Ҡалып:Замок

Пелеш һарайы йәйен
Һарайҙың эске урамы

Пелеш һарайы (Castelul Peleş) Румынияла Карпаттың матур урынында, Синай ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә Трансильванияны һәм Валахияны тоташтырып торған урта быуаттар юлында урынлашҡан. Һарай неоренессанс стилендә 1873 һәм 1914 йылдар арауығында төҙөлгән, ә уның инаугурацияһы 1883 йылда үтә. Уға яҡында ғына ағып ятҡан тау йылғаһы исемен бирәләр. Әлеге көндә был һарай тарихи ҡомартҡы иҫәпләнә.

Король Кароль I (1839—1914) был ерҙәрҙә тәүге тапҡыр 1866 йылда була, урын уға тыуған Германияһын хәтерләтә, һәм уның күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡала. 1872 йылда был ерҙәр (яҡынса 5,3 кв.км) король тарафынан һатып алына, һәм Королдең Синайҙағы йорто, тип атап йөрөтөлә башлай, был ерҙәр королдең һунар итеү урыны һәм монархтың йәйге резинденцияһына әйләнә. Һарайҙың тәүге өс архитектура проекты көнбайыш Европа һарайҙарының туранан тура күсермәһе була, Һәм Король I, улар үтә ҡыйбатлы һәм етерлек кимәлдә үҙенсәлекле булмағаны өсөн, уларҙы кире ҡаға. Архитектор Иоганн Шульц башҡаларҙыҡынан ҡыҙыҡлыраҡ проек тәҡдим итә,: итальяндарҙың күркәмлеген, немец неоренессансының зауҡын үҙ эсенә алған альп стилендәге әллә ни ҙур булмаған һарай королдең күңеленә хуш килә. Төҙөлөштөң хаҡы (1875 һәм 1914 йылдар эсендә) яҡынса 16 миллион румын алтынының Румын лейына (хәҙерге АҠШ доллары менән яҡынса 120 миллион).

Һарайға нигеҙ 1873 йылдың 22 авгусында һалына. Берүк ваҡытта һарай менән бәйле башҡа биналар ҙа төҙөлә: ҡарауылсылар йорто, һунарсылар йорто, король аттары өсөн аҙбар һ.б. Бынан тыш, электорстанция төҙөлә, һәм Пелеш донъяла электр уты үткәрелгән беренсе һарай була. Һарай төҙөүҙә өс йөҙ — дүрт йөҙ кеше өҙлөкһөҙ эшләй. Королева Елизавета төҙөлөш ваҡытында үҙенең көндәлегендә былай тип яҙа:

Ташсылар — итальяндар, румындар терраса төҙөнөләр, цыгандар ҡара эшсе булдылар. Албандар һәм гректар — таш һырлау, немцтар һәм венгрҙар балта оҫталары булып эшләнеләр. Төрөктәр кирбес яндырҙы. Поляктар — инженер, ә чехтар — таш ҡырҡыу эшендә. Француздар һүрәт төшөрҙө, инглиздар үлсәү эшен алып барҙы — бында милли кейемдәрҙә йөҙләп кеше булды, улар ун дүрт телдә һөйләштеләр, йырланылар, әрләштеләр һәм сутырланылар. …

Төҙөлөш 1877-78 йылдарҙағы азатлыҡ өсөн барған румын һуғышы ваҡытында бер аҙға туҡтатылып тора, ләкин аҙаҡ тағы етеҙерәк төҙөлә башлай. Инаугурация айҡанлы үткәрелгән бал 1883 йылдың 7 октябрендә үтә. 1893 йылда Пелеш һарайында король Кароль I тарафынан бирелгән « династия бишеге, милләт бишеге» тигән исемде мәғәнәһе менән тулылыандырып, Кароль II тыуа. 1947 йылда Михай Iҙың иркенән тыш короллектән баш тартыуынан һуң, коммунистар король милкен, шул иҫәптән уларҙың биләмәләрен һәм Пелеш һарайын да, тулыһынса конфискациялай. Күпмелер ваҡыт һарай туристар өсөн асыҡ була, ә 1953 йылда уны музей тип иғлан итәләр. Уның биләмәләре румын сәнғәт әһелдәренең ял итеү урыны булып хеҙмәт итә. Коммунистарҙың хакимлыҡ итеүҙәренең һуңғы йылдарында, 1975—1990 йылдар арауығында, Николае Чаушеску территорияны ҡарарға йөрөүҙе тыя, бында бары тик хеҙмәтләндереүсе персонал һәм һаҡ хеҙмәткәрҙәре генә инеп йөрөй ала. Шуныһы ҡыҙыҡлы, Чаушеску һарайҙы яратмаған һәм бында һирәк килгән. Хәбәрҙәр буйынса, музей хеҙмәткәрҙәре, ирле-ҡатынлы Чаушескуҙар һаулыҡтары менән бәйле һәр төрлө фобиялар менән интеккәнен белгәнгә күрә, бина бик ҡурҡыныс Serpula lacrymans бәшмәге менән зарарланған тип иғлан итәләр, ул1980 йылдарҙа бик тә таралған була, әммә ул ағастарға ғына йоға торған ауырыу һанала. 1989 йылғы Румыния революцияһынан һуң, Пелеш һарайы һәм Пелишор һарайы туристар өсөн яңынан асыла. 2006 йылда румын хөкүмәте һарайҙың элекке король Михай Iгә кире ҡайтарылыуы тураһында иғлан итә. Королдең үҙ мөлкәтен кире ҡайтарып алғанынан аҙаҡ, уның менән хөкүмәт араһындағы һөйләшеүҙәр яңыртыла, һәм Пелеш, халыҡ өсөн асыҡ булған тарихи һәйкәлгә һәм музейға әйләнеп, яңынан милли ҡомартҡыға әүерелә.Уның урынына румын хөкүмәте Румынияның король йортона 30 миллионов евро күсерә. Үҙенең асылған сағынан алып Пелеш һарайы йыл һайын ярты миллон самаһы кеше ҡабул итә. 2008 йылда һарай «Ағалы-ҡустылы Блумдар» фильмын төшөрөүҙә ҡулланыла — һарайҙың тирә-яғы эксцентрик миллионерша Пенелопаның (был ролдә Рэйчел Вайс үҙе уйнай) Нью-Джерсиҙағы биләмәһен һүрәтләй.[1]

Тасуирлау

үҙгәртергә
 
Ҡоралдар һәм хәрби кейемдәр коллекцияһында 4000 — дән ашыу әйбер иҫәпләнә.

Һарайҙың беренсе архитекторы немец Иоганн Шульц (1876—1883) була, уның эшен чех архитекторы Карел Лима дауам итә. Үҙенең төҙөлөшө һәм функцияһы буйынса Пелеш һарай булып иҫәпләнә, ләкин уны бөтәһе лә яратып, Замок тип йөрөтә. Төп архитектур стиль булып неоренессанс иҫәпләнә, ләкин эске урамдың фахверклы фасадында иҫ китмәле итеп биҙәлгән диуарҙарында саксон йоғонтоһо һиҙелә, ә ағасты һырлап эшләнгән ҡыйбатлы туҡымалы йыһаздарҙа барокко стиленең йоғонтоһо тойола. Пелеш һарайының майҙаны 3200 кв. метр, бай итеп йыһазландырылған һәм зауыҡ менән биҙәлгән 160-тан ашыу бүлмә, 30 ванна бүлмәһе. Ул көнсығыш һәм үҙәк Европа сәнғәт әҫәрҙәренең иң яҡшы коллекцияларын үҙенә йыйған, унлай коллекциялар иҫәбенә скульптура, һынлы сәнғәт, йыһаздар, ҡоралдар һәм хәрби кейемдәр, алтын һәм көмөш әйберҙәр, фил һөйәгенән эшләнгән әйберҙәр, фарфор, келәмдәр һәм гобелендар инә. Ҡоралдар һәм хәрби кейемдәр коллекцияһында 4000 әйбер иҫәпләнә. Көнсығыш келәмдәре Бохара, Мосул, Ыспарта һәм Измир оҫтаханаларында туҡылған. Севр һәм мейсен фарфор, Кордовтың (Испаниялағы ҡала) күндән эшләнгән коллекциялары хушты ала, ләкин иң һоҡландырғаны Швейцариянан килтерелгән ҡулдан төшөрөлгән һүрәтле витраждар.

Парк ансамбле

үҙгәртергә
 
Каролгә һәйкәл I
 
Итальян террасалары

Һарайҙың үҙәк ишеге эргәһендә король Кароль I һыны тора, ул итальян скульпторы Рафаелло Романеллиҙың хеҙмәте, шулай уҡ һарайҙы уратып алған һәм неоренессанс стилендә башҡарылған ете матур итальян терасаһында Каррар мәрмәренән яһалған башҡа һындарҙы ла ул эшләгән. Паркта Кароль I ҡатыны королева Елизавета Нойвидская (Румыния королеваһы)ныңсигеп ултырған һыны эшләнгән Баҡсалар һәм терасалар фонтандар, урналар, баҫҡыстар, арыҫландар, матур һындар һәм башҡа декоротив деталдәр менән биҙәлгән.

 
Парктағы скульптуралар
 
В замке Пелеш

Музей сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем шаршамбы һәм йәкшәмбе көндәре эшләй. Ноябрҙә музей килеүселәр өсөн ябыла. 168 бүлмәнең 35-е килеүселәр өсән асыҡ. Музей буйлап йөрөү тел үҙенсәлектәре буйынса йыйылған төркөмдәрҙә һәм тик экскурсовод оҙатыуында ғына атҡарыла. Экскурсион төркөмдәр өсөн экскурсия урыҫ телендә лә үткәрелә. Билета хаҡы экскурсия күләменә бәйле:

  • 20 RON — беренсе ҡат буйлап йөрөү — экскурсия ваҡыты — 45 минут,
  • 50 RON — беренсе һәм икенсе ҡат буйлап йөрөү,
  • 70 RON —өс ҡат буйлап йөрөүҙе үҙ эсенә алған, сағыштырмаса тулы экскурсия, экскурсия ваҡыты — 2,5 часа.

Фот өсөн өҫтәп 32 RON һәм видео өсөн 50 RON түләргә.

Һарай Синай ҡалаһының төньяҡ-көнбайышында, Брашов ҡалаһынан 60 км һәм Румынияның баш ҡалаһы Бухаресттан 135 км-ҙа урынлашҡан. Брашовтан Синайға сәғәт-сәғәт ярым арауыҡ менән автобустар йөрөй, Бухарест вокзалынан Gara de Nord регуляр рәүештә Брашовҡа Синайҙа туҡтаусы поездар йөрөп тора, юлға киткән ваҡыт — сама менән 2 сәғәт.

Синайҙағы туристик комплексҡа шулай уҡ Пелеш һарайының эргәһендә урынлашҡан Пелишор һарайы ла инә.

Шулай уҡ ҡарарға

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә