Плетенева Зоя Ивановна (20 октябрь 1926, Чимошур ауылы, хәҙер Удмурт Республикаһы — 28 май 2012, Ҡурған өлкәһе) — Ҡурған өлкәһенең Лебяжье районы «Восток» колхозының быҙау ҡараусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

Плетенёва Зоя Ивановна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 20 октябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Удмурт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], Игра районы[d]
Вафат булған көнө 28 май 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Ҡурған өлкәһе
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Золотая медаль ВДНХ Социалистик Хеҙмәт Геройы

БиографияһыҮҙгәртергә

Зоя Ивановна Плетенева 1926 йылдың 20 октябрендә Удмурт автономиялы өлкәһенең Глазов өйәҙе Чимошур ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хәҙер ауыл Удмурт Республикаһының Игра районы «Кабачигурт» муниципаль берәмегенә инә.

Башланғыс белем алғандан һуң үҙ ата-әсәһе хужалығында эшләй. 1938 йылда урындағы «Чимошур» колхозында эшләй башлай.

1965 йылдан Ҡурған өлкәһенең Лебяжье районы Плоское ауыл Советының Плоское ауылында йәшәй, унда Лебяжье районының «Восток» колхозының быҙау ҡараусы булып эшләй. 1968 йылда КПСС сафына инә.

Йыл һайын быҙау үҫтереү буйынса планды арттырып үтәй. Лебяжье районында иң яҡшы быҙау ҡараусы булып китә. СССР Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 6 сентябрендәге указы менән, Бөтә Союз социалистик ярышта юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне һәм 1972—1973 йылдарҙың ҡышҡы осорона малсылыҡ продукттарын етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырыу буйынса ҡабул иткән социалистик йөкләмәләрен үтәүҙә күрһәткән хеҙмәт ҡыйыулығы өсөн, Зоя Ивановна Плетеневаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Мәскәүҙә Бөтә союз күргәҙмәһе ВДНХ-ла ҡатнаша, унда алтын миҙал ала.

Күп тапҡыр КПСС-тың Ҡурған өлкә комитеты ағзаһы итеп һайлана.

Зоя Ивановна Плетенева 2012 йылдың 28 майында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

- Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1973 йылдың 6 сентябрендәге СССР Юғары Советы президиумы указы

-- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы

-- Ленин ордены

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)

- «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Ленин тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы» юбилей миҙалы

- ВДНХ-ның алтын миҙалы

- Лебяжье районының почетлы гражданы[1]

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

СығанаҡтарҮҙгәртергә

Плетенёва Зоя Ивановна. «Герои страны» сайты.