Кама буйын колонизациялау

Рәсәй империяһы сәйәсәте

Кама буйын колонизациялау  — Рус дәүләте составына Кама буйы ерҙәренең иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни оҙайлы инеү процесы, урыҫтар тарафынан Уралды колонизациялау процесының бер өлөшө.

К. Лебедев. «Урыҫтар тарафынан яңы ерҙәрҙе үҙләштереү». Ҡағыҙ, акварель. 1904

Башланғыс колонизациялау этабы XI быуаттан башлап Новгород кешеләренең Уралдың төньяғына эпизодик рәүештә үтеп инеүҙәре менән бәйле. Документтар буйынса XIII быуатта Кама буйы территорияһына Владимир-Суздаль кенәздәренең дружиналары баҫып инеүе раҫлана. Тәүге ултыраҡтар Роданов археология мәҙәниәте һәйкәлдәрендә урынлаша һәм этник составы буйынса ҡатнаш була. Иң башта урыҫ халҡы төньяҡтан килеп инә — Новгород һәм Вдалимир-Суздаль ерҙәренән. Урыҫ сығышлы ҡайһы бер әйберҙәр Анюшкар, Искор, Радикор, Урос ҡаласыҡтарында табылған.

XIV—XV быуаттарҙа Кама буйы өҫтөнән сәйәси һәм иҡтисади йоғонто өсөн Новгород ере һәм Мәскәү кенәзлеге араһында көрәш бара. Был көрәштә Мәскәү кенәзлеге еңеү яулай. XV быуатта Ҡама буйы территорияһында тәүге урыҫ ултыраҡтары — Колва йылғаһындағы Троицк ҡаласығы (киләсәктә Чердынь ҡалаһы), Ҡама Тоҙо (Соль Камская) һәм башҡалар барлыҡҡа килә. Ҡама буйының инеү ваҡыты шарттары әлеге көнгә тиклем бәхәстәр тыуҙыра. Хәҙерге тарихи әҙәбиәттә, һис юғында, проблеманы хәл итеү өсөн өс ҡараш бар. Беренсеһе (В. А. Оборин, Г. Н. Чагин, В. В. Мухин һәм башҡалар), улар Вычегодск-Вымя йылъяҙмаһы мәғлүмәттәренә таяналар һәм Ҡама буйының Мәскәү дәүләте составына инеү датаһын рәсми рәүештә 1451 йыл тип билдәләйҙәр, сөнки ошо йылда Бөйөк Пермгә кенәз Михаил Ермолаевич тәғәйенләнә. Икенсеһе (Е. В. Вершинин һәм башҡалар) инеү йылы итеп 1472 йылдытәҡдим итә, сөнки ошо йылда Чердынь походы ойоштророла һәм Пермь кенәзе Михаил мәскәү наместнигы булып китә. Өсөнсө ҡараш (О. В. Семенов) Бөйөк Пермдең Мәскәү дәүләте составына инеү йылын 1505 йыл тип билдәләй — Мәскәү наместнигы В. А. Ковровтың тәғәйенләнеү йылы. Ошо йылдан Бөйөк Пермдә Мәскәү идара системаһы тарала. Колонизациялау процесының мөһим пунты — Ҡама буйы коми-пермяк халҡының христианлыҡты ҡабул итеүе. 1983 йылдан Стефан Пермский яңы булдырылған Пермь епархияһын етәкләй (резиденцияһы Усть-Вымдә). Әлеге резиденция Ҡама буйы халыҡтарын христианлаштырыу өсөн нигеҙ булып тора. 1448 йылда ул коми-пермяктарҙы суҡындырырға маташа, әммә үҙе һәләк була. Пермде рәсми рәүештә суҡындырыу йылы — 1462 йыл, суҡындырыу йолаһын епископ Иона үткәрә. XVI быуаттың уртаһынан Ҡама буйын колонизациялауҙың яңы этабы башлана һәм ул тоҙ сәнәғәтселәре Строгановтар эшмәкәрлеге менән бәйле. Ул осорҙа крайға урыҫ халҡының күпләп килеүе күҙәтелә, урыҫ ауылдары күбәйә.

XVI быуат аҙағындағы Себергә Ермак походы Себер ханлығы яғынан хәрби хәүефте юҡҡа сығара һәм Мәскәү дәүләте сиктәрендә Ҡама буйының артабанғы иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни үҫешенә булышлыҡ итә.

XVII быуатта Строганов крәҫтиәндәре төп халыҡтарҙың — яһаҡ кешеләренең ерҙәрен тартып алыу осраҡтары теркәлә. Мәҫәлән, 1619 йылдың 10 февралендә Ирень һәм сылва яһаҡ татарҙары ялыу хаты еббәрәләр, улар Строганов крәҫтиәндәре уларҙың солоҡтарын, балыҡ тотоу урындарын һәм ҡондоҙ кәсептәрен тартып алыуға зарланалар[1]. Властар һәм Строгановтар бындай «баҫып алыуҙарҙы» туҡтатырға тырыша. Мәҫәлән, 1620 йылдың 1 мартында Сылва Андрей һәм Петр Строгановтар приказчиктарына татар Чеклубай Байбаринды Сылва кешеһе Роман Гилевтан яҡлауҙы талап итәләр.

  • Оборин В. А. Заселение и освоение Урала в конце XI — начале XVII в. Иркутск, 1990;
  • Вершинин Е. В. И ещё раз о князьях Вымских и Великопермских// Проблемы истории России. Вып. 3. Екатеринбург, 2000;
  • Чагин Г. Н. Власть и управление в Перми Великой в XV—XVI вв.//Судебник Ивана III: становление самодержавного государства на Руси. СПб., 2004;
  • Головчанский Г. П., Мельничук А. Ф. Строгановские городки, острожки, села. Пермь, 2005.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Космовская А. А. Воеводы и Строгановы в пермском Прикамье в XVII в. // Исторические, философские, политические и юридические науки, культурология и искусствоведение. Вопросы теории и практики. — 2014. — № 6-1 (44). — С. 89