Төньяҡ Урал

Урал тауҙарының бер өлөшө, Косьвинский Камендан Конжаковский Каменгә тиклем йәйелеп ята

Төньяҡ Уралда — Урал тауҙары тау системаһы, Косьвинский Камень тигән еренән уның менән күрше Конжаковский Камень (59° с. ш.) тигән урынға көньяҡта Тельпосиз тау теҙмәләренең битләүҙәренең төньяҡ ҡашлағына, дөрөҫөрәге, уны төньяҡтан уратып аҡҡан Щугер йылғаһы ярына, тиклем йәйрәп ята.

Төньяҡ Урал
Рәсем
Тау һырты Урал тауҙары
Донъя ҡитғаһы Азия һәм Европа
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Рәсәй[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 953 метр
Карта
 Төньяҡ Урал Викимилектә

Урал һырттары бында, дөйөм киңлеге 50-60 километрға тиклем булып, ҡәтғи бер нисә параллель һырттар һәм ҡырластар менән көньяҡтан төньяҡҡа теҙелгән. Рельефы урта таулы, йәғни боронғо тигеҙләнгән тауҙарҙың күтәрелеүе һәм артабанғы боҙлоҡтар тәьҫире һәм хәҙерге һыуыҡ елгә ашалыу һөҙөмтәһендә, яҫы түбәле.

Төньяҡ Уралтауҙың төп түбәләре йыш ҡына һыуайырғыс һырт яғында урынлашҡан: Конжаковский Камень Таш (1569 м), Денежкин Камень Таш (1492 м), Чистоп (1292 м), Отортен (1182 м, башҡа карталарҙа бейеклеге 1234 метр)[2], Кожим-Из (1195 м), Тельпосиз (1617 м). Ҡаты тоҡомдар ҡалдыҡтары, күркәм ҡаялар һәм эргә тирәһендәгеһе ашалып емерелгәндән һуң тороп ҡалған яңғыҙ тау тоҡомо ҡалдыҡтары останцы айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Улар араһында иң билдәлеләре Маньпупунёр, Торре-Порре-Из, Мунинг-Тумп тауҙарында осрай.

Төньяғы Уралдың иң төпкөл һәм кеше аяғы бҫмаған райондарының береһе. Уның түбәләренең береһе Медвежий Угол (Айыу мөйөшө) түбәһе атамаһын йөрөтә. Төньяҡтараҡ Ивделдән, Вижай һәм Ушманан төньяҡҡараҡ тораҡ пункттар юҡ тиерлек, шуға юлдар ҙа юҡ. Тауҙарға көнсығыштан да, көнбайыштан да үтеп сыҡҡыһыҙ урмандар һәм һаҙлыҡтар килеп терәлә. Климаты етерлек ҡырыҫ. Тауҙарҙа йәй эсендә иреп өлгөрә алмаған ҡарҙар ята. Конжаковский Ташы киңлегенә тиклем мәңгелек туңлыҡ таптары осрай. Был райондарҙа боҙлоҡ булмаһа ла, Төньяҡ Уралдың иң бейек тау теҙмәләре Тельпосиз карҙарында ике бәләкәй боҙлоҡ табылған.

Файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Бында боксит (Красная шапочка Ҡыҙыл башлыҡ ятҡылығы), марганец һәм тимер мәғдәндәрен (Полуночное һәм Ивдель), һоро күмер (Карпинск) һәм Серовский ятҡылыҡтары төркөмөнән төрлө мәғдәндәр сығаралар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә