Покемон

япон медиафраншизаһы

Покемон ингл. Pokémon, япон. ポケットモンスター, ингл. Pocket Monster тигәндән — «кеҫә монстры»[3]}} — популяр медиафраншиза, Сатоши Таджири тарафынан 1996 йылда эшләнгән. «Покемон» тауар тамғаһына видеоуйындар эшләүсе эре фирмаларҙың береһе булған Nintendo хужа. «Покемон» иң башта Game Freak студияһы эшләгән парлы уйын булараҡ барлыҡҡа килә, тиҙҙән компьютер уйындары сериялары араһында донъяла киң таралғанлығы буйынса, Nintendo'ның тағы бер уйындар серияһы булған Mario'нан[4][5] ғына ҡалышып, икенсе урынды биләй. 2020 йылда «Покемо́н» франшизаһының дөйөм хаҡы 95 миллиард АҠШ доллары кимәлендә баһалана һәм ул бөтә медиафраншизалар тарихында иң табышлыларҙың береһе һанала. Уйын мотивтары буйынса аниме төшөрөлгән, ул донъяла иҫ киткес ҙур уңыш менән файҙалана, шулай уҡ коллекцион кәрт уйыны манга һәм башҡа эйәрсен тауарҙар һатыла. 2016 йылдың июленән iOS менән Android өсөн сығарылған һәм покемонды виртуаль өҫтәмәле реаль донъяла интерактив аулауҙан торған Pokémon Go уйыны донъяла киң таралды һәм ижтимағи шаңдау тапты.

Покемон
япон. ポケットモンスター
Логотип
Нигеҙләүсе Сатоси Тадзири[d]
Хужаһы The Pokémon Company[d]
Нәшер итеүсе Nintendo[d]
Ил  Япония
Альбом с музыкой к произведению Pokémon 25: The Album[d]
Место действия Pokémon world[d]
Происходит в вымышленном мире вселенная Покемонов[d]
Персонаждар исемлеге список персонажей из "Покемона"[d] һәм список покемонов[d]
Рәсми сайт pokemon.com/fr/
pokemon.com/us
pokemon.com/it/
pokemon.com/es/
pokemon.co.jp
Һештег Pokemon[1]
Вики-проект WikiProject Pokémon[d]
Значок
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 7 703 721 һәм 5 890 000 ± 9999[2]
 Покемон Викимилектә

«Покемон» һүҙе ғәҙәттән тыш һәләттәргә эйә йән эйәһен аңлата. Әлеге ваҡытта покемондың 893 төрө бар[6]. "Покемон"дың уйлап сығарылған тарихында покемондар тренеры тип йөрөтөлгән кеше уларҙы башҡа тренерҙарҙың покемондарына ҡаршы алышырға өйрәтә. Алыш покемондарҙың береһе һуштан яҙып ауғанға йә уның тренеры бирелгәнгә тиклем бара, хәл үлемгә тиклем еткерелмәй. Ҡағиҙә булараҡ, көслө, тәжрибәле тренерҙар хөрмәт менән файҙалана.

Төп мәғлүмәт

үҙгәртергә

Уйлап сығарылған «Покемон» донъяһы хәҙерге заман альтернативаһы антуражында эшләнгән, әммә был донъяла үҙенсәлекле заттар — покемондар йәшәй. Покемондар ярайһы уҡ аҡыллы, ҡайһылары һөйләшә белә[7]. Төрлө төрҙәре бар (әле уйындар, манга һәм аниме буйынса 805-тән ашыу төрө билдәле) һәм ғәҙәттән тыш һәләттәргә эйәләр: төрлө төрҙә төрлөсә, бынан тыш, улар төрлө типтарға — төрлө стихияға бәйле категорияларға ҡарай[~ 1][8]. Покемон тибына бәйле уға билдәле бер стихия һәләте хас, ниндәй төр һөжүмгә ҡаршы тора алыуы йәки көсһөҙлөгө һөжүменә ҡаршы тора алыуы бәйле; мәҫәлән, ут покемонына үлән йә боҙ төрҙәре ҙур зыян килтерә алмай, ләкин ул һыу йә таш һөжүмдәре алдында көсһөҙ. Покемон юер юлы ике типҡа ҡарай ала, ул сағында уларҙың һәләттәренә һәм үҙенсәлектәренә эйә була. Әгәр покемон алышта еңһә, ул тәжрибә ала, тәжрибәһе күбәйгән һайын уның кимәле һәм характеристикалары күтәрелә. Билдәле бер шарттарҙа яны (ниндәй ҙә булһа кимәлгә өлгәшкәндә, предмет ҡулланғанда) покемон эволюцияға бирелә ала — алдынғыраҡ формаға инә, яңы форма иһә алдағыһынан көслөрәк була һәм үҙ аллы төр иҫәпләнә[9].

Покемон тренеры булған кешеләр уларҙы башҡа тренерҙарҙың покемондары менән алышҡа әҙерләй. Тренерҙар үҙҙәре алыштарҙа туранан-тура ҡатнашмай: тик покемондар һуғыша, хужалары уларға ниндәй һөжүм йә һәләт ҡулланырға команда бирә. Алыш бер тренерҙың бөтә покемондары һушын юғалтып йығылып бөткәнсе йә бер тренер бирелгәнсе дауам итә, алыштар бер ҡасан да үлемгә тиклем бармай. Иң яҡшы тренеры тип үҙ покемондарын һәйбәт хәстәрләгән тренер таныла — кешенең йорт хайуандары ураһында хәстәрлек күреүенә аллюзия . Ғәҙәттә, яңы покемондарҙы тренер иректән тотоп ала: үҙенең покемондары ярҙамында ҡырағай покемонды еңә, шунан уға покебол ырғыта, покебол — шар рәүешендәге ҡулайламаһы, покемондарҙы күсереп йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән[10]. Әгәр ҙә ҡырағай покемон покеболдан ысҡына алмаһа, ул тренерға күсә. Покемондарҙың һаны сикләнмәй, әммә алты ғына затты күсереп йөрөтөргә була, ҡалғандары махсус һаҡлағыста тора, уларҙы теләһә ҡайһы ваҡытта алырға була. Ҡайһы саҡта тренерҙар покемондары менән алмаша: алмашыу — төп уйындар серияһында мөһим уйын өлөшө булып тора. Тренерҙар покемон алыштары үткәрә, улар күп йәһәттән реаль донъялағы спорт ярыштарына оҡшаш. Покемондарҙы күнектереүҙән ғәмәли файҙа юҡ, әммә ул тренерҙа яуаплылыҡ, йыйнаҡлыҡ, хәлгә инә белеү, планлаштырыу оҫталығы тәрбиәләй .

Күп тренерҙарҙың Покедексы бар, Покедекс — покемондар тураһында бөтә белешмә тупланған кеҫә электрон энциклопедияһы[11]. Тренер күреп ҡалыу менән покемон тураһында мәғлүмәт Покедексҡа эләгә, покемон тотолһа, уның тураһында тулы мәғлүмәт алып була. Төп серия уйындарында Покедексты һәр покемон тураһындағы мәғлүмәт менән тулыландырыу, йәғни алмашыу, аулап тотоу, эволюцияландырыу юлдары менән уйында булған һәр покемонды ҡулдан үткәреү төп маҡсат һанала. Тренерҙың икенсе маҡсаты — иң көслө тренерҙарҙың береһе, покемон Оҫтаһы булыу.

Видеоуйындар

үҙгәртергә

Сығыу хронологияһы буйынса уйындар серияһын быуындарға бүләләр. Һәр быуын төп сериялағы бер пар уйындың портатив уйын системаһына сығыуынан башлана. Ҡағиҙә булараҡ, был ике уйын бер-береһенән аулана торған покемондар менән генә айырыла. Әлеге ваҡытта һигеҙ быуын бар. Һәр быуындан покемондарҙың төрҙәре күбәйә һәм уйынға яңылыҡтар индерелә бара. Төп уйындар серияһы япон ролле уйындар жанрынла эшләнгән, ә күп һанлы тармаҡ уйындар төрлө жанрҙарҙа була[12].

Pokémon Sun и MoonPokémon Omega Ruby и Alpha SapphirePokémon X и YPokémon Black 2 и White 2Pokémon Black и WhitePokémon HeartGold и SoulSilverPokémon PlatinumPokémon Diamond и PearlPokémon EmeraldPokémon FireRed и LeafGreenPokémon Ruby и SapphirePokémon CrystalPokémon Gold и SilverPokémon YellowPokémon Red и Blue

Төп серияһы

үҙгәртергә
 
Серияның рәсми инглиз һәм халыҡ-ара логотибы.
Беренсе быуын
үҙгәртергә

Башта «Покемон» Game Boy портатив уйын системаһы өсөн ике видеоуйын булараҡ барлыҡҡа килә, уларҙы 1996 йылда Game Freak сиудияһы эшләй. Серияның тәүге уйындарында, Pokémon Red һәм Green (көнбайыш сығарылышта — Red һәм Blue[13]), 151 покемон төрө була, ә ваҡиғалар уйлап сығарылған Канто төбәгендә бара. Мотивтар буйынса аниме сыҡҡас, Pokémon Yellow тигән уйын эшләнә, ул анимеға нығыраҡ яҡын Red һәм Blue уйындарынан тора. Элгәрге уйындар уңышы тулҡынында Nintendo 64 уйын приставкаһы өсөн Pokémon Stadium уйынын сығара, унда уйынсыға, покемондар командаһын һайлап, алыштарҙа билдәле бер ҡағиҙәләр буйынса уйнарға кәрәк була. Һуңыраҡ Pokémon Stadium 2 барлыҡҡа килә, ул көнбайыш илдәрендә Pokémon Stadium булараҡ билдәле. Унда покемондарҙың 151 төрө була.

Икенсе быуын
үҙгәртергә
 
«Покемон» стилендә биҙәлгән Game Boy Color. Унда Пикачу һәм Пичу покемондары төшөрөлгән.

Pokémon Gold һәм Silver'ҙа, Red, Blue һәм Yellow сиквелында, яңылыҡтар күп була, улар серияның артабанғы уйындарында ла ҡулланыла, мәҫәлән, реаль ваҡытта көн һәм төн алмашыныуы, покемондарҙың енес буйынса бүленеше, балҡыусы покемондар[~ 2], шулай уҡ Покегир — мобиль телефон, календарь, карта һәм радиоалғыстар функцияларын башҡарыусы аппарат. Шулай уҡ покемон төрҙәре һаны арта һәм 251-гә етә[14]. Gold һәм Silver ваҡиғалары Джото төбәгендә бара, Кантоға ла барып сығыу мөмкинлеге була. Gold һәм Silver сыҡҡас, Stadium Pokémon дауамдары ла тәҡдим ителә: Pokémon Stadium 2, Японияла ул Pokémon Stadium GS тигән исем менән билдәле, шулай уҡ Pokémon Crystal[15]. Crystal'да тәүләп покемондарҙың һуғышы анимацияһы, ҡыҙ персонаж өсөн уйнау, шулай уҡ Алыштар Башняһы барлыҡҡа килә.

