Польворон (исп. polvorón); ғәрәпсә: ghurayba[1]; себуан: polboron; тагаль: pulburon) — андалус татлы печеньеһы төрө, сығышы менән Леванттан, Испания һәм Латин Америкаһында, шулай уҡ Раштыуаға әҙерләнгән Филиппин кеүек элекке испания колонияларында популяр. Уны он, шәкәр, һөт һәм сәтләүектәр ҡушып эшләйҙәр. Элегерәк польворонды ғәҙәттә сентябрь айынан алып ғинуарға тиклем бешергәндәр, әммә хәҙер йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында һатып алырға мөмкин. Андалусияла польворон һәм мантекадо етештереүсе 70-кә яҡын предприятие бар[2]

Польворон
исп. polvorón
Рәсем
Ил  Испания
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән он, шәкәр, һөт һәм миндаль[d]
 Польворон Викимилектә
Польворондың ике яртыһы

Уның төрҙәре

үҙгәртергә
 
Ҡағыҙға төрөлгән польворон

Мексикала польворондар, ғәҙәттә, төрлө байрамдарҙа һәм туйҙарҙа бирелә. Печеньеларҙы сәтләүек-пекан кеүек эшләйҙәр. АҠШ-та улар мексика туй печеньелары кеүек билдәле

Филиппин

үҙгәртергә

Филиппинда польворондың традицион бер нисә төрө бар. Был, мәҫәлән, кешью сәтләүеге менән польворон, pinipig (өлгөрөп етмәгән һыҡтырылған йәшел дөгө киҫәктәре) менән польворон, һәм хатта ер еләге менән польворон һәм туңдырма «cookies-and-cream» тәме менән польворон.

Мантекадо (Mantecado) — был польворонға ныҡ оҡшаш испан татлы печеньеһы. Мантекадо исеме manteca de cerdo iberico (иберий сусҡаһы салоһы) составына ингән атаманан килеп сыҡҡан. Әлеге ваҡытта уның составында малдар майы урынына зәйтүн майы ҡулланып әҙерләнгән төрҙәре бар.

Көньяҡ Техаста ҡайһы саҡта «Pan de Polvo» тип аталған польворондар әнис ҡушып яһала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Salloum, H. 2007. Classic Vegetarian Cooking from the Middle East and North Africa. Toronto: Interlink.
  2. Spanish mantecado: sweet treat beats economic downturn 2009 йыл 4 август архивланған.