Полоцк кенәзлеге
Полоцк кенәзлеге - (рус. По́лоцкое кня́жество), (бел. Полацкае княства) — Боронғо рус дәүләте - Киев Русенән айырылып сыҡҡан кенәзлек, ә һуңғараҡ бойондороҡһоҙлоҡ ала. XIV быуаттан Бөйөк Литва кенәзлеге составында була. Баш ҡалаһы — Полоцк (Полотеск), хәҙерге ваҡытта Белоруссияның Витебск өлкәһендәге район үҙәге.
Полоцк кенәзлеге | |
Нигеҙләү датаһы | IX быуат |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Бөйөк Литва кенәзлеге |
Административ үҙәк | Полоцк[d] |
Дәүләт башлығы | Рогволод[d], Изяслав Владимирович[d], Всеслав Изяславич[d] һәм Брячислав Изяславич[d] |
Башҡарма власть | князь полоцкий[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1397 |
Полоцк кенәзлеге Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәКенәзлектең барлыҡҡа килеүе
үҙгәртергәБеҙҙең эраның беренсе мең йыллығы уртаһында рутендарҙың (русин) Двинала ҙур баш ҡалаһы булыуы тураһында телгә алына[1].
Саксон Грамматиктың «Даттарҙың ғәмәлдәре» («Деяния датчан») тигән әҫәрендә (XII—XIII бб. сиге) Полоцкиҙы хәйлә юлы менән Полоцк батшаһы Веспасийҙы үлтереп, V—VI быуаттарҙа конунг Фродо I яулап алыуы һүәртләнә, «сөнки ҡаланы көс менән алып булмай(viribus inuictam [sc. urbem])»[2]
Йылъяҙмаларҙа Полоцк тәүге тапҡыр 862 йылда телгә алына:
В лѣто 862 приіа власть Рюрикъ и раздаіа мужемъ своимъ градъі: ѡвому Полотескъ, ѡвому Ростовъ, другому Бѣлоѡзеро.[3] |
IX быуат аҙағында кенәз Олегтың (Вещий Олег) Киевҡа күсеүе арҡаһында Новгород кенәздәре өҫтөнән Киев кенәздәре идара итә башлай. X быуат аҙағында (980 йыл) Новгород кенәзе Владимир I Святославич Полоцкиҙы талай, кенәз Рогволодты үлтерә һәм ихтыярһыҙлап, уның ҡыҙы Рогнеданы ҡатыны итеп ала һәм ҡаланы үҙ биләмәләренә ҡуша.
Лаврентий йылъяҙмаһында рус. Лаврентьевская летопись 987 йыл самаһында Рогнеда Рогволодовна ирен үлтерергә маташа, әммә был килеп сыҡмай, Владимир Святославич баярҙар кәңәше менән («Не убивай её ради дитяти сего, но воздвигни отчину отца её, и отдай ей с сыном твоим») тар-мар ителгән Полоцк кенәзлеген тергеҙергә була [4][5] , бының өсөн ул Заславль (Изяславль) ҡәлғәһен төҙөп, шунда Изяслав исемле сабыйы менән Рогнеданы күсерә. Изяслав Владимирович һуңынан Полоцк кенәздәре тоҡомон башлап ебәрә. Ул емертелгән Полоцк ҡалаһын, ҡалҡыуыраҡ ергә күсереп, тергеҙә.
Исланд сагалары бәйән итеүенсә, Полоцкиҙы 1000 йылдар тирәһендә исланд викингы-нәсрани Торвальд Кодранссон христианлыҡҡа йәлеп итә[2].
Кенәзлектең айырымланыуы
үҙгәртергәКенәзлектең Киевтан айырымланыуы Изяслав ваҡытында уҡ башлана. Полоцкиҙың үҙенең Рогволодович-Изяславичтар династияһы , уларҙың биләмәһе итеп Полоцк беркетелгән була[6]. Полоцкая ерҙәре был ваҡытҡа ярайһы киңәйә, Днепр яҡын булыуы Ҡара диңгеҙгә сығырға мөмкинлек бирә. Төрлө кәсептәр, тимер етештереү сәскә ата. Шул уҡ ваҡытта Изяславтың улы Брячислав һәм һәм атаһының туған Ярослав (Мөбрый) араһында ер өсөн низағтар занимала достаточно большую территорию Северо-Западной Руси, располагаясь в бассейне р. Западная Двина, верховьях р. [[Березина (приток Днепра, ғүмер барына сығып тора. Брячислав ҡалаһын төҙөй, Витебск һәм Усвят ҡалаларын килешеү буйынса үҙ биләмәһенә ҡуша.
Всеслав идаралығы
үҙгәртергәПолоцк кенәзлегенең иң сәскә атҡан ваҡыты Брячиславтың улы Всеслав заманына тура килә (1044—1101).
Ул үҙ кенәзлеге сиктәрен киңәйтә, Балтик буйы ҡәүемдәрен, төньяҡтан дреговичтарҙы үҙенә буйһондора[7].
Башта Ярославичтар менән татыу йәшәп, 1060 йылда Ҡара диңгеҙ буйы төркиҙәрен (торктар) яулашырға барһа ла, тора-бара Рустең төньяҡ-көнсығышын биләр өсөн Киев менән тарҡылаша башлай. Көс алышыу әле бер, әле икенсе яҡ еңеүе менән бара.Ул хатта туғандарына әсир төшөн, зинданға ла эләгә һәм һәм ҡыпсаҡтар һөжүм иткән саҡтағы болала Киев кешеләре уны ҡотҡара. Ул «Слова о полку Игореве» геройы булараҡ та тарихта ҡалған Ул 57 йыл буйы Полоцк кенәзлек итә һәм был кенәзлектең иң ҡеүәтле сағы булып тарихта ҡала (1044-1101)[8].
Всеслав Брячиславич яңы ҡалалар төҙөү, боронғоларын тәртипкә килтереү, шулай уҡ сик буйы ҡәлғәләрен нығытыу менән шөғөлләнә [9], кенәзлегендә православиеға өҫтөнлөк бирә[10].
Кенәзлектең таралыуы
үҙгәртергәВсеслав биләмәләрен («отчина») улдарына бүлеп бирә, улар артабан ерҙәрҙе бүлгеләргә тотона һәм берҙәм, ҡеүәтле кенәзлек ваҡ өлөштәргә бүленеп, ҡотолғоһоҙ рәүештә тарҡала. Башта алтыға бүленгән булһалар, һуңынан күберәк өлөштәргә тарҡалалар (Минск, Витебск, Друцк, Изяслав, Логойск, Стрежевск һәм Городцов кенәзлектәре). Иң өлкән улы Давыдта Полоцк ҡала.
XII-XV быуаттар
үҙгәртергә1132 йылда Изяслав улдарының береһе - Василько Святославич Полоцк кенәзлеген йыйнай, әммә элекке ҡеүәтен ҡайтара алмай.
XII быуатта Рогволод Борисович һәм Ростислав Глебовиче араһында тәхет өсөн аяуһыҙ көрәш тоҡана. 1150 - 1160 йылдарҙа Рогволодтың кенәзлекте берләштереү ниәте башҡа Изяславичтар арҡаһында һәм ситтән кенәз Юрий Долгорукий һәм башҡалар ҡыҫылыуы сәбәпле лә, килеп сыҡмай.
XIII быуатта немец рыцарҙары Полоцк яһаҡсыларын яулап ала.
1252 йылға Полоцк һәм башҡа ҡалалар Литва кенәзе тарафынан яуланыла.
XIII быуат аҙағында Тевтон ордены, Литва һәм Смоленск кенәздәре араһында Полоцк ерҙәре өсөн көрәш ҡыҙа һәм Литва еңеп сыға.
Скиргайло Ольгердович — Полоцк ерҙәренең формаль рәүештә һуңғы кенәзе. 1392 йылда Полоцк кенәзлеге Бөйөк Литва кенәзлегенең административ берәмегенә әйләнә.
1504 йылда кенәзлеге Полоцк воеводствоһы тип үҙгәртелә[11].
Полоцк биләмәләре
үҙгәртергә- Борисовск кенәзлеге
- Витебск кенәзлеге
- Герсикск кенәзлеге
- Городненск кенәзлеге
- Городцовск кенәзлеге
- Изяславск кенәзлеге
- Друцк кенәзлеге
- Друцко-Подберезск кенәзлеге
- Кукейносск кенәзлеге
- Лагожск (Логойск) кенәзлеге
- Лукомск кенәзлеге
- Минск кенәзлеге
- Стрежевск кенәзлеге
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәПолоцк кенәзлеге Викимилектә |
- История Полоцка
- Список князей полоцких
- Изяславичи Полоцкие
- Архитектура Полоцкого княжества
- Полоцкая земля
- Дреговичи
- Полоцкое воеводство
- Городенское княжество
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Орлов В. А., Саганович Г. Н. Десять веков белорусской истории (862-1818): События. Даты, Иллюстрации. — Вильня: Наша Будучыня, 2001. — ISBN 9986-9229-5-3.
- ↑ 2,0 2,1 Джаксон Т. Н. Austr í görðum. Древнерусские топонимы в древнескандинавских источниках. — М.: Языки славянской культуры, 2001. — (Studia historica. Series minor). — ISBN 5-94457-022-9.
- ↑ Повесть временных лет, Лаврентьевский список
- ↑ Лаврентьевская летопись
- ↑ // ПСРЛ. — 1989. т. 38.
- ↑ Самсонова М.Н. Рогволод и Рогнеда: скандинавские корни полоцкой княжеской династии // Alba Ruscia: белорусские земли на перекрестке культур и цивилизаций (X-XVI вв.) (Серия "Исторические исследования".) - М.: Квадрига, 2015. /Отв. ред. А.В.Мартынюк. - 256 с. - С. 25—26.
- ↑ Геннадий Семенчук. «Усяслаў Брачыславіч, князь полацкі (штрыхі да гістарычнага партрэта)» с. 9 - 11
- ↑ Всеслав Брячиславич[1]
- ↑ Всеслав Брачиславич, князь Полоцкий — Інстытут беларускай гісторыі і культуры. 2019 йыл 26 октябрь архивланған.
- ↑ Татищев, В. Н. История Российская: в 3 т. — М.–Л.,, 1963.. — С. Т. 2. С. 109..
- ↑ Черёмин А.А. Полоцкое княжество (IX-XIV века).- Минск: Белорусский дом печати, 2013.- 288 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Александров Д. Н., Володихин Д. М. Борьба за Полоцк между Литвой и Русью в XII—XVI веках. — М.: Аванта, 1994. — 133 с. — ISBN 5-86529-013-4
- Алексеев Л. В. Полоцкая земля (очерки истории северной Белоруссии) в IX—XIII вв. — М.: Наука, 1966. — 295 с.
- Алексеев Л. В. Полоцкая земля. // Древнерусские княжества X—XIII вв. / Отв. ред. Л. Г. Бескровный. — М.: Наука, 1975. — С. 202—239.
- Беляев И. Д. Рассказы по русской истории. Кн. 4. История Полоцка или Северо-Западной Руси от древнейших времён до Люблинской унии. — М.: Унив. тип., 1872. — 455 с.
- Ҡалып:Книга:Войтович Л.: Княжеские династии Восточной Европы
- Данилевич В. Е. Очерк истории Полоцкой земли до конца XIV столетия. — Киев: Типография Императорского университета св. Владимира, 1896. — 260 с.
- Довнар-Запольский М. В. Очерк истории Кривичской и Дреговичской земель до конца XII столетия. — Киев: Типо-лит. И. Н. Кушнерев и К°, 1891. — 170 с.
- Дук Д. У. Полацк і палачане (IX—XVIII стст.) — Наваполацк: ПДУ, 2010. — 180 с.
- Кузьмин А. В. Опыт комментария к актам Полоцкой земли второй половины XIII — начала XV в. // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. — 2007. — № 2 (28). — С. 33—42.
- Кузьмин А. В. Опыт комментария к актам Полоцкой земли второй половины XIII — начала XV в. (окончание) // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. — 2007. — № 4 (30). — С. 50—68.
- Рукавишников А. В. Почему полоцкие князья были сосланы в Византию: свидетельства источников. // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. — 2003. — № 2(12). — С. 99—111.
- Ҡалып:Книга:Рыжов К.: Все монархи мира. Россия
- Ҡалып:Книга:Богуславский В.В.: Славянская энциклопедия. Киевская Русь — Московия
- Черёмин А.А. Полоцкое княжество (IX-XIV века).- Минск: Белорусский дом печати, 2013.- 288 с.
- Штыхов Г. В. Древний Полоцк IX—XIII стст. — Минск: Наука и техника, 1975. — 134 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Belarus: Polotsk . Obsidian’s Lair: Regnal Chronologies. Дата обращения: 27 апрель 2009. Архивировано 27 август 2011 года. 2011 йыл 3 сентябрь архивланған.
- Полоцк и Новополоцк — История и культура Северной Беларуси . Дата обращения: 27 апрель 2009. Архивировано 27 август 2011 года.
- Николаев В.В. Киевская Русь в XI веке. Карта . УНПК Орловский Государственный Технический Университет. Дата обращения: 27 апрель 2009. 2011 йыл 9 июнь архивланған.