Парышкуро Лариса Анатольевна

Парышкуро Лариса Анатольевна (19241991) — «Исток» Фәнни-производство предприятиеһында бүлек начальнигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Парышкуро Лариса Анатольевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 26 декабрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Вафат булған көнө 15 март 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү өлкәһе, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Ленин премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Лариса Парышкуро 1924 йылдың 26 декабрендә тыуған.

Үҙенең фәнни-производство эшмәкәрлеген Лариса Анатольевна 1948 йылда "Исток"та (Фрязино ҡалаһы), Мәскәү энергетика институтын тамамлағандан һуң башлай[1]. 1961 йылда ул лабораторияны етәкләй, ә аҙаҡ бүлек начальнигы була.

Күп йылдар дауамында Л. А. Парышкуро НПК-17-нең һәм дөйөм алғанда предприятиеның тормошонда һәм эшмәкәрлегендә тотош дәүерҙе кәүҙәләндерә. Уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — бәләкәй ҡеүәтле СВЧ-тирбәлеүҙәр сығанағы уйлап табыу һәм етештереүгә индереү. Үҙенең 40 йыллыҡ фәнни-производство эшмәкәрлеге осоронда ул үҙе етәкләгән коллективы менән берлектә 40-тан ашыу төр электрон техника изделиелары (ИЭТ) булдырған һәм етештереүгә индергән, улар нигеҙендә, беҙҙең илдә генә түгел, сит илдәрҙә лә уңышлы ҡулланылған, төрлө тәғәйенләнешле радиоэлектроника аппаратуралары (РЭА) булдырылған.

Лариса Анатольевна 1991 йылдың 15 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Лариса Анатольевна маҡтауға лайыҡ хеҙмәте өсөн Тыуған илдең юғары наградаларына лайыҡ була:

— 1969 йылда уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

— «Почет билдәһе» ордены (1957),

- «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены (1963),

- Ленин ордены (1963)

- миҙалдар.

— 1965 йылда ул авторлыҡ коллективы составында Ленин премияһы лауреаты исеменә лайыҡ була.

— Фрязино ҡалаһының почетлы гражданы.

- Фрязино ҡалаһында, Вокзальная урамындағы Герой йәшәгән 19-сы һанлы йортта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә