Баҫма хатаһы

баҫма текста киткән хата, ғәҙәттә, осраҡлы рәүештә яһала

Баҫма хатаһы — баҫылған текстағы хата, ғәҙәттә, осраҡлы рәүештә яһала. Баҫма хатаһы һөҙөмтәһендә йышыраҡ һүҙҙә хәрефтәр тәртибе боҙола (хәреф урынына хәерф), һүҙҙәге бер хәреф төшөп ҡала (таҫтамал урынына таҫтмал), артыҡ хәреф өҫтәлә (лампа урынына лампва) йә бер хәреф урынына икенсе яҙыла (кран урыны коан).

Баҫма хатаһы: anchorage (якорлы туҡталҡа) урынына anohorage тиелгән
Нью-Йорк метрополитенында станция атамаһында баҫма хатаһы: Broadway (Бродвей) урынына Brodaway тип яҙылған

Орфографик хата үҙе баҫма хатаһы тип һаналмай, әммә баҫма хатаһы булыуы ихтимал. Баҫма хатаһы арҡаһында бер һүҙ урынына икенсе һүҙ яҙылып, текстың мәғәнәһе үҙгәрергә мөмкин (шәп урынына гәп, күҙ урынына күн). Баҫма хатаһы ҡайһы берҙә мәрәкә эффект бирә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә