Осер (футбол клубы)

«Осер» (франц. Association de la Jeunesse Auxerroise) — француз футбол командаһы, ул 2-се Лигала ҡалаһы исеменән сығыш яһай. Барлыҡҡа килеүе —1905 йыл. Клубтың йорт стадионы — «Аббе-Дешам», ул Йонна йылғаһы ярында урынлашҡан һәм 24 493 тамашасыны һыйҙыра. 1996 йылда Франция чемпионы.

Осер
франц. Association de la jeunesse auxerroise
Нигеҙләү датаһы 1905
Рәсми атамаһы Association de la Jeunesse Auxerroise
Ҡушамат AJA
Спорт төрө Футбол
Етәксе Guy Cotret[d]
Дәүләт  Франция
Баш тренер Christophe Pélissier[d][1]
Лигала уйнай Чемпионат Франции по футболу - Лига 2[d]
Йорт стадионы Аббе-Дешам[d]
Милке Аббе-Дешам[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Осер
Рәсми сайт aja.fr
Изображение памятной доски
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 112 618
Категория игроков команды Категория:Игроки ФК «Осер»[d]
 Осер Викимилектә

«Осер»командаһының Франция һәм Европала уңышлы сығыш яһауы аҙ халыҡлы бәләкәй ҡала өсөн (40 мең кеше) бер ниндәй бәхәсһеҙ рәүештә ҙур ҡаҙаныш булып тора. 1980 йылдан алып клуб 1-се Лигала уйнап килә. Был уңыштар күп йәһәттән тренер Ги Ру эшмәкәрлеге менән аңлатыла, 40 йылдан ашыу клубты ул етәкләй. 2006/07 йылдар миҙгелендә «Нант» клубы 2-се Лигаға төшкәс, «Осер» клубы Францияның Юғары дивизионында гелән беренсе булып уйнай, ләкин 2011/12 миҙгелендә «Осер» 1-се Лигала һуңғы урынды биләй. 2012 йылдың 12 майында Марселдең «Олимп» командаһынан еңелгәндән һуң клубтың Юғары дивизионда уйнау өмөтөн өҙөлә. Киләһе «Монпелье» менән уйнаған саҡта көйәрмәндәр уларҙы помидор менән бәргеләй.

2010/11 йылдар миҙгелендә «Осер» квалификацион раундта - Петербург ҡалаһының «Зенит» командаһын еңә[2] .

Шулай уҡ «Осер» үҙенең футбол академияһы менән данлыҡлы. Был академия Францияның иң яҡшы академияларының береһе булып һанала. Бында билдәле уйынсыларҙы сығарғандар, мәҫәлән Базиль Болив, Диомед Бернар, Эрик Кантон, Филипп Мексес, Бакари Санья,ДжибрильСиссе, Жан-Марк Феррери һәм башҡа күптәр.

Статистика буйынса, 1-се Лигала һуңғы урынды биләгән командалар араһында 1932/33 миҙгеленән башлап «Осер» 2011/12 миҙгелендә гол/туп үткәреү айырмаһы буйынса иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә: -0,289 (-11 тапҡыр 38 уйында)[<span style="" title="не указан источник на утверждение (8 июля 2016)">сығанаҡ 929 көн күрһәтелмәгән</span>].

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Милли үҙгәртергә

1-се Лига
  • Чемпион (1): 1995/96
  • Бронза призер (5): 1983/84, 1990/91, 1993/94, 2001/02, 2009/10
Франция Кубогы
  • Яулаусы (4): 1993/94, 1995/96, 2002/03, 2004/05
  • Финалсы (2): 1978/79, 2014/15
Франция Суперкубогы
  • Финалсы (2): 2003, 2005

Халыҡ-ара үҙгәртергә

Уефа кубогы
  • Ярымфиналсы (1): 1992/93
Интертото Кубогы
  • Эйәһе (2): 1997, 2006
  • Финалсы (1): 2000

Ағымдағы составы үҙгәртергә

Позиция Исем Тыуған йылы
1   Ҡапҡ. һаҡ. Захари Буше 1992
4   Яһ Микел Баррето 1991
5   Һаҡ Абдул Ба 1994
6   Яһ Браим Конате 1996
7   Һөж Ибраим Сангаре 1994
8   Һаҡ Йордан Адеоти 1989
9   [[Нападающий (футбол)|Һөж 1990
10   Яһ Людовик Обраньяк 1984
11   Һөж Флориан Айе 1997
15   Һаҡ Марко Рамос 1983
17   Һаҡ Карим Джеллаби 1982
Позиция Исем Тыуған йылы
18   Һөж Мохамед Яттара 1993
19   Һөж Линель Китамбала 1988
20   Һаҡ Эрик Маресте 1984
22   Яһ Пренс Сегбефья 1991
23   Яһ Николя Гавори 1995
24   Һаҡ Жовани Чуача 1994
26   Нап Иван Фирер 1984
27   Яһ Тома Монкондюи 1991
28   Яһ Николя Стерк 1993
29   Һөж Сулейман Савадого 1993
30   Ҡапҡ. һаҡ. Донован Леон 1992

Билдәле уйынсылары үҙгәртергә

  •   Ангбар Седрик
  •   Лоран Бл
  •   Базиль Боли
  •   Жан-Бумсонг Алена
  •   Стефан Гиварш
  •   Диомед Бернар
  •   Жан-Жорес Себастьян
  •   Ҡабул Юнес
  •   Эрик Кантон
  •   Оливье Капо
  •   Сабри Лямуша
  •   Филипп Мексес
  •   Жан-Миньо Паскаль
  •   Педретти Бенуа
  •   Санья Бакари
  •   Джаври Сиссе
  •   Жан-Марк Феррери
  •   Шейру Бенуа
  •   Луиджи Пьерони
  •   Энцо Шифо
  •   Томас Каленберг
  •   Денис Олиеч
  •   Адам Кулибали
  •   Уэст Тарибо
  •   Дариуш Дудка
  •   Иренеуш Елень
  •   Вальдемар Матысик
  •   Шар Анджей
  •   Даниэль Никулаэ
  •   Габриэль Тамаша
  •   Темо Тайнио
  •   Грихтинг Штефан

Билдәле тренерҙары үҙгәртергә

  •   Ги Ру (1961—1962, 1964—2000, 2000—2005)
  •   Жак Сантини (2005—2006)
  •   Жан Фернандес (2006—2011)
  •   Лоран Фурнье (2011—2012)
  •   Жан-Ги Валлем (2012)
  •   Бернар Казони (2012—2014)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә