Полак Алексей Филиппович
Полак Алексей Филиппович (4 июнь 1911 йыл — 31 июль 1990 йыл) — инженер‑төҙөүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1984). РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
Полак Алексей Филиппович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 4 июнь 1911 |
Тыуған урыны | Тбилиси, Тифлис губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 31 июль 1990 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | ӨДНТУ |
Уҡыу йорто | Вена техник университеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Уҡыусылар | Латипов Валерий Мәркәз улы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАлексей Филиппович Полак 1911 йылдың 4 июнендә Рәсәй империяһының Тифлис ҡалаһында тыуған. 1934 йылда Вена политехник институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- 1935—1937 — Брянск цемент заводы төҙөлөшөндә инженер;
- 1941—1947 — Ишембай нефть промыслаларында;
- 1947—1956 — «Башнефтезаводстрой» тресы;
- 1956—1980 — Башҡорт төҙөлөш ғилми-тикшеренеү институты директоры (Өфө);
- 1971—1990 йылдарҙа — Өфө нефть институты профессоры, «Төҙөлөш конструкциялары» кафедраһы мөдире.
Бәйләүес материалдар, бетон һәм тимер‑бетон коррозияһы проблемалары өлкәһендәге белгес. Уның етәкселеге аҫтында Башҡорт төҙөлөш ғилми-тикшеренеү институты (БашНИИстрой) свай өҫтөнә фундамент төҙөү өлкәһендә илдә алдынғылыҡҡа сыға. Свай ҡатыу техникаһы (С-878, СП-49, КО-8, КО-16 агрегаттары); тупраҡты, ҡоролмалар аҫтында тупраҡ нигеҙҙең күтәрә алыу һәләтен иҫәпләү өсөн алдан тикшереп ҡарау техникаһы; элгәре-көсөргәнешле тимер конструкциялар; яңы төҙөлөш технологиялары, төҙөлөштө ойоштороу һәм идара итеү ысулдары эшләнә һәм производствоға индерелә. Төҙөлөш материалдарын етештереүҙә күп тонналы сәнәғәт ҡалдыҡтарын файҙаланыу, төҙөлөш конструкцияларын коррозиянан һаҡлау ысулдары буйынса асыштар яһалған[1].
Фальсификацияланған ғәйепләү буйынса 1937—1939 йылдарҙа төрмәлә була. 1990 йылдың 31 июлендә, 79 йәшендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында вафат була.
Алексей Филипповичтың уҡыусылары араһында — Валерий Марказович Латыпов.
Полак Алексей Филиппович 250-нән ашыу баҫма хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография авторы, 17 уйлап табыуға таныҡлыҡ эйәһе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1984),
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1980),
- БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1974),
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971),
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966),
- миҙалдар.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Инженеры Урала: Энциклопедия / Рос. инженер. акад. Ур. отд-ние; [Редкол.: Данилов Н. И. гл. ред. и др.]. — Екатеринбург : Уральский рабочий, 2001. — 695 с. — С. 437.