Нәркәс (мифология)

боронғо грек мифологияһы персонажы

Нәркәс, (рус.  Нарцисс) дөрөҫөрәге Наркисс (лат. Narcissus. ← һ. б.бор. грек. Νάρκισσος) — боронғо грек мифологияһында[1] йылға илаһы Кефистың[2] һәм нимфа Лириопаның (Лаврионаның) улы[3], йәки Эндимион һәм Селенаның улы[4], ул йәш егеттәр араһында ғорурлыҡ һәм үҙ-үҙенә ғашиҡлыҡ символына әйләнгән.

Нәркәс
бор. грек. Νάρκισσος
(Караваджо) «Нәркәс шишмә янында» Караваджо 1597−99; палаццо Барберини
(Караваджо) «Нәркәс шишмә янында»
Караваджо 1597−99; палаццо Барберини
Латинса яҙылышы

Narcissus

Атрибут

нәркәс

Телгә алынған

Метаморфозалар

 Нәркәс Викимилектә

Миф сюжеты

үҙгәртергә
 
Нарцисс, Помпей фрескаһы

Тиресий Нәркәскә, ул «үҙе күрмәһә», оҙаҡ йәшәйәсәк, тип күрәҙәлек ҡыла. Нәркәскә күп кенә егеттәр һәм ҡыҙҙар ғашиҡ булған, ләкин ул уларҙы һанға һуҡмайынса кире ҡаға. Нәркәскә ун алты йәш булғанда уға тау нимфаһы[5] Эхо (Шаңдау), йәки икенсе вариантта, үҫмер Аминий ғашиҡ була. Матур, әммә һалҡын һәм ғорур кеше булараҡ, ул уларҙың мөхәббәтен кире ҡаға. Бөтә версияларҙа ла кире ҡағылған ғашиҡтар яфа сигә, ғүмерен, йәки тән ҡиәфәтен юғалта: Аминий Нәркәс йорто алдында үҙенә үҙе ҡул һала, нимфа Эхонан тик тауыш ҡына тороп ҡала. Кире ҡағылғандар Нәркәскә яза биреүҙе үтенеп аллаларға (башлыса Немезидаға) мөрәжәғәт итәләр. («Үҙе ғашиҡ булһын, әммә һөйгәненә эйә булмаһын!»), һәм алла уларҙың үтенесенә ҡолаҡ һала. Сираттағы һунар ваҡытында Нәркәс йылғала үҙенең сағылышын күрә һәм үҙ-үҙенә шул тиклем ғашиҡ була, хатта үҙенең сағылышынан айырыла алмай, аслыҡтан һәм ғазаптан үлә. Икенсе фараз буйынса, ул ярҙан ҡолап төшә һәм йылғала бата. Уның кәүҙәһе артынан нимфалар килгәндә, ул булырға тейеш булған урында матур нәркәс сәскәһе үҫә. нәркәс сәскәһе үҫә. Наядалар ҡайғырып күҙ йәшен түгәләр[6].

Интерпретациялар һәм символик мәғәнә

үҙгәртергә

Нәркәс исеме антик осорҙа уҡ уртаҡ исем була һәм ғорурлыҡ һәм үҙ-үҙен яратыуҙы символлаштыра башлай.[7]. Платонизмға яҡын антик аңлатмаларҙың береһенә ярашлы, Нәркәс «материяның ағымдағы тәбиғәтендә үҙ күләгәһен, йәғни материя эсендә ысын йәндең һуңғы образы булған тере затты күрә. Һәм, үҙенеке һымаҡ итеп, был йәнде ҡосаҡларға маташып (йәғни үҙе өсөн тере йән эйәһен яратып), ул, ысын йәнде һәләк иткән кеүек, батып, тонсоға»[8].

Европа мәҙәниәттәрендә Нәркәс эгоист мәғәнәһен аңлатҡан уртаҡлыҡ исемгә әүерелә. Ул шулай уҡ башҡаларҙың мәнфәғәттәрен һәм кисерештәрен һанға һуҡмау менән хас булған тәртип, шәхес боҙолоу, енси тайпылыштар характеристикаһы сығанағы булып хеҙмәт итә.

Антик сығанаҡтар

үҙгәртергә
 
Дьюла Бенчур «Нарцисс»

Был мифтың бер нисә версияһы беҙгә килеп еткән.

