Петрово-Красноселье

Петрово-Красноселье[1](укр. Петро́во-Красносілля)/Петровский[2](укр. Петро́вське) — Украинала Луганск өлкәһендәге ҡала, Хрустальный ҡалаһы ҡала советына буйһона. 2014 йылдың май айынан — Луганск Халыҡ Республикаһы контроле аҫтында.

Петрово-Красноселье
укр. Петрово-Красносілля
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1895
Рәсем
Рәсми атамаһы Петрово-Красносілля
Рәсми тел украин теле һәм урыҫ теле
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Khrustalnyi urban hromada[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 13 500 кеше
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 367 метр
Майҙан 23,23 км²
Почта индексы 94540–94546
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1790
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Category:Burials in Petrovo-Krasnosillia[d]
Карта
 Петрово-Красноселье Викимилектә

Башҡортостан делегацияһы Петровское ҡалаһында. «Данлыҡлы атлылар юлдарынан» акцияһы. Башҡортостан Республикаһының «Любизар» 1-се Башҡорт атлы полкы архивынан. 3 октябрь, 2009 йыл

Петровское ҡалаһы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хәрби юлы менән бәйле: 1943 йылдың 23 февралендә Ворошиловоград (хәҙер Луганск өлкәһе) Петровское ҡасабаһы һәм Штеровка (Юлино) ауылы араһынан полк тәрән рейдтан сыҡҡан саҡта дивизия командиры генерал-майор М. М. Шайморатов һәләк була[3].

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Петровское ҡалаһы Красный Луч (Көньяҡ-Луганск) агломерацияһы составына инә. А Агломерацияның иҡтисади һөнәре: күмер сәнәғәте, ауыр машиналар эшләү, төҫлө металлургия, шлай уҡ химия производствоһы (Петрово-Красноселье).

Ҡала Көнсығыш Европа тигеҙгенең көньяғы ҡалҡыулығында, Донецк ҡаяһы түбәһендә урынлашҡан. Донецк ҡаяһы башлыса таш күмер ҡомташ, эзбизташ, һәүерташ һәм улар менән бәйле бай таш күмер файҙалы ҡаҙылмаларҙан тора.

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡала ситендә Мәсет ҡәберлеге урынлашҡан — тау тип аталған ҡалҡыулыҡ (скиф ҡурғаны). Мәсет ҡәберлеге Донецк ҡаяһының һәм бөтә Һул яр буйы Украинаның иң юғары нөктәһе булып тора (диңгеҙ кимәленән 367,1 м).

1895 йылдың 17 ноябрендә император Николай II Рәсәй империяһы Министрҙар комитетының «Франция-Рәсәй йәмғиәте» эшмәкәрлеген башлау тураһында рөхсәтен раҫлай. 1896 йылдың март айында акционерҙар йәмғиәте Штеровка өлкәһендә химия заводын төҙөүҙе башлай һәм шулай итеп эшсе ҡасаба барлыҡҡа килә[4]. Бер йыл үткәс, Штеровка химия продукттары һәм шартлатҡыс матдәләр заводты үҙенең продукцияһын яйға һала.

Яңы предприятиены үҫештереү завод инфраструктураһын Петровка-Красноселье һәм шунда уҡ урынлашҡан Петровеньки тимер юлы станцияһы менән ҡушылыуына килтерҙе.

