Сарбулатов Минсаяф Сөйөш улы

Сарбулатов Минсаяф Сөйөш улы (1786—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Минсаяф Сөйөшов
Тыуған ваҡыты

1786({{padleft:1786|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Бүләр улусы, Оло Имән ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы

Хәрби звание

поход старшинаһы

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Биографияһы

үҙгәртергә

Минсаяф (Әбделманнаф, Әбделмәних) Сөйөш улы Сарбулатов Ырымбур губернаһы Бүләр улусы (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы) Оло Имән ауылында йәшәгән. Обер-офицер, 14-се класлы поход старшинаһы булып хеҙмәт итә[1][2].

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 5-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 5-се Башҡорт атлы полкы Бөгөлмә өйәҙе Ҡарабан ауылында 12-се, 11-се һәм 10-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 29 авгусында Ҡазан менән Чебоксар аша Түбәнге Новгородҡа бара. 15 октябрҙән кенәз П. М. Волконский отряды составына керә, Сураж һәм Велиж ҡалаларында урынлаша. 1 ноябрҙән генерал-майор М. М. Свечин отряды составына инә. 1812 йылдың 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алыштарҙа ҡатнаша. Артабан Витебскиҙа һәм Борисовта була. 1813 йылдың ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша. 1813 йылдың октябренән 1814 йылдың апреленә ҡәҙәр Минск губернаһында хеҙмәт итә, шул уҡ ваҡытта полктың бер өлөшө Лейпциг янындағы алышта ҡатнаша һәм һуғышты Парижда тамамлай[2].

1834 йылда шәхси дворянлыҡ хоҡуғын алған[1].

Бүләктәре

үҙгәртергә

Ике ҡатынан улдары: Әбделвәли, Шаһимарҙан, Шаһиәхмәт, Сәхибгәрәй[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 439. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  2. 2,0 2,1 Гатиятуллин З. Г. Башкиры 11-го кантона в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 8. — ISSN 1683-3554.
  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
  • Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.