Портал:Бөрйән районы/Бөрйән районында тыуған шәхестәр

Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы (11.04.1957) — ғалим-педагог, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы 1957 йылдың 11 апрелендә Бөрйән районының Әбделмәмбәт (Ҡыпсаҡ) ауылында, икеһе лә ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән Рәхилә Ирназарова менән Мөҙәрис Ғәликәев­тәрҙең ишле, татыу ғаилә­һендә бишенсе бала булып донъяға килә.

Тәүҙә тыуған ауылында 8-се, унан Байназарҙа урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.

Бында уға Әхнәф Кирәев, Ким Әхмәтйәнов, Абдрахман Ғәлләмов, Нәғим Ишбулатов, Марат Зәйнуллин, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Әхмәт Сөләймәнов, Ғәли Сәйетбатталов, Вәли Псәнчин кеүек күренекле ғалимдарҙан белем алыу бәхете тейә.

Студент йылдарында тел ғилеме һәм драма түңәрәктәренә йөрөй. Студенттарҙың һәм йәш ғалимдарҙың ғилми конференцияларында ҡатнаша. Ғилми йыйынтыҡтарҙа мәҡәләләре баҫылып сыға. Башҡа шәхестәр