Одаджян Шаво
Шаво Одаджян (әрм. Շավո Օդադջյան; 22 апрель 1974 йыл, Ереван, Әрмән ССР-ы; тулы исеме Одаджян Шаварш) — әрмән сығышлы Америка музыканты, System of a Down Америка рок, шулай уҡ Achozen хип-хоп төркөмөнөң бас-гитарала уйнаусыһы.
Одаджян Шаво | |
әрм. Շավարշ Օդաջյան | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған ваҡыттағы исеме | әрм. Շավարշ Օդաջյան |
Тыуған көнө | 22 апрель 1974 (50 йәш) |
Тыуған урыны | Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | басист, музыкант, гитарасы, композитор, диджей, хоҡуҡ яҡлаусы |
Эшмәкәрлек төрө | музыка[2] |
Эш урыны |
System of a Down[d] Achozen[d] |
Музыка ҡоралы | бас-гитара[d] һәм гитара |
Ойошма ағзаһы | System of a Down[d] һәм Achozen[d] |
Жанр | Рок, хеви-метал[d], альтернативный метал[d] һәм Хип-хоп |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Shavo Odadjian |
Одаджян Шаво Викимилектә |
Йәшлек йылдары
үҙгәртергәШаво үҫмер сағында скейтбординг менән шөғөлләнә, панк-рок һәм хэви-метал йүнәлешендәге музыка тыңлай; Pink Angel, Dead Kennedys, Kiss һәм Black Sabbath уның яратҡан башҡарыусылары була.
Йәш кенә ваҡытында Лос-Анджелесҡа, Калифорнияға күсеп килә, унда уны тәрбиәләүҙә өләсәһе төп ролде уйнай. Уның үлеменән һуң (Шаво үҙе әйтеүенсә), егет ышанысын юғалта һәм йоҡлар алдынан доға уҡыуын ташлай. Лос-Анджелеста Алекс Пилибос исемендәге башланғыс мәктәпкә йөрөй, киләсәктә буласаҡ коллегалары Дарон Малакян һәм Серж Танкян менән әрмән мәхәллә мәктәбендә уҡый, әммә йәш айырмалығы арҡаһында улар белем алған ваҡытта таныш булмай.
Карьераһы
үҙгәртергәБанкта эшләгәндә Шаво, 1994 йылда тауыш яззырыу студияһында осрашҡандан һуң, Малакян һәм Танкян менән бергә SOAD төркөмөн етәкләй башлай. 1995 йылда ул төркөмдөң даими басисына әйләнә. Һуңыраҡ улар төркөмдөң исемен, Дарон Малакян «Victims of Тhe Down» шуғырын яҙғандан һуң, «System of a Down» тип үҙгәртә.
Одаджян — Лос-Анджелеста популяр диджей. Ул 2001 йылдың 2 мартында Голливудта «Rock/DJ Explosion» ваҡиғаларында ҡатнаша, Танкян менән йырсының әрмән музыканты Арто Тунджбояджян менән берлектә яҙҙырған SerArt сит проекты өҫтөндә эшләй. Шаво «DJ Tactic» исеме менән билдәле. Шулай уҡ ул Onesidezero төркөмөнөң башҡарма продюсеры ла булып тора.
Кино
үҙгәртергәҮҙен «бик яҡшы күреүсән шәхес» тип билдәләп, ул System of a Down һәм Taproot төркөмдөң бик күп клиптарының («Aerials», «Toxicity», «Question!», «Hypnotize») режиссеры була, уларҙы төшөргәндә кино төшөрөүҙең инновацион алымдарын ҡулланып, сюрреалистик атмосфера булдыра. 1993 йылда AC/DC төркөмөнөң «Big Gun» клибында төшә, унда халыҡ араһында Арнольд Шварценеггер менән йәнәш тура килә.
«Образцовый самец» фильмында уйнай.
Одаджян — музыкант
үҙгәртергәШаво тәүҙә гитарист була, һәм бас-гиатараға ҡарағанда гитарала яҡшыраҡ уйнайым, тип раҫлай. Ғәмәлдә, бер ни тиклем ваҡыт ул Soil төркөмөндә ритм-гитарист була. Баста уйнағандан тыш, «Bounce» йыры өсөн бер нисә вокал партияһын яҙҙыра. «Lost in Hollywood» йырын һуңындараҡ бэк-вокалды ла Шаво башҡара.
Ҡорамалдары
үҙгәртергәБас-гитара
үҙгәртергә- Gibson IV Thunderbird (Төп бас)
- Gibson Blackbird
- Ibanez BTB1000 or BTB500
- Music Man StingRay
- Meatball Iron 8088 Pro Super Bass
Гитара эффекты
үҙгәртергә- SansAmp bass pedal
Көсәйткестәр
үҙгәртергә- Ashdown ABM900 Evo II
- Ashdown 8x10" Cabinet
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных