Нуғаев Азамат Ҡотләхмәт улы

хужалыҡ һәм партия етәксеһе; сәйәси золом ҡорбаны

Нуғаев Азамат Ҡотләхмәт улы (1898, Кәлтәү ауылы — 1938, Силәбе) — хужалыҡ һәм партия етәксеһе.

Нуғаев Азамат Ҡотләхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1898
Тыуған урыны Кәлтәй, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Вафат булған урыны Силәбе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө партия эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

Азамат Ҡотләхмәт улы Нуғаев 1898 йылда хәҙерге Тәтешле районы Кәлтәү ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башҡорт.

Атаһының хужалығында хеҙмәт иткән. 1916 йылда армияға алына.

Уҡытыусылар әҙерләүсе курстарҙа уҡый.

Мәскәүҙә Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетын һәм Ленинградта Ленин исемендәге университетты тамамлай.

Фирғәнә комсомол ойошмаларында эшләй.

Артабан Свердловск, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларындағы партия етәксеһе вазифаларында хеҙмәт итә.

1933 йылда Урал өлкәһенең игенселек совхозы директоры урынбаҫары.

1934 йылда — Сафакүл район (хәҙерге Ҡурған өлкәһе)башҡарма комитеты рәйесе.

1934—35 йылдарҙа — ВКП (б)-ның Ҡыҙыл-Троицк партия комитеты һәм

1935—1937 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Ҡоншаҡ район (Силәбе өлкәһе) комитеты секретары.

1937 йылда, «халыҡ дошманы» мөһөрө тағылып, партиянан сығарыла һәм эшенән ҡыуыла. 1938 йылда Силәбе өлкәһендә атылған.

1956 йылда ғына аҡлана[1].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатыны- Нуғаева Мәрйәм Шәйҙулла ҡыҙы (1899?- 2000?), Үрге Тәтешле ауылында тыуған,Үрге Тәтешле урта мәктәбе уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Улы- Томас Азамат улы Нуғаев (1929- 2007), Башҡорт дәүләт медицина институтын 1953? тамамлаған, Башҡортостандың үҙәк район дауаханаһы табибы (хирург-онколог), Башҡортостан АССР Республикаһының атҡаҙанған табибы (198?).

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. [//chel-portal.ru/enc/%D0%9D%D1%83%D0%B3%D0%B0%D0%B5%D0%B2_%D0%90%D0%B7%D0%B0%D0%BC%D0%B0%D1%82_%D0%9A%D1%83%D1%82%D0%BB%D0%B8%D0%B0%D1%85%D0%BC%D0%B5%D1%82%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87 Ҡотләхмәт Нуғаев