Пабло Форлан
Пабло Форлан (исп. Pablo Justo Forlán Lamarque; 14 июль 1945 йыл) — Уругвайҙың 1960-сы — 1970-сы йылдарҙа уйнаған футболсыһы, ярым һаҡсы. Футбол буйынса илдең милли йыйылма командаһы составында ике донъя чемпионатында (1966 һәм 1974 йылдар) ҡатнашыусы.
Пабло Форлан | ||
Информация | ||
Тыуа | 14 июль 1945 (79 йәш) Мерседес[d], Уругвай[1] | |
Гражданлығы | ||
Позиция | ярым һаҡсы | |
Клубы | ||
Клубы | {{{хәҙерге клубы}}} | |
Карьера | ||
Биографияһы
үҙгәртергәПа́бло Ху́сто Форла́н Лама́рке 1945 йылдың 14 июлендә Уругвайҙың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Сорьяно департаментының административ үҙәге Мерседес ҡалаһында тыуған.
«Пеньяроля» командаһы уйынсыһы булараҡ, Пабло Хусто Форлан 1966 йылда Либертадорес Кубогын яулай һәм шул уҡ йылда Футбол буйынса ҡитға-ара кубокты ла алыуға өлгәшә. Спортсы шулай уҡ дүрт тапҡыр: 1964, 1965, 1967 һәм 1968 йылдарҙа «Уругвай чемпионы» исеменә лайыҡ була. Ул уң яҡтағы сит ярым һаҡсы булараҡ сығыш яһай, бирешмәүсәнлек, ныҡлыҡ түҙемлелек һәм сыҙамлылыҡ сифаттарына эйә булғанлыҡтан һәр матчта ла көрәште аҙағынаса алып барырға, мотлаҡ еңеүгә ирешергә ынтыла. Характерындағы нәҡ ошо һыҙаттары өсөн Пабло Форлан көйәрмәндәрҙең мыҡлы хөрмәтен һәм һөйөүен яулай, төрлө матбуғат саралары вәкилдәре лә уға бары тик ыңғай мөнәсәбәттә була, тамамланған уйын тураһындағы материалдарҙа был тынғыһыҙ уйынсы башлыса маҡтап ҡына телгә алына.
Пабло Форлан Уругвай футболсыларының 1960-сы йылдарҙағы «йондоҙло» быуыны вәкиле. Илдең футбол буйынса милли йыйылма командаһы ағзалары — Көньяҡ Американың 1967 йылғы чемпионаты еңеүселәре — уның менән бергә уйнаған Ладислао Мазуркевич, Педро Роча, Хулио Сесар Аббад, Тито Гонсальвес һәм Хуан Хойя шулай уҡ донъя чемпионаттарында ла тотороҡло сығыш яһай, ә 1970 йылда Мундиаль ярыштарының ярым финалына барып етә. Пабло Форлан иһә үҙе 1970 йылғы донъя чемпионатында ҡатнашмай ҡала,
Спортсы нәҡ ошо 1970 йылда Педро Роча менән бергә Бразилияның «Сан-Паулу» командаһына күсә, бында улар иң алдынғы уйынсыларға әйләнә. Ошо команда составында был ике футболсы легионерҙар өсөн бик һирәк күренеш булып иҫәпләнгән оҙайлы ваҡыт арауығында, йәғни Пабло Форлан алты, ә Педро Роча ете йыл уйнай. «Сан-Паулу» командаһы өсөн сығыш яһау барышында Пабло илдең Сан-Паулу штатында үткәрелгән чемпионаттарҙың өсөһөндә еңеүсе була.
1977 йылда Пабло Форлан «Крузейро» командаһы өсөн сығыш яһай, артабан бер миҙгелде үҙенең туған клубы «Пеньяроль» өсөн төп ҡаршылыҡ күрһәтеүсе булып танылыу алған «Насьонале» командаһында үткәрә. Уйынсы карьераһының һуңғы йылдарында футболсы «Дефенсоре» командаһында үткәрә, уның составында Либертадорес Кубогы өсөн көрәшкә сығыуға тиклем барып етә.
1980-се йылдар башында уйынсы карьераһын тамамлаған Пабло Форлан тағы ла кире Бразилияға юллана һәм тренер сифатында «Сан-Паулу» клубының йәштәр командалары менән эшләй. 1990 йылда ул «Сан-Паулу» футбол командаһының төп составын етәкләй. Уның тренер эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә команда ағзалары булараҡ «Сан-Паулу» составында инде танылыу алған уйынсылар Кафу менә Антонио Карлос Заго нығынып ҡала, тренер башланғысы һәм уның саҡырыуы буйынса командаға көслө футболсылар Леонардо Араужо менән Диего Агирре килә.
Пабло — 2010 йылғы донъя чемпионатының иң яҡшы футболсыһы булып танылған, шулай уҡ үткәрелгән матчтары һәм уларҙа индергән голдары буйынса Уругвайҙың йыйылма командаһы рекордсмены булған Диего Форландың атаһы. Паблоның тағы ла Пабло исемле кесе улы[2] һәм ике ҡыҙы бар: Алехандра, Автоһәләкәттәрҙә зыян күреүселәргә ярҙам фондын ойоштороусы, һәм Адриана. Паблоның туғаны — Ричард Форлан (Richard Forlán) шулай уҡ профессиональ футболсы, «Монтевидео Уондерерс» командаһы өсөн уйнап танылыу ала, 1974—1975 йылдарҙа Уругвайҙың футбол буйынса илдең милли йыйылма командаһы составында сығыш яһай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Дүрт тапҡыр Уругвай чемпионы: 1964, 1965, 1967, 1968
- Өс тапҡыр Сан-Паулу штаты чемпионы: 1970, 1971, 1975
- Ике тапҡыр Уругвай Лигильяһы еңеүсеһе: 1979, 1981
- Либертадорес Кубогын яулаусы : 1966
- Футбол буйынса ҡитға-ара кубок эйәһе: 1966
- Ҡитға-ара чемпиондарҙың суперкубогын алыусы: 1969