Кирәев Олег Хөсәйен улы

(Олег Хусаинович Киреев битенән йүнәлтелде)

Кирәев Олег Хөсәйен улы (6 февраль 1963 йыл) — Рәсәй музыканты, саксофонсы, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).

Кирәев Олег Хөсәйен улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 6 февраль 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө саксофонист
Музыка ҡоралы саксофон[d]

Олег Кирәев — этник джаз пионеры. Илдә был музыка йүнәлешенең берҙән-бер вәкиле тип һанала. Кирәевтың «Мандала» музыкаль альбомы 2008 йылда Грэмми премияһына номинант булды. Кирәев донъя фестиваль майҙансыҡтарында: Festival Montre Jazz (Швейцария), London Festival (UK), SXSW (USA), NIS (SR), man and others SAD NOVI Festival — сығыш яһаусы. Халыҡ-ара проекттар продюсеры. Фестивалдәр һәм концерт ойоштороу даирәһе — джаз һәм классика.

Биографияһы

үҙгәртергә

Олег Хөсәйен улы Кирәев 1963 йылдың 6 февралендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Музыка мәктәбен фортепьяно класы буйынса тамамлай. 1978 йылда музыка училищеһының эстрада-джаз бүлегенә саксофон класына уҡырға инә. Армия сафында хеҙмәт итә. 1982 йылда билдәле Һамар пианисы Григорий Фаин саҡырыуы буйынса 19 йәшендә армия коллективы менән ул заманда билдәле, дәрәжәле «Джаз над Волгой» Һамар фестивалендә сәхнәгә сыға. Уның репертуарын джаз-рок стилендәге автор композициялары тәшкил итә. Музыканттар ҙур уңыш ҡаҙана.

Армиянан һуң Олег Өфөгә ҡайта, урындағы төрлө коллективтарҙа үҙенең музыкаһын бәләкәй төркөм менән башҡара… Уның ижадына легендар тромбонсы Слава Назаров, сығышы менән Өфө ҡалаһына килгән «Аллегро» экс-оркестрынан Левиновский, «Арсеналдан» Алексей Козлов ҙур йоғонто яһай. Яңы ғына «Аллегроға» килгән Игорь Бутман, Анатолий Кролл оркестры менән килгән Лариса Долина, Чик Кориа, Майлз Дэвис, Джон Колтрейн, Декстер Гордон Олег Кирәевҡа ныҡ тәьҫир итә.

1986 йылда «Орлан» ансамблен йыя. Лоег Кирәевтың концепцияһы — татар-башҡорт халыҡ музыкаһын автор эшкәртеүендә электроника һәм халыҡ инструменттарында джазға әйләндереү. Совет джаз фестивалдәрендәге тәүге сығыштары тамашасыға оҡшай. Уның коллективы 2 йыл эсендә бөтә СССР-ҙы урап сыға.

Был йылдарҙа «Орлан» бөтә Советтар Союзына билдәле була. Ансамбль коллективы илдең һәм сит илдәрҙең этник һәм джаз музыка фестивалдәренең күп һанлы наградаларына, фестивалдәр лауреаты исеменә лайыҡ була.

1989 йылда Орлан" Мелодия фирмаһында «Башҡорт легендалары» альбомын сығара.

1991 йылда, «Орлан» тарҡалғас, күп кенә музыканттар Таиландҡа китә. Олег Польшаға китә һәм ундағы музыканттар менән музыкаһын яҙҙыра. Варшава ҡалаһы «Remont» клубында ул Майлз Дэвис ансамбленең тулы составы менән сығыш яһау бәхетенә ирешә. Улар менән Кирәев «Jamboree Jazz» фестивалендә ҙур концерт бирә.

1991 йылда «Орлан» этно-джаз ансамбле йәшәүен ваҡытлыса туҡтата.

Олег Кирәев 1994 йылға тиклем Краков ҡалаһында йәшәй, бында «Ogrudek» джаз клубының арт-директоры булып эшләй. 1994 йылда Америка саксафонсыһы Бад Шэнк саҡырыуы буйынса ул Сиэтлға уҡырға китә.

Пресса уның уйнауын элекке саксофон мәктәбе ҡанундарын хәҙерге заманға ярашлы, ул йолаларҙы хөрмәт итә һәм шул уҡ ваҡытта үҙенә генә хас идеялары бар, тип таба. 1996 йылда Олег Кирәев квартеты Монтре фестивалендә «Иң шәп сығыш яһау» өсөн диплом ала. Тиҙҙән уның Польшала яҙылған «Тусовка For Sonny» альбомы сыға. Был хәл Кирәевҡа Бөйөк Британияла уйнау юлын аса. 1997 йылда ул Бөйөк Британияның Халыҡ-ара Бирмингем фестивалендә беренсе тапҡыр сығыш яһай. Музыкант ошо фестивалдән һуң Англияға йыш ҡына ҡунаҡҡа йөрөй, ундағы клубтарҙа һәм фестивалдәрҙә һәр йыл һайын сығыш яһай. Ул замандың инглиз «The Evening Mail» гәзите Олег Кирәевты «музыкалағы рус революционеры» тип атай.

Олег Кирәев 1998 йылда Мәскәү ҡалаһына күсеп килә, һәм джаз концерты менән гастролдәргә әүҙем сыға. 1999 йылда ул «Фэн Театр Шуй Джаз Театр» проектын барлыҡҡа килтерә һәм бында донъя халыҡтары музыкаһын уйнай. Проект 2009 йылға тиклем йәшәй. Музыканттар Нью-йорктың дәрәжәле Simphony Space сәхнәһендә сығыш яһай, 2008 йылдың апрелендә Improv NY Jazz 2009 йыл 22 август архивланған. (инг.) журналының тышында Олег Кирәевтың портреты сыға. 2007−2008 йылдарҙа «Фэн Шуй Джаз Театр» Европала оҙаҡ ваҡыт концерт туры менән йөрөй.

2006 йылда Олег Кирәев Мәскәүҙең Брюсов тыҡырығындағы Мәскәү композиторҙары союзы бинаһының цоколь ҡатындағы джаз клубына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Был клубты журналистар «Рәсәй джаз Мәккәһе»[1] тип атай.

Клуб беренсе йыл эшләгән саҡта Олегтың шәхси саҡырыуы буйынса, хәҙерге заман джазы оҫталары Джожуа Рэдман (Redman Joshua), Дайан Шуур, Бастер Вильямс (Williams Бастер), Виктор Бэйли (Victor Bailey), Скотт Хэмилтон (Hamilton Scott), Эла Фостер (Al Foster) һәм башҡа күптәр Мәскәү тамашасылары алдында сығыш яһай.

2006 йылдан алып Олег тағы АҠШ-та гастролдәрҙә йөрөй, Нью-Йоркта (Iridium клуб, Smalls, Smoke), Вашингтонда (Blues Alley), Филадельфияла, Сан-Франциско концерт майҙансыҡтарында сығыш яһай. 2007 йылда Нью-йорк «Jazzheads» 2009 йыл 2 июнь архивланған. (инг.) лейблында уның world music «Мандала» проекты сыға. Шул уҡ йылда Олег Кирәевтың альбомы Грэмми премияһының «The Contemporary Album Best Jazz» категорияһына тәҡдим ителә.

2009 йылда Бэннет Тониҙың Нью-Йорктағы студияһында Олег Америка музыканттары (Keith Javors — фортепьяно, EJ Strickland — һуғып уйнау (ударный), Борис Козлов — бас) менән яңы альбомдар яҙҙыра, уларҙың релизы 2010 йылдың мартына билдәләнә.

Олег Киреев Мәскәүҙә үткәрелгән халыҡ-ара «Классика и джаз» глобаль фестивален ойоштороусыларҙың береһе була

Музыка фестивале 2011 йылдан алып 2013 йылға тиклем уҙғарыла һәм тиҫтәләрсә мең музыка һөйөүселәрҙе йыя. Олегтың саҡырыуы буйынса донъя сәхнәһенең топ джаз музыканттары фестивалгә килә.

2010 йылдың сентябрендә Олег Кирәев Башҡортостан Республикаһы президентының мәҙәниәт буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә. Президент кәңәшсеһе булараҡ, ул республикала һәм сит илдәрҙә мәҙәни программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса эштәр үткәрә. Олег Хөсәйен улы Кирәев төбәкте мәҙәни бронлау һәм йәштәр менән эшләүгә айырым иғтибар бүлә. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда хәйриә һәм белем биреү программаларының инициаторы була.

Дискография

үҙгәртергә
  • 1989 — Олег Кирәев ансамбле «ОРЛАН» — «Башҡорт легендалары» (Мелодия)
  • 1994 — «Романтик»
  • 1995 — «Тусовка for Sonny»
  • 2000 — «Letters Love»
  • 2002 — «Art Tea»
  • 2003 — «British concert»
  • 2004 — «Mandala»
  • 2006 — «Дәрәжә»
  • 2008 — «Mandala» — edition new
  • 2010 — «Rhyme and Reason»

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә