Павленко Вероника Евгеньевна
Павленко Вероника Евгеньевна (Ника Павленко, тыумыштан Лаврентьева, псевдонимы Батша ҡыҙы Будур; 25 апрель 1966 йыл) — Рәсәйҙең туҡыма буйынса рәссамы, педагог, куратор, галерист.
Павленко Вероника Евгеньевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 апрель 1966 (58 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Өфө сәнғәт училищеһы |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Павленко Вероника Евгеньевна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәВероника Лаврентьева 1966 йылдың 25 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1981—1985 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡый. Училищенан һуң 1987 йылға тиклем Өфөлә ер ҡаҙыу идаралығында маляр булып эшләй. 1987—1989 йылдарҙа эксперименталь лабораторияһында эшләй, 1987—1989 йылдарҙа «Ағиҙел» художество-сәнәғәт берекмәһенең (Өфө) эксперименталь лабораторияһында рәссам булып эшләй. 1989—1990 йылдарҙа Көньяҡ Йәмәндә сәнәғәт радиостанцияһында радист була.
1990—1993 йылдарҙа Сочи ҡалаһында йәшәй һәм балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыта. 1994—1996 йылдарҙа Люберцы ҡалаһында балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. 1996 йылда Мәскәү өлкәһе Люберцы районындағы Октябрьский ҡасабаһында шәхси балалар студияһын аса, 1998 йылда студия ябыла.
2000 йылда М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар педагогия университетының художество-график факультетын тамамлай.
2001 йылда Мәскәүҙә «Мәҙәниәт» павильонында «Батша ҡыҙы Будур» галереяһын булдыра, ул 2004 йылға тиклем ғәмәлдә була. 2004 йылда ярты йыллыҡ урам «Батша ҡыҙы будурҙың каникулдары» исемле галереяһын ойоштора һәм үткәрә. Шул уҡ йылда «Батша ҡыҙы Будур» галереяһын Остоженкла (13 йорт) ҡабаттан аса һәм 2006 йылда яба. 2006—2008 йылдарҙа әлеге галерея Эрмитаж баҡсаһында эшләй. 2004—2008 йылдарҙа шулай уҡ Дмитрий Фокин фольклор студияһында белем ала.
2009 йылдың авгусында Индонезияға алты кешенән торған экспедиция ойоштора, маҡсаты — традицион яван батигын өйрәнеү. 2010 йылдың авгусында ҡурайҙы өйрәнеү маҡсаты менән Көньяҡ Уралға 5 кешенән торған экспедиция ойоштора.
2008 йылда Мәскәүҙә 21-се технология колледжы оҫтаханаларында эшләй башлай[1].
2009 йылда «Ника» атамаһы аҫтында өйҙәге изостудия аса, составы — студенттар һәм колледж уҡыусылары. Һуңыраҡ студия «Башҡа төрлө рәссамдар» («Особые художники») тип үҙгәртелә һәм хәҙерге ваҡытта ла Мәскәүҙә эшләп килә, әммә даими урыны булмағанға күрә, 2009 йылдан 2019 йылға тиклем урындан-урынға күсенеп йөрөй[2][3][4].
Шәхси күргәҙмәләре
үҙгәртергәИжади ойошмаларҙа ҡатнашыу
үҙгәртергә- Юнеско-ның халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы (IFA) (1996)[5]
Күргәҙмәләр
үҙгәртергә- 1996 йылдан алып 2007 йылға тиклем йыл һайын (2000 йылдан башҡа) Мәскәүҙә Үҙәк рәссамдар йортонда күргәҙмәләр ойоштора, шул иҫәптән, 2005 йылдың 27 декабренән 2006 йылдың 8 ғинуарына тиклем художество туҡыма буйынса «Иҫтәлеккә төйөндәр» («Узелки на память») күргәҙмә.
Төркөм күргәҙмәләре
- 2010 — «Башҡа әйберҙәр» йәрминкәһе (Мәскәү)
- 2009 — «Ағиҙел тураһында төштәр», Мәскәү Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиллеге[6]
- 2009 — «Башҡа әйберҙәр» йәрминкәһе, Мәскәү
- 2009 — «Алтын Томбойоҡ» фестивале, Путивль
- 2008 — Ростов, «ХОРС» ижады йорто
- 2008 — Мәскәү, баҡса Эрмитаж баҡсаһы
- 2008 — «Башҡа әйберҙәр» йәрминкәһе, Мәскәү
- 2008 — «Алтын Томбойоҡ» фестивале, Путивль
- 2008 — Сергиев Посад.
- 2007 — Мәскәү, Эрмитаж баҡсаһы
- 2007 — «Алтын Томбойоҡ» фестивале, Путивль
- 2007 — Өфө.
- 2005 — Мәскәү, баҡса Эрмитаж.
- 2005 — Сергиев Посад.
- 2004 — «Алтын Томбойоҡ» фестивале, Путивль
- 2004 — «Батша ҡыҙы Будур каникулдары» халыҡ ижады фестивале, Мәскәү, ВВЦ.
- 2003 — «Юлда талашмағыҙ» (Сочи рәссамдары күргәҙмәһе), Мәскәү, Үҙәк Рәссамдар йорто[7].
- 2001 — FAUN фестивале сиктәрендә ике күргәҙмә, Чехия.
- 1992 — «Матурҙар гильдияһы», Сочи.
- 1991 — «Матурҙар гильдияһы», Сочи.
- 1990 — «Матурҙар гильдияһы», Сочи.
- 1988 — Өфө
- 1987 — Өфө
- 1986 — Өфө
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Дети Дождя 2015 йыл 23 декабрь архивланған.
- ↑ Мастерская «Особые художники» . Государственный центр современного искусства. Дата обращения: 4 февраль 2019.
- ↑ Творческие студии переехали . РОСИЗО. Дата обращения: 4 февраль 2019.
- ↑ Сайт студии «Особые художники» . Дата обращения: 4 февраль 2019. 2019 йыл 4 февраль архивланған.
- ↑ 7-я тематическая выставка «Российский стиль»(недоступная ссылка) // ВВЦ. — 2004.
- ↑ Художники из Башкирии в Москве(недоступная ссылка)
- ↑ Московские живописцы
Библиографияһы
үҙгәртергә- Егоршина Людмила. Рахат-лукум(недоступная ссылка) // Большой город. — 13 декабря 2004 года.
- Узелки на память(недоступная ссылка) // Культура. — 30 декабря 2005 года.
- Павленко Вероника. Интервью Ольге Суворовой(недоступная ссылка) // Радиопрограмма «Адреса милосердия». — 1 апреля 2009 года.
- Хорошо, что я такой, а не какой-нибудь другой // Милосердие. Ru. — 6 июня 2010 года.
- Федоренко Маша. Особые люди 2011 йыл 6 май архивланған. // Полит.ру. — 30 апреля 2011 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Владимир Ештокин, Анна Ионычева. 15 особых художников . Фома (19 февраль 2016). Дата обращения: 4 февраль 2019.
- Анна Орлова. Художник и диагноз: как адаптировать людей с ментальными нарушениями к жизни в обществе? www.miloserdie.ru (1 июль 2013). Дата обращения: 4 февраль 2019.
- Территория спасения . cultobzor.ru (9 февраль 2017). Дата обращения: 4 февраль 2019.
- Алиса Орлова. Особый художник нарисовал Булгакова и Маяковского . dislife.ru (5 апрель 2015). Дата обращения: 4 февраль 2019.