Өсөнсө быуын
үҙгәртергә

2002 йылдың 21 ноябрендә өсөнсө быуындың тәүге уйындары — Pokémon Ruby һәм Sapphire — сыға. Уларҙа ваҡиғалар Хоэнн төбәгендә, Канто һәм Джото төбәгенән алыҫта, бара. Яңылыҡтар: покемондарҙың яңы 135 төрө (өсөнсө быуында улар бөтәһе 386), еләк үҫтереү мөмкинлеге, покемон конкурстары, икәүгә икәү алыштары (элек һәр яҡтан берәр генә покемон алыша)[15]. 2004 йылдың мартында Nintendo GameCube приставкаһы өсөн Pokémon Colosseum эшләнә: стационар консолдә «Покемон» ғаләме буйынса беренсе япон ролле уйыны. Оҙаҡламай Pokémon Box Ruby Sapphire һатыла башлай, ул уйын түгел, әммә уның ярҙамында Game Boy Advance өсөн уйындарҙа тотолған покемондарҙы GameCube хәтер картаһында һаҡларға мөмкин була. Ошо уҡ йылда Pokémon FireRed һәм LeafGreen сыға, улар серияның тәүге уйындары Red Pokémon һәм Pokémon Blue ремейкы була. FireRed һәм LeafGreen Ruby һәм Sapphire движогында эшләнә, һәм шунлыҡтан уларҙа күп ҡулланыусы уйыны мөмкинлеге тыуа[16]. Ремейкта Севии утрауҙары, шулай уҡ серияла беренсе тапҡыр — уйын ярҙамында сым буйынса Game Boy Advance Wireless Adapter ярҙамында сымһыҙ протокол буйынса күп ҡулланыусылы уйын мөмкинлеге барлыҡҡа килә[17]. 2005 йылдың апрелендә Emerald Pokémon — Ruby һәм Sapphireға өҫтәмә — барлыҡа килә. Уның төп айырмалары — бер аҙ киңәтелгән сюжет һыҙығы, покемондарҙың Crystalдағы кеүек анимацияһы (шул ваҡыттан ул серияның стандартына әүерелә), шулай уҡ яңы локация — Хәрби Рубеж барлыҡҡа килә, унда алыштар ете төрлө махсус дисциплина буйынса айырым ҡағиҙәләр буйынса үтә. FireRed һәм LeafGreen кеүек үк Emerald та сымһыҙ бәйләнеш менән эшләй[18]. Emerald сыҡҡандан һуң, Pokémon XD: Gale of Darkness , Colosseumдың дауамы, донъя күрә.

Дүртенсе быуын
үҙгәртергә

2007 йылдың апрелендә Nintendo DS портатив системаһы өсөн дүртенсе быуындың тәүге уйындары булған Pokémon Diamond һәм Pear релизы үтә. Төп серияла тәүге тапҡыр өсүлсәмле графика ҡулланыла, покемондар Интернет аша һуғыша һәм үҙгәрә ала башлай, шулай уҡ покемондарҙың яңы 107 төрө барлыҡҡа килә. Уйын хәрәкәттәре Синно төбәгендә бара. Ошо уҡ йылдың июнендә Nintendo Wiiҙа «Покемон» буйынса беренсе уйын — Revolution Pokémon Battle сыға. Унда Pokémon Stadium һәм Pokémon Stadium 2 идеяһы дауам ителә. 2008 йылдың апрелендә WiiWare өсөн My Pokémon Ranch барлыҡҡа килә. 2009 йылдың мартында Pokémon Platinum сыға. Уға яңы мини-уйындар, локациялар, Emeraldтағы кеүек Хәрби Рубеж индерелә. 2010 йылда Pokémon HeartGold һәм SoulSilver  — икенсе быуын уйындары Gold һәм Silverҙың Nintendo DS өсөн ремейктары барлыҡҡа килә. HeartGold һәм SoulSilver комплектына Покеволкер — аҙым үлсәгес инә, уның хәтеренә уйындағы покемондарҙы тейәп була. Аҙым үлсәгес ни тиклем күберәк аҙым иҫәпләһә, уға тейәлгән покемон шул тиклем күберәк тәжрибә туплай.

Бишенсе быуын
үҙгәртергә

2010 йылдың 18 сентябрендә Pokémon Black һәм White  — бишенсе быуындың беренсе уйындары сыға. Унда покемондарҙың 156 яңы төрө, йыл миҙгелдәре алмашыныу, өскә өс алыштары инә. Бишенсе быуындың хәрби хәрәкәттәре Юнова төбәгендә бара, элгәрге төбәктәрҙән айырмалы, ул Японияла түгел, ә Нью-Йорк (АҠШ) тирәһендә[19][20]. 2012 йылдың июлендә Японияла Pokémon Black 2 һәм White 2, Black һәм White'тың дауамы сыға[21].

Алтынсы быуын
үҙгәртергә

2013 йылдың 8 ғинуарында Nintendo Nintendo 3DS өсөн алтынсы быуын уйындарын — Pokémon "mwAR8" һәм "mwASA" уйындарын — тәҡдим итә. Уйындар бөтә донъяла 2013 йылдың октябрендә бер юлы сыға[22]. Алтынсы быуында тәүләп Францияла нигеҙләнгән Калос төбәге барлыҡҡа килә. Был уйындар тулыһынса өс үлсәмле графикала эшләнгән тәүге уйындар була. «Покемон» ғаләменә һәм уйын механикаһына күп яңылыҡтар индерелә: тылсымлы покемондар, покемонға ваҡытлыса үтә көслөгә әүерелеү мөмкинлеген биргән мега-эволюциялар, үҙеңдең уйын персонаждарының ҡиәфәтен һәм кейемен алмаштырыу мөмкинлеге, осар покемондар ғына ҡатнаша алған «һауа һуғыштары», покемондың кәрәкле таҫылдарын арттырырға мөмкинлек биргән «супер-күнекмә» һәм Pokémon Amie — уйынсыға үҙ покемоны менән бәйләнештә тороу мөмкинлеген биргән мини-уйын[23]. 2014 йылда Nintendo 3DS өсөн Pokemon Omega Ruby һәм Pokemon Alpha Sapphire — өсөнсө быуындың Ruby һәм Saphire уйындары ремейкы — сыға.

Етенсе быуын
үҙгәртергә

2016 йылдың 25 февралендә Nintendo 3DS системаһы өсөн етенсе быуын уйындары — Pokémon Sun һәм Moon тәҡдим ителә. Уларҙа һәр версия өсөн эксклюзив покемондар бирелә. Pokémon Sun шулай уҡ Nintendo 3DSсистемаһына ҡуйылған ваҡытта хәрәкәт итә, ә Moon Pokémon уйындары шул ваҡыттан 12 сәғәткә сигендерелгән була. Уйындар 18 ноябрҙә Японияла һәм АҠШ-та, 23 ноябрҙә Европала сыға. Йәнә серле йән эйәләре — ультрағифриттәр индерелә, улар бик көслө була һәм кешеләргә лә, покемондарға ла ҡурҡыныс менән янай. Уйындар Гавайҙағы Алола төбәгендә бара. Pokémon Amie'ға ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелә, уйында был функция Pokémon Refresh тигән атама ала. HM функциялары менән алыу (Machine Hidden), һәм уны алмаштырырға Ride Poké килә. Был уйында покедекс итеп Ротомдекс (Rotom Pokédex) күрһәтелә. Күберәк эшләргә, яҙырға тураһында ябай мәғлүмәт ҡарағанда покемон. Ротомдекс һинең ғәмәлдәге урыныңды күрһәтә һәм башҡа персонаждар менән әңгәмәләргә ҡоролған картала билдәләр ҡалдыра.ң. Шулай уҡ ул Poké Finder'ҙы ҡулланыу мөмкинлеген бирә. Z-хәрәкәттәр — ҡеүәтле атакалар индерелә; алыштарҙың яңы форматы — Battle Royal һәм гиперкүнекмәләр барлыҡҡа килә. 2017 йылдың ноябрендә Pokémon Ultra Sun һәм Ultra Moon сыға.

2018 йылдың 16 ноябрендә Nintendo Switch өсөн Pokémon let 's Go Pikachu һәм Pokemon let' s Go Eevee (Pokémon Yellow'ҙың ремейктары) сығарыла. Уйындар ете төп классик уйын һәм Pokémon Go уйыны ҡатнашмаһынан ғибәрәт. Был уйындар төбәге — Канто. Беренсе быуындан 151 покемон (йәнә ике мистик покемон — Мелтан һәм Мелметал[24]) ҡатнаша.

Һигеҙенсе быуын
үҙгәртергә

2017 йылда Е3-тә Nintendo Switch өсөн серияның яңы төп уйындары анонслана. Pokémon Let’s Go Pikachu и Pokemon Let’s Go Eevee анонсы менән бергә яңы уйындарҙың 2019 йылда сығасағы иғлан ителә.

2019 йылдың 27 февралендә Pokémon Sword һәм Shield уйындарының 15 ноябрҙә сығасағы анонслана.

Pokémon Red һәм Green уңыш ҡаҙанғас, башҡаларына ла аниме-экранлаштырыу эшләргә ҡарар ителә[25]. Сериалды Oriental Light Magic студияһы төшөрә, финанс ярҙамын Nintendo, TV Tokyo һәм Shogakukan күрһәтә[26][27]. «Покемон! Мин һине һайлайым!» тигән беренсе среия 1997 йылдың 1 апрелендә күрһәтелә[28]. Шунан бирле 800-ҙән ашыу серия сыға, ул әле лә дауам итә. «Покемон» буйынса тулы метражлы фильмдар ҙа бар, ҡайһылары кинотеатрҙа күрһәтелә[29]. Ҡыҫҡа метражлы фильмдар ҙа сыға. 2018 йылға ҡарата 20 тулы метражлы[~ 3] һәм 27 ҡыҫҡа метражлы фильм сыҡҡан.

Барлыҡҡа килеү тарихы

үҙгәртергә

Бала сағында геймдизайнер Сатоси Тадзири бөжәктәр йыйылмаһы эшләү менән мауыҡҡан була. Ул ваҡытта Японияла был шөғөл бик популяр була. Балалар тере бөжәктәрҙе аулай, йыя, бер-береһе менән алмаша[30]. Ваҡыт үтеү менән Тадзири Токиоға күсә, унда компьютер уйындары менән етди мауыға[31].

90-сы йылдар башында Game Boy портатив уйын системаһы сыға[30]. Тадзириҙың башында йән эйәләренә оҡшаш заттарҙы аулауҙан торған компьютер уйыны эшләү фекере тыуа. Һуңғараҡ был заттарҙы үҙ-ара һуғыштырыу идеяһы барлыҡҡа килә.

Башта проект Capsule Monsters («капсулалы монстрҙар») тип атала, әммә сауҙа маркаһын теркәү ҡыйынлығы арҡаһында тәүҙә уны Capumon, шунан Kapumon тиҙәр, ниһайәт, Pocket Monsters тигән атамаға туҡтайҙар[32][33]. Таджири башта Nintendo уның уйынын ҡабул итмәҫ, тип уйлай, сөнки уның идеяһы компания етәкселегенә аңлашылып бөтмәй. Проектты эшләгән фирма Freak Game финанс кризисына тарый, Таджири хеҙмәткәрҙәренә түләй алмаҫ була, үҙе атаһының аҡсаһына көн итә[28]. Әммә шул ваҡыт ярҙам килә: Шигеру Миямото, Таджириҙың бала саҡ кумиры, финанслауға аҡса бүлә[34].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всего существует 18 типов: огненный, водный, травяной, электрический, обычный (без особой принадлежности к стихии), летающий, ледяной, призрачный, тёмный, стальной, каменный, земляной, психический (экстрасенсорные способности), насекомый, драконий, ядовитый, волшебный и боевой (мастера боевых искусств).
  2. Сияющие покемоны — покемоны, отличающиеся от обычных цветом и более высокими характеристиками. Сияющие покемоны крайне редки.
  3. 14-й фильм вышел в двух вариантах, слегка отличающихся друг от друга сюжетом.

