Шоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улы

(Ниғмәт Шоңҡаров битенән йүнәлтелде)

Шоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улы (1 ғинуар 1931 йыл — 4 март 1994 йыл) — башҡорт фольклорсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Шоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Ташлы, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 март 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (63 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө фольклористика[d]
Эш урыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты

Биографияһы

үҙгәртергә

Ниғмәт Динәхмәт улы Шоңҡаров 1931 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Ташлы ауылында тыуған.

Ташлы ете йыллыҡ мәктәбендә һәм Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта уҡыған.

1954 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын (башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге) тамамлай. Дәүләкән районының Ивановка урта мәктәбендә уҡыта. Совет армияһы сафтарында хеҙмәт итә.

19561958 йылдарҙа тыуған ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

19581990 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ниғмәт Шоңҡаров 40-тан ашыу фольклор экспедицияларҙа ҡатнаша, Башҡортостан территорияһындағы бөтә ауылдарҙы йөрөп сыға һәм башҡорт халҡы йәшәгән Баулы, Бөгөлмә, Минзәлә райондарында (Татар АССР-ы) Ырымбур, Куйбышев, Һарытау, Силәбе, Свердловск, Пермь өлкәләрендә тикшеренеүҙәр үткәрә.

Экспедиция фольклор материалдарының систематикаһы һәм эшкәртеүе һөҙөмтәһендә улар жанрҙар һәм тематика буйынса классификациялана һәм 30 томға туплана. Материалдар барыһы 300 баҫма табаҡ тәшкил итә, ентекле аңлатмалар менән тәьмин ителгән. Шоңҡаров йыйған фольклор материалдары әленән-әле «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығында, «Башҡорт музыкаль мәҙәниәте ҡомартҡылары»нда, башҡорт фольклоры монография тикшеренеүҙәрендә, дәреслектәрҙә һәм уҡыу әсбаптарында баҫылалар[1].

Шулай уҡ Шоңҡаров 300-ҙән ашыу иҫке баҫмаларҙы һәм ҡулъяҙмаларҙы йыя, улар РФА Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты әҙәби бүлегендә һаҡлана (Һирәк китаптар һәм ҡулъяҙмалар фондында). Институттың тауыш яҙыу кабинетында 1500 самаһы аудияҙма һаҡлана, уларҙы Шоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улы фольклор экспедициялар барышында шәхсән үҙе яҙҙырып алған.

Н. Д. Шоңҡаров тарафынан йола «Ямғыр теләү», «Ҡояш теләү» йола йырҙары, «Сак-Суҡ», «Аҡмулла бәйете» бәйеттәре, «Етем ҡыҙ Хәтирә», «Ҡарағай» йырҙары һәм башҡалар яҙып алынған.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Четыре новых баита о войне 1812 года. // Фольклор народов РСФСР: Межвуз. науч. сб. Уфа, 1983.
  • Баиты 1905—1907 гг. // Башкирский фольклор: Иссл. последних лет. Уфа, 1986.

2013 йылда «Дим моңо» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың конкурсына Ниғмәт Шоңҡаров исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә