Попова Ирена Ольгердовна

Ирина Ольгердовна Попова (1912 йыл 22 июнь3 май 2008 йыл 3 май) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Красноярск крайының Кан районы «Заветы Ильич» колхозы агрономы, Социалистик Хезмәт Геройы (1949).

Ирина Ольгердовна Попова
Эшмәкәрлек төрө:

ауыл хужалығы алдынғыһы

Тыуған көнө:

22.061912

Тыуған урыны:

Харьков

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Вафат булған көнө:

3 май 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Вафат булған урыны:

Һарытау өлкәһе

Награда һәм премиялары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 21.02.19493
Ленин ордены — 12.04.1948

БиографияһыҮҙгәртергә

Ирина Ольгердовна Попова 1912 йылдың 22 июнендә Харьков губернаһының Харьков ҡалаһында Харьков таможняһы чиновнигы булып эшләгән поляк ғаиләһендә тыуа.[1].

Граждандар һуғышы башланғас, 1918 йылның йәйенәна Винница өлкәһендә туғандарында йәшәй. 1919 йылда атаһы вафат була, ә бер туған ағаһы йәшерен рәүештә илдән ҡасырға тырыша, ләкин тотола. 1930 йылда бөтә ғаиләне Себергә Кан районына спецпоселениеға ебәрәләр. Ирена Попова Ауыл хужалыгы техникумын тамамлап Төньяк машина-трактор станцияһында, ә һуңынан Кан районының тәжрибә станцияһындә эшләй башлай.[1].

«Заветы Ильича» колхозында агроном булып 1947 йылда эшләй, эш нәтижәләре буйынса Ленин ордены менән бүләкләнә.

1948 йылғы эш нәтижәләре буйынса ул бөртөклөләрҙе ун ҡырлы сәсеү тәжрибәһен ҡуллана, был шунда уҡ бөртөклөләрҙең юғары уңышына китерә — һәр гектарҙан уртаса 30,8 центнер бойҙай алына. Дөйөм сәсеү майҙаны 287,3 гектар тәшкил итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 21 февралендәге Указы нигеҙендә ауыл хужалығында юғары нәтижәләргә ирешкәне һәм уңышты йыйып алыуҙа юғары күрһәткестәре өсөн Ирена Ольгердовна Поповага Социалистик Хезмәт Геройы исеме бирелә, ул Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән бүләкләнә.

Ауыл хужалығында арбабан да эшләүен дауам итә. Халыҡ хужалыгы ҡаҙаныштары күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша. 1958 йылдың декабрендә Һарытау өлкәһенә күсеп килә, Энгельс тирмән комбинатында агроном-орлоҡсо булып эшләй башлай. 1961 йылдан бирле райондың ауыл хужалығы идараһында эшләй. 1967 йылда хаҡлы ялға сыға.[2].

Ирина Ольгердовна Попова Энгельс ҡалаһында йәшәне, 2008 йылдың 3 майында вафат булды.

НаградаларыҮҙгәртергә

башҡа миҙалдар.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Сергей Кузоватов Попова Ирена Ольгердовна. «Герои страны» сайты. 20 апрель 2020 тикшерелгән.
  2. ТРУДОВАЯ СЛАВА. Агропромышленный комплекс - Попова Ирена Ольгердовна. trud-slava.ru. 20 апрель 2020 тикшерелгән.