Печора

(Печора (йылға) битенән йүнәлтелде)

Печо́ра (коми Печӧра, нен. Санэро’’ яха) — Рәсәйҙең Коми Республикаһы һәм Ненец автономиялы округындағы йылға.

Печора
Характеристика
Оҙонлоғо 1809 км
Бассейн 322 000 км²
Һыу сығымы 4100 м³/с (тамағында)
Һыу ағымы
Инеше Төньяҡ Урал
 · Бейеклеге 630 м
 · Координаталар 62°12′06″ с. ш. 59°25′55″ в. д.HGЯO
Тамағы Печора ҡултығы
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 68°18′27″ с. ш. 54°25′00″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 0,34 м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны Баренц диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Коми Республикаһы, Ненец автономиялы округы
РДҺР 03050100112103000057306
Печора (Коми Республикаһы)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Печора Викимилектә

География

үҙгәртергә
 
Печора бассейны

Оҙонлоғо — 1809 км, бассейн майҙаны — 322 мең км². Төньяҡ Уралда, Коми Республикаһының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә башлана һәм башта башлыса көньяҡ-көнбайышҡа табан аға. Якша ҡасабаһы янында (Волостница ҡушылдығы ҡойғандан һуң) төньяҡҡа борола һәм Печора уйһыулығы буйлап Усть-Усаға тиклем аға. Артабан көнбайышҡа борола, ә Усть-Цильма тирәһендә (Пижма һәм Цильма ҡушылдыҡтары ҡойғандан һуң) Печора йәнә төньяҡҡа табан йүнәлә.

Тамағынан яҡынса 130 км алыҫлыҡта ике тармаҡҡа бүленә — көнсығыш (Оло Печора) һәм көнбайыш (Кесе Печора). Нарьян-Мар тирәһендә киңлеге яҡынса 45 км булған дельта барлыҡҡа килтереп Баренц диңгеҙенең Печора ҡултығына ҡоя.

Төп ҡушылдыҡтары — Унья, Төньяҡ Мылва, Велью, Лемью, Кожва], Лыжа, Ижма, Нерица, Пижма, Цильма, Сула, Боровая (барыһы ла һул); Илыч, Подчерье, Щугор, Уса, Лая, Ёрса, Созьва, Шапкина, Куя (барыһы ла уң).

1981—1993 йй. Оксино ауылы тирәһендә (тамағынан 141 км алыҫлыҡта) йылғала уртаса айлыҡ һыу сығымы (м³/с)[1]

Печора буйындағы төп пристандәр — Нарьян-Мар, Усть-Цильма, Печора.

Троицко-Печорск ауылына тиклем даими рәүештә суднолар йөрөй ала (яҙын һәм көҙөн — Усть-Уньяға тиклем). Диңгеҙ караптары Нарьян-Марға тиклем (тамағынан 110 км юғарыраҡ) күтәрелә ала.

Йылғала балыҡ тотоу үҫешкән. Печора бассейнында таш күмер, нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтары бар.

Топографик карталар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Гунн Г. П. Печора — золотые берега / Оформление художника В. Б. Колесникова. — М.: Мысль, 1972. — 144, [16] с. — 60 000 экз.
  • Пыстин М. Печора: Экономико-географический очерк. — Сыктывкар, 1974.
  • Е. A. Martel, «Les abimes, les eaux souierraines, les cavernes, les sources, la spelaeologie» (B., 1884),
  • Fr. Kraus, «Hohlenkunde» (B., 1894).

Һылтанмалар

үҙгәртергә



  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