Сығанаҡтарға һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. (1) #Pokemon - Twitter Search / Twitter
  2. Интерфейс программирования приложения YouTube
  3. Свайдер, Мэтт The Pokemon Series Pokedex @ Gaming Target. Gaming Target. Gaming Target. Дата обращения: 19 июнь 2012. Архивировано 20 май 2012 года.
  4. Бойез, Эмма UK paper names top game franchises. GameSpot (10 ғинуар 2007). Дата обращения: 19 июнь 2012. Архивировано 20 май 2012 года.
  5. Говорун, Константин. Легенда о Зельде. Страна игр (29 ғинуар 2009). Дата обращения: 12 февраль 2012. 2012 йыл 31 июль архивланған.
  6. X & Y Pokédex. Serebii.net. Дата обращения: 19 октябрь 2013. Архивировано 8 ғинуар 2014 года.
  7. Иванов, Борис. Мир сериала «Pocket Monsters». Аниме и манга в России. Дата обращения: 25 март 2012. Архивировано 29 октябрь 2012 года. 2012 йыл 29 октябрь архивланған.
  8. МакДональд, Кеза. The Five Secrets of Pokemon. IGN. Дата обращения: 11 октябрь 2011. Архивировано 20 май 2012 года. 2012 йыл 19 апрель архивланған.
  9. The Making of Pokémon. Warner Bros. Дата обращения: 1 март 2012. Архивировано 20 май 2012 года.
  10. Груша, Константин; Коконев, Дмитрий Покемоны атакуют! (рус.) // Страна игр. — Gameland, Февраль 2012. — Т. 2. — С. 71—74.
  11. Official Pokémon Scenario Guide Diamond and Pearl version. — Nintendo. — С. 28.
  12. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Retrospective төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  13. Команда EGM What's the Deal with Pokémon? (инг.) // Electronic Gaming Monthly : magazine. — EGM Media, 1999 года. — № 124. — С. 216.
  14. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Retrospective2 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  15. 15,0 15,1 Томас, Лукас М. The Pokemon Retrospective. IGN (9 апрель 2010). Дата обращения: 11 октябрь 2011. Архивировано 20 май 2012 года. 2011 йыл 21 август архивланған.
  16. Харрис, Крэйг. More Pokemon for GBA. IGN (12 сентябрь 2003). Дата обращения: 19 июнь 2012. Архивировано 18 август 2011 года. 2011 йыл 16 июнь архивланған.
  17. Томас, Лукас М. The Pokemon Retrospective. IGN (9 апрель 2010). Дата обращения: 12 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года. 2011 йыл 23 август архивланған.
  18. Томас, Лукас М. The Pokemon Retrospective. IGN (9 апрель 2010). Дата обращения: 12 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года. 2011 йыл 21 август архивланған.
  19. ДеВрие, Джек Pokemon Black Review. IGN (5 март 2011). Дата обращения: 18 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года. 2012 йыл 21 ғинуар архивланған.
  20. Ивата спрашивает: Pokémon Black Version и Pokémon White Version (16 март 2011). Дата обращения: 17 октябрь 2011. Архивировано 23 ғинуар 2012 года.
  21. POKÉMON BLACK VERSION 2 AND POKÉMON WHITE VERSION 2 ANNOUNCED (27 февраль 2012). Дата обращения: 27 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года. 2012 йыл 5 март архивланған.
  22. Pokémon X & Y Arrives on 3DS Worldwide in October. Anime News Network. Дата обращения: 1 февраль 2013.
  23. Pokemon X and Y Review. IGN. Дата обращения: 4 октябрь 2013.
  24. Кто такой Мелтан? pokemonletsgo.pokemon.com. Дата обращения: 16 ноябрь 2018.
  25. The Pokemon TV Retrospective. IGN (10 февраль 2011). Дата обращения: 18 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.
  26. Общая информация о сериале «Pocket Monsters». Аниме и манга в России. Дата обращения: 19 февраль 2012. Архивировано 29 октябрь 2012 года. 2012 йыл 29 октябрь архивланған.
  27. Pokémon (TV). Anime News Network. Дата обращения: 18 февраль 2012.
  28. 28,0 28,1 Вся правда о покемонах. Домашний компьютер (1 декабрь 2001). Дата обращения: 26 февраль 2012. Архивировано 30 июнь 2013 года. 2013 йыл 1 июль архивланған.
  29. The Pokemon TV Retrospective. IGN (10 февраль 2011). Дата обращения: 18 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.
  30. 30,0 30,1 The Ultimate Game Freak. Time (22 ноябрь 1999). Дата обращения: 25 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года. 2012 йыл 16 август архивланған.
  31. To Our Readers. Time (22 ноябрь 1999). Дата обращения: 25 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года. 2012 йыл 21 май архивланған.
  32. 写真で綴るレベルX~完全保存版!. AllAbout.co.jp (18 февраль 2004). Дата обращения: 19 июнь 2012. Архивировано 20 май 2012 года.
  33. Томисава, Акихито. ゲームフリーク 遊びの世界標準を塗り替えるクリエイティブ集団. — 2000. — ISBN 4840101183.
  34. Чуа-Эоан, Говард, Леример, Тим. Beware of the Pokemania, Time, Time Inc. (19 ноябрь 1999). 2013 йыл 17 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә