Пигулевская Нина Викторовна
Пигулевская Нина Викторовна (ҡыҙ фамилияһы Стебницкая; 1 (13) ғинуар 1894 йыл, Санкт-Петербург — 17 февраль 1970 йыл, Ленинград) — СССР тарихсыһы, Яҡын һәм Урта Көнсығыш илдәре һәм иртә урта быуат Византия тарихы буйынса белгес, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1946).
Пигулевская Нина Викторовна | |
рус. Нина Викторовна Пигулевская | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Нина Викторовна Стебницкая |
Тыуған көнө | 1 (13) ғинуар 1894[1][2], 13 ғинуар 1894[1] или 1894[3] |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 17 февраль 1970[1][2] или 1970[3] |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тарихсы |
Эшмәкәрлек төрө | тарих һәм Шәрҡиәт |
Эш урыны |
Рәсәй милли китапханаһы[d] Научная библиотека Санкт-Петербургского государственного университета[d] Институт восточных рукописей РАН[d] Институт истории СПбГУ[d] Рәсәй милли китапханаһы[d][2] |
Уҡыу йорто | Бестужев курсы |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Мещерская, Елена Никитична[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1894 йылдың 1 (13) ғинуарында Санкт-Петербург ҡалаһында дворян ғаиләһендә тыуған. Н. В. Стебницкаяның ата-бабалары дворян дәрәжәһен 1482 йылда Венгрияла алһа ла, Стебницкийҙарҙың дворяндар нәҫеленең (Пржестржал гербы) тамырҙары Польшала, Волынь губернаһы шәжәрә китабының I өлөшөнә индерелгән. Ырыу тармаҡтарының береһе 1723 йылда Көньяҡ-Көнбайыш крайҙа төпләнә.
Нина Викторовнаның олатаһы Иероним Иванович Стебницкий, билдәле ғалим-геодезист[4]. 1918 йылда Бестужев курстарын, ә 1922 йылда Петроград университетының Көнсығыш факультеты аспирантураһын тамамлай. 1921—1928 йылдарҙа Ленинградтың асыҡ китапханаһында эшләй.
1928 йылдың декабрендә «Йәкшәмбе» эше буйынса ҡулға алына, 1929 йылдың 22 июлендә 5 йылға концлагерға хөкөм ителә. СЛОН-да — Соловецк айырым тәғәйенләнештәге лагерҙа төрмәлә ултыра. Ауырыуы буйынса 1931 йылда азат ителә һәм ҡалған срокка Архангельскиға һөргөнгә ебәрелә[5]
1938 йылдан СССР Фәндәр академияһының шәрҡиәт институтында эшләй; бер үк ваҡытта 1939—1941, 1944—1951 йылдарҙа Ленинград дәүләт университетында уҡыта. Төп хеҙмәттәре Сүриә тарихи һәм әҙәби ҡомартҡыларын тикшереү, феодализм генезисы мәсьәләләре, Сүриәнең, Ғәрәбстандың, Ирандың, Византияның урта быуаттарҙа социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫеше буйынса. Азия француз йәмғиәте ағзаһы (1960 йылдан), Рәсәй Фәләстин йәмғиәте вице-президенты, «Палестинский сборник»тың мөхәррире (1952 йылдан).
Ире: Пигулевский Георгий Васильевич (1888—1964) — танылған химик-органик, үҫемлектәр биохимигы, химия фәндәре докторы, профессор, терпеноидтар химияһы өлкәһендә ҙур белгес.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- ике «Почёт Билдәһе» ордены,
- миҙалдар.
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Пигулевская Н. В. Месопотамия на рубеже V-VI вв. н. э. Сирийская хроника Иешу Стилита как исторический источник / Отв. редактор акад. Крачковский И. Ю.. — Труды института востоковедения. — М.‒ Л.: Издательство Академии наук СССР, 1940. — Т. XXXI. — 176 с.
- Пигулевская Н. В. Сирийские источники по истории народов СССР / Отв. редактор Струве В. В.. — М.‒ Л.: Издательство Академии наук СССР, 1941. — 170 с.
- Византия и Иран на рубеже VI и VII вв., М.‒ Л., 1946
- Византия на путях в Индию, М.‒ Л., 1951;
- Города Ирана в раннее средневековье, М.‒ Л., 1956;
- Арабы у границ Византии и Ирана в IV‒VI вв., М.‒ Л., 1964;
- Византия и Восток, в сборнике: Палестинский сборник в. 23, Л., 1971.
- Культура сирийцев в средние века. — М., 1979.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Пигулевская Нина Викторовна // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Сотрудники Российской национальной библиотеки (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 Люди и судьбы. Биобиблиографический словарь востоковедов - жертв политического террора в советский период (1917-1991) (урыҫ) — СПб.: Петербургское Востоковедение, 2013. — 496 с. — (Социальная история отечественной науки о Востоке) — ISBN 978-5-85803-225-0
- ↑ Г. Д. Курбатов, А. Г. Лундин, А. В. Пайкова, К. Б. Старкова. Нина Викторовна Пигулевская. — Ближний Восток. Византия. Славяне..
- ↑ Пигулевская Нина Викторовна (варианты фамилии: Стебницкая-Пигулевская) Родилась в 1894 г., г. Санкт-Петербург; Высшее. Окончила Бестужевские курсы. Училась на Восточном ф-те Петроградского ун-та.; б/п; Историк, сириолог. Преподаватель ин-та Внешкольного образования, Курсов по подготовке в вуз. Библиотекарь отдела рукописей Публичной библиотеки. Арестована по делу «Воскресенья». Проживала: г. Ленинград. Арестована 11 декабря 1928 г. Приговорена: КОГПУ 22 июля 1929 г. Приговор: 5 лет концлагеря. В заключении на Соловках, актирована пост. ЦК ОГПУ от 26.06.1931 по болезни, направлена в ссылку в Архангельск на ост.срок. Источник: Архив НИЦ «Мемориал» (Санкт-Петербург) Жертвы политического террора в СССР. Пигин Александр Васильевич — Пидибаева Мария Захаровна // Сайт общества «Мемориал»
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Библиография
- Нина Пигулевская 2022 йыл 3 май архивланған. на сайте библиотеки Якова Кротова
- Профиль Нины Викторовны Пигулевской РФА рәсми сайтында
- ПИГУЛЕВСКАЯ (урожд. Стебницкая) Нина Викторовна (1894—1970) // Люди и судьбы. Биобиблиографический словарь востоковедов — жертв политического террора в советский период (1917—1991) / Изд. подготовили Я. В. Васильков, М. Ю. Сорокина. — СПб.: Петербургское Востоковедение, 2003. — С. 426—427.