Пищаев Геннадий Михайлович

Пищаев Геннадий Михайлович (30 июль 1927 йыл) — СССР-ҙың камера йырсыһы, лирик тенор-альтино[1]. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1965).

Пищаев Геннадий Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 30 июль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (97 йәш)
Тыуған урыны Ергән
Һөнәр төрө йырсы
Йырсы тауышы тенор-альтино[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Дуҫлыҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Геннадий Михайлович Пищаев[2] 1927 йылдың 30 июлендә Башҡорт АССР-ы Мәләүез районының Ергән ауылында тыуа[3]. Ҡустыһы Павел Пищаев — Салауат ҡалаһының почётлы гражданы, Салауат нефть химияһы комбинатының көкөрт кислотаһы һәм катализаторҙар заводының элекке директоры.

Үҫмер сағында Гена һүрәт төшөрөргә, тәбиғәттә йырларға, йөҙөргә ярата — Ишембай эргәһендә Ағиҙелде йөҙөп сыға[4]. Тәбиғәттә сағында ғына йырлай, мәктәптә, синыфта йырлай башлаһалар, ул шыма йәки һыҙғыра.

1940 йылғаса Пищаевтар ғаиләһе Ишембайҙа йәшәй. Улар Мурманскиға күсенгәс, Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

Был ваҡытта Геннадийға 14 йәш булған була. Улар ҡабаттан Башҡортостанға, олатаһы менән өләсәһе эргәһенә Ишембайға ҡайта.

Мәктәптән һуң Геннадий Михайлович үҙешмәкәрлектә йырлай, Ишембайҙа республика конкурсында сығыш яһай. Өфөлә йыр конкурсында беренсе урынды ала. Өфөлә башҡорт музыка училищеһында уҡый (1945—1948 йылдар, педагог А. Чернов-Шер). Педагогы вафат булғас, Геннадий Михайлович, уҡыу йортон тамамламайынса Мәскәүгә консерваторияға китә.

1953 йылда Мәскәү консерваторияһын тамамлай һәм шул уҡ йылда Мәскәү филармонияһы солисы булып эш башлай.

Концерт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә. Операларҙан ариялар, романстар, халыҡ йырҙары башҡара. 1963—1964 йылдарҙа П. И. Чайковскийҙың барлыҡ романстарын башҡарып бөтә (бөтәһе дүрт циклдан торған концерттар үткәрә, уларҙы 1965, 1971, 1975 йылдарҙа ҡабатлай)[3]. Йырсыларының репертуарына М. И. Глинка, С В. Рахманинов романстары, Г. Малер, М. де Фалья, Ф. Шуберт, Р. Шуман, Л. Бетховендың вокал циклдары, халыҡ йырҙары, шулай уҡ совет композиторҙары әҫәрҙәре инә.

XX быуаттың 50 йылдарында Геннадий Михайлович башҡарған операларҙан ариялар, романстар, халыҡ йырҙары радиола һәм телевидениела яңғыраны.

Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1963). 1965 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ була.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында (Өфө) эшләй, «Евгений Онегин» операһында Ленский партияһын башҡара (1966).

Ленинград Кесе опера һәм балет театрында эшләй, шулай уҡ унда ла Ленский партияһын башҡара (1968).

1980 йылдан ГИТИС-тың вокал факультетында уҡыта.

1988 йылда Ҙур театрҙа Римский-Корсаковтың «Золотой петушок» операһында Йондоҙ һанаусы партияһын башҡара. «Зеркало для героя» фильмында Геннадий Пищаев Бизеның «Пертская красавица» операһынан Смит серенадаһын йырлай.

Геннадий Михайлович СССР ҡалалары һәм сит илдәр (Австрия, Венгрия, Германия, Румыния, Финляндия) буйлап гастролдәрҙә күп йөрөй. СССР-ҙың халыҡ артистары П. Г. Лисициан, С. А. Самосуд, Е. Ф. Светланов, Болгария Республикаһының халыҡ артисы Д. Узунов менән сығыш яһай.

Хәҙерге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәй.

Наградалары

үҙгәртергә

Репертуары

үҙгәртергә
  • Азра, романс (А. Рубинштейн — Г. Гейне/П. Чайковский)
  • Ария Надира (Ж. Бизе, опера «Искатели жемчуга»)
  • Весенняя песня (Г. Вольф)
  • Высока волна на Волге (Б. Терентьев — А. Жаров)
  • Жаворонок, романс (М. Глинка — Н. Кукольник)
  • Желание (Ц. Кюи — А. Пушкин)
  • Зачем (П. Чайковский — Л. Мей)
  • К цитре (М. Глинка)
  • Коробейники (Я. Пригожий — Н. Некрасов)
  • Мальчик и пчела (Г. Вольф — Э. Мёрике)
  • Милая, чудесная (С. Потоцкий)
  • Не пой, красавица при мне, романс (С. Рахманинов — А. Пушкин)
  • Нимфа (Н. Римский-Корсаков — А. Майков)
  • Пимпинелла (П. Чайковский)
  • Пой (Р. Штраус — К. Генкель)
  • Редеет облаков летучая гряда (Н. Римский-Корсаков — А. Пушкин)
  • С тобою мне побыть хотелось (А. Гречанинов — А. Плещеев)
  • Серенада (Р. Штраус — А. Шакк)
  • Серенада Смита (Ж. Бизе, опера «Пертская красавица»)[6]
  • Сожжённое письмо (Ц. Кюи — А. Пушкин)
  • Степью я иду унылою (А. Гречанинов — А. Плещеев)
  • Тайная любовь (Э. Григ — Б. Бьёрнсон)
  • Я здесь, Инезилья (М. Глинка — А. Пушкин)
  • Я помню чудное мгновенье (М. Глинка — А. Пушкин)

Дискографияһы

үҙгәртергә
  • Чайковский, П. И. (1840—1893). Шестнадцать песен для детей, соч. 54 [Звукозапись] / П. И. Чайковский, стихи А. Н. Плещеева, К. С. Аксакова; исполн. : Г. Пищаев (тенор), А. Бахчиев (ф-но). — М. : Мелодия, 1980. — 1 грп. [ГОСТ 5289—73] (52 мин.) : 33 об/мин, стерео. — С10—13487—8. — (П. Чайковский : Полн. собр. соч. в грамзаписи. Часть 3, комплект 3, пласт. 7).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Газета «Выбор» № 119 (9475) от 15 августа 2012 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә