Оло Имән — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Киров ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл
Оло Имән
татар. Олы Имән
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Киров

Координаталар

55°29′ с. ш. 53°41′ в. д.HGЯO

Халҡы

330 человек (2010)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423765 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 058 230 02 

Код ОКТМО

92 605 423 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Оло Имән (Рәсәй)
Оло Имән
Оло Имән
Оло Имән (Татарстан)
Оло Имән

География

үҙгәртергә

Ауыл Сикия йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Оло Имән (Теләкәй) — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусына ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.

XX быуат башында мәсет (1809 йылдан билдәле), мәктәп (1838 йылдан билдәле), бакалея кибете, 2 икмәк магазины теркәлгән, шәмбе һайын баҙар уҙғарылан[2][1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 42 башҡорт (бүләр ырыуынан), 96 керҙәш башҡорт (йәнәй һәм байлар ырыуҙарынан), 78 типтәр; 1816 йылда — 205 башҡорт; 1834 йылда — 313 башҡорт; 1859 йылда — 507 аҫаба башҡорт һәм хәрби званиелы керҙәштәр; 1912 йылда — 291 аҫаба башҡорт һәм 902 керҙәш башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
185918701897190619131920192619381949195819701979198920022010
599710857110411932169867803480446505477417334330

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Сарбулатов Минсаяф Сөйөш улы — обер-офицер, 5-се башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша, «1812 йыл» һәм «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалдары кавалеры. 14 класлы чиновник. 1834 йылда шәхси дворянлыҡ ала. Ике ҡатынынан улдары: Абдулвәли, Шаһимарҙан, Шаһимөхәмәт, Сәхипгәрәй[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 437—441. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.