1920 йылда ауыл «Штеровка динамит заводы» исемен ала (Штеровка динамит завод ҡасабаһы). 1926 йылда Штеровка завод Луганск округы Красный Луч районы ҡасаба эшсе-крәҫтиән һәм ҡыҙылармеецтар депутаттары Советы ойошторола. 1932 йылдан алып 1935 йылға тиклем ул ваҡытта Донецк өлкәһенең Красный Луч составына инә. 1935 йылда «Г. И. Петровский исемендәге Штеровка заводы ҡасабаһы» исемен ала. 1938 йылдың 3 июнендә Ворошиловоград өлкәһе булдырыла, ә 8 сентябрь 1939 йылдың 8 сентябрендә ул яңы ойошторолған Иванов районы составына индерелә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, 1941 йылда фронт яҡынлашыу сәбәпле, химия заводын көнсығышҡа эвакуациялана — Пермгә, Соликамскиға һәм Стәрлетамаҡ. Пермгә эвакуация менән заводтың өлкән мастеры, состав комиссары Павлов Тихон Федорович етәкселек итә. 1943 йылдың 2 сентябрендә Красноселье-Петрово ҡасабаһы, шунда уҡ Петровеньки тимер юлы станцияһы менән бергә, завод ҡасабалар немец оккупанттарҙарҙан азат ителәләр. 1944 йылдың 3 ғинуарында совет хөкүмәте предприятиены элекке урынында — Петрово-Красноселье (Петровеньки) һәм Штеровка араһында тергеҙеү буйынса ҡарар сығара.

1958 йылда Ворошиловоград өлкәһе Луганск өлкәһе итеп үҙгәртелә, ә Г. И. Петровский исемендәге Штеровка заводы ҡасабаһы яңы статус ала һәм «Петровское ҡала тибындағы ҡасабаһы» тип исемләнә, ә 1959 йылда ҡабаттан Красный луч ойошторола.

1963 йылдың 23 февралендә Петровское ҡала тибындағы ҡасаба Луганск өлкәһе «Петровское ҡалаһы» статусын ала[5][4].

1974 йылда тирмән комбинаты, тимер-бетон изделиелар заводы һәм щебенка заводы эшләп килә[5].

1989 йылдың ғинуарында халыҡ һаны 16 664 кеше тәшкил итә[6], эре предприятиелар булып тирмән комбинатың һәм тимер изделиелары заводы булып торалар[4].

2013 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 13 260 кеше тәшкил итә[7].

2015 йылда Украина Милли хәтер институты Петровское ҡалаһы декоммунизация законына ярашлы исеме үҙгәртеүгәтейешле исемлеккә индерелә. Ҡалаға элекке тарихи исеме — Петрово-Красноселье — ҡайтарыла[8]. Луганск Халыҡ Республикаһында иһә ҡаланың элекке исеме ҡулланыла[9].

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә
  • Мәсет ҡәберлеге — Донбасстың һәм Һул яр буйы Украинаның юғары нөктәһе.
  • XVIII быуат аҙағындағы Изге Преображенск храмы һәм «Ҡайғылы әсә» монументы (туғандар ҡәберлеге).
  • XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы сәнәғәт ҡоролмалары, завод идаралығы бинаһы, һыу биреү манараһы.
  • 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Петровское ҡасабаһы кешеләренә мемориал.
  • Тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Г. И. Петровский исемендәге мәҙәниәт йорто).
  • Тәбиғи ландшафттар (имән һыҙалары, ҡомташ ҡаялары, Ольховая йылғаһының исемһеҙ ҡушылдыҡтары).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Согласно позиции Украины
  2. Согласно позиции самопровозглашённой ЛНР
  3. Боевой путь 112-ой Башкирской кавалерийской дивизии
  4. 4,0 4,1 4,2 Петровское // Большой энциклопедический словарь (в 2-х тт.). / редколл., гл. ред. А. М. Прохоров. том 2. М., «Советская энциклопедия», 1991. стр.140
  5. 5,0 5,1 Петровское // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 19. М., «Советская энциклопедия», 1975. стр.488
  6. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения союзных республик, их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу
  7. Чисельність наявного населення України на 1 січня 2013 року. Державна служба статистики України. Київ, 2013. стор.73 2013 йыл 12 октябрь архивланған.
  8. RIA Novosti. Рада переименовала населенные пункты в Луганской и Донецкой областях. Дата обращения: 15 август 2016.
  9. В ЛНР отвергают затею Киева с переименованиями городов | Журналистская Правда. Дата обращения: 15 август 2016.
  10. Школе №22 города Петровское Луганской народной республики присвоено имя генерал-майора М.М. Шаймуратова

Һылтанмалар

үҙгәртергә