  • Нимфа Эхо һәм Нәркәс тураһындағы сюжеттың классик версияһы Овидий Назондың (б.э. 8 й.) «Метаморфозалар»ының 3-сө китабында (шиғырҙары 339-510) сағылыш таба[9]. Был сығанаҡҡа ярашлы, Кефис менән Лириопеяның ун биш йәшлек улы Нарцисс урман буйлап бара, уны тау нимфаһы Эхо күреп ҡала, Эхо шунда уҡ уға ғашиҡ була һәм уның артынан эйәрә. Нарцисс, эҙәрлекләүҙәрен күреп: «Кем бында?» - тип ҡысҡыра.", нимфа уның һүҙҙәрен ҡабатлай. Тиҙҙән ул үҙен таба һәм Нарциссты ҡосаҡларға маташа, әммә тегеһе һалҡын ғына Шаңдауҙы (Эхоны) кире ҡаға һәм уны ҡыуып ебәрә. Бәхетһеҙ нимфа ҡалған ғүмерен ғазаптарҙа үткәрә, уның кәүҙәһе башҡа тауыштарҙы ҡабатларға һәләтле тауыш ҡына ҡалғанға тиклем һулый. Үс алыу алиһәһе Немезида был хаҡта ишеткәс, Нәркәсте хәйлә менән урман төпкөлөнә көҙгөләй тыныс һыу сығанағына алып килә, унда егет үҙеҙ үҙе күрә. Бының тик сағылышы ғына булыуы тураһында отчет бирмәй, ул үҙенең образына ғашиҡ була. Ахыр сиктә, үҙ-үҙенә мөхәббәттең мөмкин булмауын аңлап, ул ябығып вафат була, ә уның кәүҙәһе урынында нәркәс сәскәһе үҫеп сыға.
  • Парфений Никейскийға ҡайтып ҡалған оксиринх папирустары араһында табылған сағыштырмаса иртәрәк версия б.э. тиклем 50-се йй. барып тоташа. Ул Нәркәстең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы менән тамамлана.
  • Овидийҙың замандашы, грек мифограф Конондың версияһы ла Нәркәстең үҙенә-үҙе ҡул һалыуы менән тамамлана, әммә унда йәш егет Аминий телгә алына, хәйер уның да мөхәбәтен, башҡаларҙыҡын кеүек үк, Нәркәс кире ҡаға. Аминий Нәркәс йортоноң тупһаһында, Нәркәс уға биргән ҡылысҡа ташлана. Был ҡот осҡос аҙым алдынан Аминий илаһтарға ялбарып доға ҡыла һәм тәкәббер кешене язаға тарттырыуын һорай[10]. Бер быуаттан һуң был сюжетты проза формаһындағы үҙгәрештәр менән «Описание Эллады» исеме аҫтында юл күҙәтеүҙәре һәм яҙмалары авторы Павсаний һүрәтләй. Павсанийға ярашлы Донакон ерендә («Тростниковое ложе») феспийҙар ерендә шишмә бар, йәнәһе уның янында Нәркәс үлгән. Был легенда буйынса, Нәркәстең игеҙәк һеңлеһе уға ике тамсы һыу кеүек оҡшаған була. Нәркәс уға ғашиҡ була, ә ул ҡапыл вафат булғас, шишмәгә барып, һыуға ҡарай һәм уны күргәндәй була. Үлгәнгә тиклем ул шулай йыуныс таба[11].

Сәнғәттә

үҙгәртергә

Музыкала

үҙгәртергә
  • 1911 йыл — Н. Черепниндың музыкаһына бер актлы балет «Нарцисс һәм Эхо»
  • 1951 йыл — «Нарцисс» метаморфозаһы, гобой солоһы өсөн Бенджамин Бриттендың «Овидий буйынса метаморфозаларҙың алтынсыһынан» бишенсеһе
  • 1960 йыл — Н. Черепниндың музыкаһына хореографик «Нарцисс» миниатюраһы, К. Голейзовский хореографияһы («Вечер новых хореографических миниатюр», Ҙур театр, беренсе башҡарыусы — Владимир Васильев)
  • 2008 йыл — грек симфоник дэт-метал Septicflesh төрөкөмөнөң «Narcissus» йыры

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

2015 йыл — Итальян яҙыусыһы Сабрина Гаттиҙың (Sabrina Gatti) «Белые нарциссы» (Narcisi bianchi) романы

Һынлы сәнғәттә

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Адонис
  • Нарциссизм
  • Пигмалион
  • Нарциссическое расстройство личности
  • Нарциссизм (сексология)
  • «Палка Нарцисса» или «Волшебная палочка Нарцисса» — синоним палки для селфи

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.2. С.201-202
  2. Гигин. Мифы 271; Клавдиан. Похищение Прозерпины II 136
  3. Овидий. Метаморфозы III 342—346
  4. Нонн. Деяния Диониса XLVIII 580—585
  5. Русско-башкирский словарь (mfbl2.ru)
  6. Овидий. Метаморфозы III 402—506; Лактанций Плацид (рус. пер. см. Гигин. Мифы. СПб, 2000. С.246-247; Первый ватиканский мифограф II 83
  7. См. Вергилий. Комар 408—409; Стаций. Фиваида VII 340; Овидий. Фасты V 225—226
  8. Ватиканский аноним. О невероятном 9, пер. В. Н. Ярхо
  9. Овидий. Метаморфозы III 339—510
  10. Конон. Мифы 24 (см. пер. В. Н. Ярхо в изд. Первый ватиканский мифограф. СПб, 2000. С.198); близкая версия в отрывке из Оксиринха. Дата обращения: 1 март 2009. Архивировано 28 ноябрь 2012 года.
  11. Павсаний. Описание Эллады IX 31, 7-9

Һылтанмалар

үҙгәртергә