Новочеркасск казактар училищеһы
Новочеркасск казактар училищеһы — Рус Император, Дон һәм Рус армияһының Дон (шулай уҡ Әстерхан) казак частарына офицерҙар әҙерләүсе хәрби-уҡыу йорто.
Новочеркасск казактар училищеһы | |
Ғәмәлдә булған йылдары |
1869—1925 |
---|---|
Ил |
Бөйөк Дон ғәскәре |
Бойһонған |
Дон армияһы Көньяҡ Рәсәй Ҡораллы көстәре |
Тип |
Хәрби училище |
Дислокация |
Новочеркасск |
Девиз |
«Долгу верен — врагу грозен» |
Марш |
Атаман лейб-гвардия полкы маршы |
Билдәләре |
Каховка янындағы һуғыш өсөн Георгий петлицалары (1920) |
Командирҙары | |
- | |
Граждандар һуғышы ваҡытында училище Ирекле армия өсөн төп һыйынырлыҡ урыны булып тора, унда илдә беренсе булып һуғышсыларҙы кейем-һалым, һуғыш кәрәк-ярағы, ҡорал менән тәьмин итеү ойошторола[1]. Училище тулы составында фронтта ҡыҙыл ғәскәрғә ҡаршы йыш ҡына хәрәкәт итеүсе хәрби часть була[2].
Училищеның байрам көнө: 8 (21) ноябрь — Изге архистратиг Михаил көнө[3].
Училище тарихы
үҙгәртергә1862-1865 йылдарҙа Рәсәйҙә хәрби реформа үткәрелә, ул ғәскәрҙең структуралары менән эффективлы идаралыҡ итеү формаларын булдырыуға йүнәлтелә. 1864 йылда ил 10 хәрби округҡа бүленә; 1865 йылда тағы 3 округ ойошторола[4]. Рус Император армияһына офицер кадрҙары әҙерләү маҡсатында хәрби округтарҙа округ юнкер училищелары асыла.
Казак юнкер училищелары Ырымбур (1867), Новочеркасск (1869), Ставрополь (1870) ҡалаларында асыла[5]. Ырымбур училищеһында Ырымбур , Урал һәм Семиречье казак ғәскәрҙәре юнкерҙары , Новочеркасск училищеһында — Дон һәм Әстерхан казак ғәскәре юнкерҙары , Ставрополь училищеһында — Терек һәм Кубань казак ғәскәре юнкерҙары уҡый[6].
- Новочеркасск казак училищеһы хронологияһы
Белем биреү процесы, етештереү
үҙгәртергә- Дөйөм класс (әҙерлек курсы)
- Беренсе махсус класс (беренсе курс)
- Икенсе махсус класс (икенсе курс)
Юнкерҙарҙың униформаһы
үҙгәртергәУчилище начальниктары
үҙгәртергә- 1869 — полковник Миллер
- 1875 — полковник Третьяков
- 1885—1889 — полковник Д. С. Шуваев
- 1889—1905 — полковник М. С. Тюлин
- 25.06.1905 — 25.08.1906 — полковник А. М. Каледин
- 12.10.1906 — 26.05.1910 — полковник П. Л. Гуславский
- 10.06.1910 — 05.01.1918 — полковник (1915 йылдан алып генерал-майор) П. Х. Попов
- 1918 — полковник (һуңынан генерал-майор) А. И. Семенченков[7]
- Генерал-майор А. М. Максимов
- ? — 1924 — генерал-майор Н. Г. Зубов
- 1924 — генерал-майор В. П. Попов
Билдәле булған уҡытыусылар һәм уҡып сығыусылар
үҙгәртергә- Бирюков Иван Алексеевич — генерал-майор, Әстерхан казак ғәскәрҙәренең атаманы.
- Бородин Сысой Капитонович — Генштаб генерал-майоры, 3-сө Дон дивизиһы генерал Гусельщиков армияһында.
- Галаев Пётр Андреевич — Кубандағы беренсе партизан отрядының командиры. 1918 йылда Энем янындағы һуғышта баш күтәреүселәр көстәре менән командалыҡ иткән.
- Губарев Георгий Витальевич — тарихсы, яҙыусы, шағир.
- Гусельщиков Адриан Константинович — генерал-лейтенант, Рус Врангель армияһының 3-сө Дон казактары дивизияһы командиры.
- Коновалов Пётр Ильич — Генштаб генерал-лейтенанты, 2-се Дон корпусы командиры.
- Кравцов Пётр Гаврилович — Дон армияһы генерал-майоры.
- Ляхов Дмитрий Тимофеевич — генерал-майор. Әстерхан казак ғәскәрҙәре атаманы.
- Миронов Филипп Кузьмич — совет хәрби начальнигы, Граждандар һуғышы ҡатнашсыһы.
- Писарев Пётр Константинович — генерал-лейтенант,Беренсе бөтә донъя һуғышы геройы, Аҡ хәрәкәт ҡатнашсыһы.
- Попов Пётр Харитонович — Дон атаманы, Генштабтың кавалерия генералы.
- Родионов Иван Александрович — әҙәбиәтсе, публицист.
- Токарев Фёдор Васильевич — совет ҡорал эшләүсеһе.
- Туроверов Николай Николаевич — шағир.
- Ханжонков Александр Алексеевич — Кинематографты Рәсәйҙә иң беренсе булып башлаусы.
- Харламов Пётр Григорьевич — генерал-майор.
- Чернецов Василий Михайлович — полковник, Дондағы партизан отрядының командиры.
- Шапкин Тимофей Тимофеевич — совет хәрби начальнигы, Бөйөк Ватан һуғышында 4-се кавалерия корпусы командующийы.
См. шулай уҡ: Ҡалып:Новочеркасск казактар училищеһын тамамлаусылар
Сығанағы
үҙгәртергә- ↑ Воробьёва А. Ю. Российские юнкера, 1864—1917. История военных училищ. М., 2002. 2014 йыл 15 август архивланған.
- ↑ Прянишников Б. Донской юнкерский полк // Кадетская перекличка. 1989. № 48. 2009 йыл 1 ғинуар архивланған.
- ↑ Новочеркасское казачье училище // Русская Императорская армия. 2017 йыл 4 ғинуар архивланған.
- ↑ Кобзов В. С. Офицерский корпус Оренбургского казачьего войска. В сб. научи. ст.: Исторические очерки / Под ред. А. П. Абрамовского. Челябинск, 1994. С. 22.
- ↑ Лалаев М. С. Исторический очерк военно-учебных заведений, подведомственных Главному их Управлению. От основания в России военных школ до исхода первого двадцатилетия благополучного царствования Государя Императора Александра Николаевича, 1700—1880. Ч. 1. Спб., 1880. С. 191
- ↑ Бобровский П. О. Двадцатипятилетие юнкерских училищ (20-го сентября 1864 по 1889 г.). Спб., 1889. 43 с.
- ↑ Примечания // Шкуро А. Г. Гражданская война в России: Записки белого партизана. М.: Транзиткнига, 2004.