Оло Лапыташ
Оло Лапыташ - рус. Большой Лапташ - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районына һәм Ҡурған өлкәһенең Щучье районы биләмәләрендә ятҡан күл. Балыҡсылыҡ сәнәғәт кимәлендә алып барыла.
Оло Лапыташ | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Рәсәй[1] һәм Силәбе өлкәһе |
Урын | Ҡурған өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәСиктәш ятҡан ике өлкәгә - Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренә ҡарай. Көньяғында Сосново ауылы урынлашҡан.
Силәбегә тиклем араһы – 130 км, Мейәскә — 70 км, Ҡурғанға — 210 км.
Географик координаттары: 55°28′58″N 62°32′8″E[2]
Тасуирламаһы
үҙгәртергәОло Лапыташ - ҙур булмаған күл. Майҙаны - 70 га.
Ярҙары һөҙәк. Һыу сөңкәһе оҙонса, 1,8 км-ға һуҙыла.
Уртаса тәрәнлеге 2,5–3 метр, иң тәрән урыны - 5 метр. Ярҙан әкренләп тәрәнәйә бара.
Һыуы ҡараһыу, үтәҙек түгел[2].
Этимологияһы
үҙгәртергәГидроним башҡорт теленән ингән тип һанай Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович.Ул үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә, "С башкирского — «место, где лежат камни», где лапы — «лежать», «лежачий», таш — «камень»", тип яҙа.[3][4]. Был юлы топонимист тәржемәлә хата ебәргән һәм ошо фараз бик күп сығанаҡтарға инеп киткән. "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә "лапы" һүҙенә бер-береһенән артыҡ айырылмаған 2 аңлатма бирелә:
- 1.Һай ергә тығылып ятҡан бүрәнәләр өйөмө
- 2.Ауған ағастар, ботаҡтар, яҙғы ташҡындан ҡалған сүп-сар өйөмө [5].
Билдәле булыуынса урманлы далала урынлашҡан был төбәктә тәбиғи таштар юҡ. Әммә таш һүҙенең күсмә мәғәнәһе лә бар, ул ҡатып ҡалған, хәрәкәтһеҙ нәмәләргә, киҫәктәргә ҡарата ла ҡулланыла [6].
Тимәк, Лапыташ атамаһы күлгә йығылып өйөлөп ятҡан, хәрәкәтһеҙ ағас өйөмдәренән сығып бирелгән икәнен аңларға була.
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәКүл урманлы дала һыҙатында урынлашҡанлыҡтан, үҫемлектәр донъяһы ла ошоға ярашлы. Яр буйҙары тотош тиерлек ҡамыш, һыу үҫемлектәре менән ҡапланған, ылымыҡлы. Көнсығыш ярында ҡатнаш урман үҫә, ҡайындар күп.
Оло Лапыташта карп төрҙәре, табан балыҡ, себер сабағы, алабуға, суртан, ротан тереклек итә [2]
Тәбиғәт йоғонтоһо
үҙгәртергә2010 йылға тиклем Кесе һәм Оло Лапыташ бер бөтөнлөк хасил иткән булған, уларҙы һыу аҫтында тәрәнлеге 1 метр һыҙат ҡына айырып торған. Ҡоролоҡтан һуң һыҙат өҫтә ҡалған һәм күлдәр бүленгән, шуға күрә был һыу ятҡылыҡтарында балыҡтар бер үк төрлө [7].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Озеро Большой Лапташ 2019 йыл 31 май архивланған.
- ↑ Шувалов // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 758-се бит/ Лапы
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 329-сы бит/ Таш
- ↑ Озеро Большой Лапташ 2019 йыл 4 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 758-се бит/ Лапы; 1-се том, 329-сы бит/ Таш
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Озеро Большой Лапташ 2019 йыл 31 май архивланған.