Пекин операһы
Пекин операһы — традицион ҡытай операһының бер төрө.
XVIII быуат аҙағында барлыҡҡа килә һәм XIX быуат уртаһына тулыһынса эшләнеп бөтә һәм танылыу ала. Музыка, вокал, пантомима, бейеү һәм акробатиканан тора. 1790 йылда Пекинға император Цяньлундың 80 йәше уңайынан ойошторолған тантанаға Аньхой провинцияһынан дүрт опера труппаһы килә. Уларҙың уйыны императорға шул тиклем ныҡ оҡшай, ул хатта артистарҙың барыһына ла бөтөнләйгә баш ҡалала ҡалырға һәм бында театрҙы үҫтерергә тәҡдим итә. Төп труппалар Пекинда һәм илдең төньяғында — Тяньцзинда, көньяғында иһә Шанхайҙа эшләй. Пекин операһы Тайвандә лә бар. Пекин операһы тураһындағы иң билдәле фильм — «Хуш, минең кәнизәгем» (режиссёр Чэнь Кайгэ).
Грим
үҙгәртергәПекин операһында ирҙәр ролдәре өсөн гримдың айырым төрҙәре ҡулланыла. Тормошсанлыҡ һәм шартлылыҡты яраштырып, геройҙың күңел торошонан, холоҡ-ҡылығынан, фекерҙәренән һәм хис-тойғоларынан, шулай уҡ тышҡы ҡиәфәтенән һәм гражданлыҡ хәленән сығып, рәссам гримёрҙар быларҙың бөтәһен иң типик һыҙаттарҙа дөйөмләштерә һәм ошоға ярашлы гримдың төрлө өлгөләрен ижад итә, персонаждың холоҡ-фиғелен һүрәтләү өсөн төҫтәрҙе лә файҙалана. Гримдағы ҡыҙыл төҫ, әйтәйек, — тоғролоҡ һәм намыҫлылыҡ төҫө, ҡара — тура һүҙлелек һәм ҡыйыулыҡ, зәңгәр һәм йәшел — батырлыҡ һәм тәүәккәллек, һары һәм тоноҡ аҡ — аяуһыҙлыҡ һәм хәйләкәрлек; алтынһыу менән көмөшһыу төҫтәр мифик геройҙар өсөн файҙаланыла.
Пекин операһы персонаждары
үҙгәртергәПекин операһы персонаждары — 4 төп төргә, үҙ сиратында, һәр төр сәхнә ролдәренә бүленә.
- «Шэн» роле — ир-ат роле. Социаль хәлгә һәм йәшкә ҡарап, «шэн» роле «лаошен» — ҡарттар, һаҡаллы өлкән кешеләр һәм «сяошен» — егеттәр, үҫмерҙәр категориялары персонаждарына бүленә.
- «Дань» роле — ҡатын-ҡыҙ роле, улар араһында йәш ҡатын-ҡыҙҙар һәм урта йәштәрҙәге ҡатындар персонаждары бар. «Дань» роленә түбәндәгеләр инә: «циньи», йәғни тыныс, тотанаҡлы ҡатын-ҡыҙҙар, «хуадань» — эскерһеҙ, ҡыйыу ҡыҙҙар һәм «Хәҙерге заманда», йәғни төп героинялар.
- «Цзин» роле — ирҙәр роле, асыҡ, ҡыйыу холоҡло персонаждар.
- «Мо» роле — икенсе пландағы роль, «лаошен» роленә яҡыныраҡ; йәше буйынса «мо» персонажы «лаошен» персонажынан өлкәнерәк булырға тейеш. Ғәҙәттә «мо» персонажы Пекин операһында йәмғиәттең түбәнге ҡатламдарынан сыҡҡан нәҫел-ырыуһыҙ тинтәгерәк ҡарт була.
- «Чоу» роленә һәйбәт күңелле, кәмитсел персонаждар йә хәйләкәр, мәкерле, ләкин алйот яуыздар инә. Бындай ролдәрҙе ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-ат та башҡара ала, Пекин операһында улар шулай уҡ түбән ҡатламдар кешеләрен һүрәтләү өсөн хеҙмәт итә.
Пекин операһы костюмдары
үҙгәртергәҺәр амплуаға билдәле төрҙәге костюм тәғәйенләнә.
Пекин операһы оркестры
үҙгәртергәПекин операһы оркестры ике өлөштән тора: ҡыллы һәм тынлы музыка ҡоралдарынан торған вэньчан (ҡыт. 文场 — граждандар күренеше) һәм һуҡма музыка ҡоралдарынан торған учан (ҡыт. 武场 — хәрби күренеш)[1].
Пекин операһы тарихы
үҙгәртергәПекин операһы «Көнсығыш операһы» тип йөрөтөлә. Ул Ҡытайҙың ҡиммәтле милли мираҫы булып тора һәм үҙ аллы театр жанры булараҡ Пекинда яралып, Пекинда үҫкәнгә шулай тип атала. Пекин операһы инде 200 йылдан ашыу йәшәй. Тамырҙары XVIII быуатҡа барып тоташа, ул бер нисә боронғо музыкаль драма төрөнән, айырыуса Аньхой провинцияһының урындағы музыка драмаларынан башланғыс алған. 1790 йылда Аньхой театр труппаһының Пекинда император юбилейындағы уңышлы сығышы Аньхойҙың башҡа труппаларын да Пекинға килергә дәртләндерә.
Яйлап, ХIХ быуаттың аҙағында — ХХ быуаттың башында художестволы театр элементтары алмашыу һөҙөмтәһендә «Цзинцзюй» жанры — Пекин операһының үҙе барлыҡҡа килә. Ҡытай милли театрының иң яҡшы традицияларын үҙләштергән Пекин операһы художество йәһәтенән урындағы башҡа театр жанрҙарынан өҫкә күтәрелә һәм айырым урын биләй. Пекиндың сәйәси һәм мәҙәни йоғонтоһоноң үҫеүе Пекин операһының бөтә илгә таралыуына этәргес бирә. Боронғо ҡытай театрының бөтә үҙлеген туплаған был жанр дөйөм милли танылыу таба. Пекин операһы — ул ҡатнаш башҡарыу сәнғәте, сөнки унда хәрәкәт, акробатика, ым-ишара һәм мимика ла ҡатнаша. Пекин операһында грим айырым бер сәнғәт булып тора. Персонаждың холоҡ-фиғелен грим үҙенсәлектәренән айырып була. Мәҫәлән, ҡыҙыл төҫ тоғролоҡ һәм намыҫлылыҡ билдәһе булһа, миләүшә төҫө ҡыйыулыҡ, тәүәккәллекте аңлата, ә аҡ төҫ енәйәтсене фашлай! Һары иһә аяуһыҙлыҡ һәм ялған төҫө булып тора. XVIII быуат аҙағы Пекин операһының тулыһынса сәскә атыу осоро булып иҫәпләнә. Ул заманда Пекин операһы халыҡта ғына түгел, император һарайында ла бик популяр була. Император һарайы ағзалары һәм йәмғиәттең юғары ҡатлам аҡһөйәктәре Пекин операһы спектаклдәрен ҡарарға ярата. Һарайҙа артистарға бик шәп шарттар тыуҙырыла, улар костюмдар, грим, сәхнә декорациялары менән тәьмин ителә.
ХХ быуаттың 20-40-сы йылдарында Пекин операһының икенсе сәскә атыу осоро була. Был осорҙа Пекин операһының төрлө мәктәптәре барлыҡҡа килә. Мэй (Мэй Ланьфан — 1894—1961 йылдар), Шан (Шан Сяоюнь — 1900—1975 йылдар), Чэн (Чэн Яньцю — 1904—1958 йылдар) һәм Сюнь (Сюнь Хуэйшэн — 1900—1968 йылдар) мәктәптәре иң билдәлеләре була. Һәр береһендә танылыу яулаған артистар төркөмө була, улар Ҡытайҙың Шанхай һәм Пекин кеүек ҙур ҡалаларындағы сәхнәләрҙә уйнай. Мэй Ланьфан беренсе булып Пекин операһын бөтә донъяға таныта. 1919 йылда ул Японияла гастролдә була, шулай итеп, Пекин операһы сәнғәте тәүге тапҡыр сит илдә күрһәтелә. 1930 йылда АҠШ-ҡа саҡырыу алған Мэй Ланьфан Америкаға китә. Ундағы сәхнәлә ярты йыл буйы сығыш яһай, ябай американдар ҙа, сәнғәт һәм фән эшмәкәрҙәре лә уны яратып ҡабул итә. 1935 йылда ул Советтар Союзында сығыш яһай. Артист Пекин операһы спектаклдәрендә ҡатын-ҡыҙ ролдәрен оҫта башҡарыуы менән дан ала һәм ҡытай театрының боронғо формаларын хәҙергегә яҡынайта.
Реформалар һәм асыҡлыҡ йылдарында Пекин операһы сәнғәте яңы үҫеш ала. Ҡытай сәнғәтенең баһалап бөткөһөҙ ҡаҙанышы булараҡ, Пекин операһы Ҡытай хөкүмәте яғынан ҙур ярҙам һәм таяныс таба. Хәҙер Пекиндағы «Чанъань» Ҙур театрында йыл әйләнәһенә Пекин операһы спектаклдәре бара. Ә Пекин операһын һөйөүселәр конкурсы бөтә донъянан уны яратыусыларҙы театрлаштырылған тамашалары менән ылыҡтыра. Бынан тыш, Пекин операһы Ҡытайҙың башҡа илдәр менән мәҙәни алмашыуҙарында мөһим роль уйнай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сюй Чэнбэй. Пекинская опера = 中国京剧俄 / пер. Сан Хуа, Хэ Жу. — Межконтинентальное издательство Китая, 2003. — С. 60—62. — 138 с. — (Духовная культура Китая). — ISBN 9787508503387.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Морковская, Лиза. Маски Пекинской оперы // Вокруг света. 2006. № 8 (2791).