары исемдәре, шул иҫәптән Зина Портнованың да исеме, яҙылған иҫтәлекле стена ҡоролған.
  • Шумилинский тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы алдындағы Батырҙар аллеяһындағы гранит плитаға З. М. Портнованың портреты һәм исеме сүкелеп эшләнгән.
  • Зина Портнова рәсми рәүештә Советтар Союзы«Пионер-геройҙар» исемлегенә индерелгән.
  • 1978 йылда героиняға арналған маркалы художестволы конверт нәшер ителгән.
  • Тольятти янындағы Ягодная ауылында Зина Портнова һәйкәле — элекке «Ал елкән» пионер лагеры территорияһы.
  • Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе территорияһында 8-се павильон ишеге янында Зина Портнованың скульптор Н. Конгисер яһаған бюсы ҡуйылған.
  • Рәсәй-япон-канада фэнтези жанрында эшләнгән «Беренсе отряд» анимациялы фильмы персонажы прототибы.
  • Санкт-Петербург ҡалаһы Киров районы 608-се мәктәбе эргәһендәге Зина Портнова музейы[1].
  • Санкт-Петербургтың Новгород урамында Зинаида Портнова портреты[2].

Наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Прудников С. В Петербурге открылся музей Зины Портновой. Вечерний Петербург (10 апрель 2015). Дата обращения: 2016-1-27.
  2. граффити-художники HoodGraff. Открытка с портретом Зинаиды Портновой появился на 8-ой Советской (9 май 2016).
  • Портнова Зинаида Мартыновна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 311. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Великая Отечественная война, 1941—1945 : энциклопедия / под ред. м. трудах позднего. — М. : советская энциклопедия, 1985. — С. 559—560. — 500 000 дана
  • Смирнов В. А.Портнов Зина / — Мәскәү: Боевом, 1980. — С. 101
  • Набатов Г. Комсомолка с Нарвской заставы // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  • «Пионерия Салют» — М.: издательство «сабый», 1982.
  • Портнова Зинаида Мартыновна // Военная энциклопедия / Грачёв П. С.. — Москва: Военное издательство, 2002. — Т. 6. — С. 531. — ISBN 5-203-01873-1.
  • Солодов А.С. Девочка с косичками. — М.: ДОСААФ, 1975. — С. 127
  • Портнова Зинаида Мартыновна // Великая Отечественная война 1941—1945: энциклопедия / под ред. М. М. Козлова. — М.: Советская энциклопедия, 1985. — С. 575. — 832 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә