Макс Планк
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Айсар мөхәррирләй. Ошо иҫкәртмә алынғансы, был мәҡәләгә үҙгәртеүҙәр индермәй тороғоҙ, юғиһә мөхәррирләү конфликттары килеп сығыуы ихтимал.
Был иҫкәртмә 12 октябрь 2020 ҡуйылған. Мөхәррирләү ҡалыбын кире алырға онотмағыҙ. Иҫкәртмә ҡуйылған көндө күрһәтер өсөн, ошолай яҙығыҙ: {{subst:L}}. |
Макс Карл Эрнст Людвиг Планк (нем. Max Karl Ernst Ludwig Planck; 23 апрель 1858 йыл — 4 октябрь 1947 йыл — Германия ғалимы, физик-теоретик, квант физикаһына нигеҙ һалыусы.
Физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (1918) һәм башҡа бүләктәр эйәһе, Пруссия фәндәр академияһы (1894), күп кенә сит ил ғилми йәмғиәттәре һәм фәндәр академиялары ағзаһы. Оҙайлы ваҡыт дауамында немец фәне етәкселәренең береһе.
Планктың ғилми хеҙмәттәре термодинамикаға, йылылыҡ нурланышына, квант теорияһына, махсус сағыштырмалыҡ теорияһына һәм оптикаға бағышланған.
Ул термодинамиканың икенсе башланғысын — энтропияның үҫеш принцибын — формалаштырған һәм уны физик химияның төрлө мәсьәләләрен сисеүҙә ҡулланған. Тигеҙ дәүмәлле йылылыҡ нурланышы проблемаһына электродинамика һәм термодинамика алымдарын ҡулланып, Планк абсолют ҡара есем спектрында энергияның бүленеү законын сығарған, уны энергия һәм ғәмәл кванттары тураһында күҙаллау аша нигеҙләгән. Был ҡаҙаныш квант физикаһы үҫешенә башланғыс булған.
БиографияһыҮҙгәртергә
Сығышы һәм белеме (1858—1878)Үҙгәртергә
Макс Планк[Комм 1], 1858 йылдың 23 апрелендә Киль ҡалаһында тыуған, сығышы менән ул боронғо дворяндар затынан; уның ата-бабалары араһында билдәле юристар, ғалимдар, хәрбиҙәр һәм дин әһелдәре бар.
Туғыҙ йәшенә тиклем Макс Голштинияның баш ҡалаһы булған һәм ул заманда Дания менән Пруссия араһындағы ҡаршылыҡтар үҙәгенә әйләнгән Килдә үтә. Алты йәшлек Планк 1864 йылда Пруссия-Австрия ғәскәрҙәренең ҡалаға инеүенең шаһиты була[12]. 1867 йылда Вильгельм Планк Мюнхен университетының юриспруденция профессоры вазифаһына саҡырыуҙы ҡабул итә һәм ғаиләһе менән Бавария баш ҡалаһына күсенә. Максты Максимилиан гимназияһына (:de:Maximiliansgymnasium München) бирәләр; ул бик теләп шөғөлләнә һәм тиҙҙән синыфтағы иң яҡшы уҡыусыларҙың береһе булып таныла. Был мәктәптә гимназиялар өсөн традицион булған предметтарға (атап әйткәндә, боронғо телдәрҙе өйрәнеүгә) күп иғтибар бирелһә лә, тәбиғи фәндәрҙе уҡытыу ҙа юғары кимәлдә була.
Математика уҡытыусыһы Герман Мюллерҙең (Hermann Müller) үҫмер Планкка йоғонтоһо бигерәк тә көслө була. Энергия һаҡланыу законы тураһында буласаҡ ғалим тәүге тапҡыр нәҡ унан ишетә; Макстың математик таланты бик иртә асыла[13]. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусылар уның ниндәйҙер айырым һәләттәрен күрмәй, бары тик көслө характер һәм исполнительность кеүек шәхсән сифаттарын ғына билдәләй. [14]. Гимназияла уҡыу унда фән, тәбиғәт ҡанундары асылы менән ҡыҙыҡһыныуының нығыуына булышлыҡ итә — был турала ғүмер аҙағында ғалим түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдыра:
С юности меня вдохновило на занятие наукой осознание того отнюдь не самоочевидного факта, что законы нашего мышления совпадают с закономерностями, имеющими место в процессе получения впечатлений от внешнего мира, и что, следовательно, человек может судить об этих закономерностях при помощи чистого мышления. Существенно важным при этом является то, что внешний мир представляет собой нечто не зависимое от нас, абсолютное, чему противостоим мы, а поиски законов, относящихся к этому абсолютному, представляются мне самой прекрасной задачей в жизни учёного.
— Планк М. Научная автобиография // УФН. — 1958. — Т. 64. — С. 625.
КомментарийҙарҮҙгәртергә
- ↑ «Spiegel Online» баҫмаһы яҙып сыҡҡанса, Планктың төп исеме Макс түгел, ә Маркс булған (нем. Marx) — был латин телендәге Маркус исеменең немецсәгә яраҡлаштырылған формаһы. Был асышты Киль ҡалаһының сиркәү архивын өйрәнгән журналист Карл Дамен. См.: Seidler C. Gestatten, Marx Planck (инг.). Spiegel Online (24.04.2008). Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 август 2012. 17 август 2012 тикшерелгән.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ OCLC. VIAF — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118594818 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
- ↑ Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
- ↑ 4,0 4,1 Архив по истории математики Мактьютор
- ↑ 5,0 5,1 Encyclopædia Britannica
- ↑ 6,0 6,1 Babelio — 2007.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Туринская академия наук — 1757.
- ↑ Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ http://www.pas.va/content/accademia/en/academicians/deceased/planck.html
- ↑ Notable Names Database — 2002.
- ↑ 11,00 11,01 11,02 11,03 11,04 11,05 11,06 11,07 11,08 11,09 11,10 11,11 11,12 11,13 11,14 11,15 11,16 Математическая генеалогия — 1997.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
билдәһе дөрөҫ түгел;КФ7
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Кляус и Франкфурт, 1980, с. 9—11
- ↑ Heilbron, 1986, p. 3
Был ғалим тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |