Окунева Татьяна Васильевна

Окунева Татьяна Васильевна (15 март 1916 йыл — 27 июнь 1991 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Хакасс автономиялы өлкәһе Абакан районының «Московский» тоҡомсолоҡ совхозы чабаны, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Окунева Татьяна Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 март 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Хакас Республикаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 27 июнь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Хакас Республикаһы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө чабан
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Татьяна Васильевна Окунева Хакасияның (хәҙер Аскиз районы) Аев улусында 1916 йылда крәҫтиәндәр ғаиләһендә тыуған.

1930 йылда Хакасияла ойошторолған «Овцевод» совхозына эшләргә урынлаша, шул уҡ йылда чабан булып китә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу алдынан инә малдарҙы ҡасырыусы (осеменатор) һөнәренә өйрәтеүсе курстарҙы тамамлай һәм чабанлыҡ эше менән был һөнәрен бер үк ваҡытта башҡара.

Даими юғары производство күрһәткестәренә өлгәшә. Һәм ул һәр бер инә һарыҡтан 120—130 баш бәрәс ала, был Хакасия өсөн рекорд булып тора. Шулай уҡ ул һарыҡтарҙан күп итеп йөн ҡырҡа һәм планды йылдан-йыл арттырып үтәй.

1966 йылдың 22 мартында СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән ауыл хужалығы һәм малсылыҡтағы рекордлы юғары күрһәткестәре өсөн Окунева Татьяна Васильевнаға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән [«Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы]] тапшырыла.

Артабан да ауыл хужалығында эшләүен дауам итә, производствола юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. 1970 йылда һәр бер һарыҡтан 4,3 килограмм йөн ҡырҡып ала. Ошо уҡ йылда хаҡлы ялға сыға.

Московское ауылында йәшәй. Хеҙмәт алдынғыһы 1991 йылдың 27 июнендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ булған:

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
  • Ленин ордены (22.03.1966)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алты миҙалы (22.03.1966)
  • башҡа миҙалдар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Сибиряки. — Красноярск, 1976.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Окунева Татьяна Васильевна. «Герои страны» сайты.
  • Енисейский энциклопедический словарь. — Красноярск: КОО Ассоциация «Русская энциклопедия», 1998. — С. 725