Позерн Борис Павлович

Позерн Борис Павлович (7 июль 1882 йыл — 25 февраль 1939 йыл) — СССР партия һәм дәүләт эшмәкәре, РСДРП-ның II съезына тиклем партстажы булған совет власы өсөн көрәшкән етәкселәрҙең береһе. СССР НКВД-ның махсус тройкаһы составына инә.

Позерн Борис Павлович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 7 июль 1882({{padleft:1882|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Түбәнге Новгород, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 25 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (56 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[2]
Ҡатнашыусы IV съезд РСДРП[d], VI съезд РСДРП(б)[d], РКП(б)-ның XIII съезы[d], ВКП(б)-ның XIV съезы[d], ВКП(б)-ның XV съезы[d], ВКП(б)-ның XVI съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Ойошма ағзаһы Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Общество старых большевиков[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Түбәнге Новгородта тыуған, милләте буйынса немец. 1902 йылдан — РСДРП ағзаһы. 1903—1917 йылдарҙа Түбәнге Новгородта, Һамарҙа, Мәскәүҙә, Вологдала, Минскиҙа партия эшен алып бара. Күп тапҡыр ҡулға алына. Партия ҡушаматтары: Западный, Степан Злобин[3].

Февраль революцияһынан һуң Минск советының беренсе рәйесе була. I Бөтә Рәсәй Советтар съезы делегаты, ВЦИК-тың ағзаһы. 1917 йылдың июленән — РСДРП(б)-ның Петербург комитеты ағзаһы, РСДРП-ның IV съезы делегаты. Октябрь ихтилалы алдынан РСДРП(б)-ның Үҙәк Комитеты тарафынан Псковҡа ебәрелә, унда Төньяҡ фронты штабы урынлашҡан була, Октябрь революцияһынан һуң — Төньяҡ фронты штабы комиссары. 1918 йылдың март-май айҙарында — Петроград хеҙмәт коммунаһының хәрби эштәр буйынса ағзаһы. 1918 йылдың майынан 1919 йылдың майы тиклем — Петроград хәрби коммунаһы комиссары. 1918 йылдың июнендә үлем язаһына ҡаршы сығыш яһай[4]. 1918 йылдың 6 сентябренән 1919 йылдың 20 майына тиклем — Петроград хәрби округы комиссары. 1918 йылдың декабрь айында Балтик флотының хәрби советы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. 1919 йылдың 5 июненән алып 5 авгусҡа тиклем — Көнбайыш фронтының РВС-ның ағзаһы, 1919 йылдың 4 авгусынан 1920 йылдың 15 ғинуарына тиклем авгусҡа тиклем 15 — Көнсығыш фронтының, 1920 йылдың 3 февраленән 15 декабренә тиклем — 5-се армия РВС-ның ағзаһы[5].

1921—1922 йылдарҙа — РСФСР ВСНХ-ның туҡыу сәнәғәте баш идаралығының рәйесе. 1922 йылдан — партия эшендә. 1926—1929 йылдарҙа — Ленинградта Наркомпростың тулы хоҡуҡлы вәкиле, Зиновьев исемендәге Коммунистик университеты ректоры. 1925 йылдан — Ленинград губерна комитеты секретары, һуңынан ВКП(б)-ның өлкә комитетының (секретары. 1929—1933 йылдарҙа — ВКП(б)е-ның Ленинград өлкә комитеты секретары, һуңынан өлкә комитетының мәҙәниәт һәм пропаганда бүлеге мөдире. ВКП(б)-ның Үҙәк Контроль комиссияһы ағзаһы (1923—1930). Партияның XIII, XIV һәм XV съездарында Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана, партияның XVI и XVII съездарында — ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат (1930 йыл)[6].

1937—1938 йылдарҙа — прокурор Ленинград өлкәһе прокуроры[3]. СССР НКВД-һы тарафынан 1937 йылдың 30 июлендәге 00447-се һанлы бойороғона ярашлы Ленинградта булдырылған «махсус тройка» составына инә[7], Ленинградта «халыҡ дошмандарының» атып үлетереү исемлектәренә ҡул ҡуя, йәғни репрессияларҙа ҡатнашаref>Сталинский план по уничтожению народа: Подготовка и реализация приказа НКВД № 00447 «Об операции по репрессированию бывших кулаков, уголовников и других антисоветских элементов» // Архив Александра Н. Яковлева</ref>.

Йомғаҡлау этабы

үҙгәртергә

1938 йылдың 9 июлендә Б. А. Позерн үҙе «халыҡ дошманы» булараҡ ҡулға алына, хөкөмгә тарттырыла һәм атып үлтереүгә хөкөм ителә. Приговор 1939 йылдың 25 февралендә үтәлә. 1957 йылда аҡлана[3].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Коммунистическая партия и крестьянство. Л., Прибой, 1925
  • Оппозиция на XV партконференции. Л., Прибой, 1927
  • Как оппозиция «обороняет» СССР. Л., Прибой, 1928
  • В ответ вредителям и интервентам усилим оборону СССР. Л., Прибой, 1931

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Позерн Борис Павлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Синельникова Е. Ф. Русское палеонтологическое общество и власть в 1916–1920-е гг., The Paleontological Society of Russia and the Regime in the 1916–1920s (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2017. — Т. 9, вып. 1. — С. 7—28. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
  3. 3,0 3,1 3,2 Позерн Борис Павлович. // Псковская энциклопедия. Главный редактор — А. И. Лобачёв, д. и. н. Псков, Псковское региональное общественное учреждение — издательство «Псковская энциклопедия», 2007.
  4. См.: Ратьковский И. С. Красный террор и деятельность ВЧК в 1918 году. — СПб.: Изд-во С.-Петерб. ун-та, 2006. — с. 119.
  5. С. З. Байкулова, к. и. н., Я. Ю. Матвеева. Руководители Санкт-Петербурга. — Санкт-Петербург : Нева ; Москва : ОЛМА-Пресс, 2003. — ISBN 5-7654-2114-8 ISBN 5-224-04128-7. — С. 429—431. — [1]
  6. [ Позерн Борис Павлович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә.
  7. Составы троек в 1937−1938 годах // Сайт Nkvd.memo.ru

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Позерн Борис Павлович // ЦЕНТРАЛЬНЫЙ КОМИТЕТ КПСС, ВКП(б), РКП(б), РСДРП(б): * Историко-биографический справочник / Сост. Горячев Ю. В. — М.: Издательский дом «Парад», 2005. — 496 с.: илл. — ISBN 5-8061-0062-6.

Ҡалып:Командующие Ленинградским военным округом Ҡалып:Члены особых троек НКВД СССР