Новосибирск дәүләт аграр университеты
Новосибирск дәүләт аграр университеты — Новосибирск ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто.
Новосибирск дәүләт аграр университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1936 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Новасібірскі сельскагаспадарчы інстытут |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Новосибирск |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][2] |
Рәсми сайт | nsau.edu.ru[3] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Новосибирского аграрного университета[d] |
Новосибирск дәүләт аграр университеты (НДАУ) — Көнбайыш Себерҙең ике Новосибирск һәм Томск өлкәләренең эре фәнни-мәғариф үҙәге. Эшләгән йылдары эсендә университет агросәнәғәт комплексы предприятиелары өсөн 55 000-дән ашыу белгес әҙерләй.
Тарихы
үҙгәртергә1936 йылдың 11 сентябрендә Новосибирск ауыл хужалығы институты беренсе студенттар өсөн асыла. Быға тиклем бер йыл элек, 1935 йылдың 14 ноябрендә, СССР игенселек халыҡ комиссары бойороҡҡа ҡул ҡуя, уға ярашлы Новосибирскиҙа ике факультеты (агрономия һәм зоотехник) булған ауыл хужалығы институты ойошторолорға тейеш була.
Уҡыуҙар башланыуға уҡытыусылар составы: профессорҙар, доценттар, ассистенттар туплана, 6 кафедра ойошторола. 1941 йылда белгестәрҙең беренсе сығарылышы була: 45 агроном һәм 34 зоотехник диплом ала. 1944 йылда, һуғыш осороноң бөтә ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, механизация факультеты, ә 1945 йылда — ситтән тороп уҡыу бүлеге асыла, ул 9 йылдан һуң ситтән тороп белем алыу факультеты итеп үҙгәртелә, ә 1992 йылда квалификация күтәреү факультеты менән бергә ситтән тороп уҡыу һәм квалификация күтәреү институтына әйләнә. 1960 йылда иҡтисад факультеты асыла, ә 1962 йылда агрономия факультетынан Урал артынса беренсе үҫемлектәрҙе һаҡлау факультеты айырыла. 1979 йылда ветеринар табип әҙерләнә башлай.
1982 йылда Кемерово ҡалаһында тәүге филиалы асыла, һуңынан ул Кемерово ауыл хужалығы институты итеп үҙгәртелә, ә 2002 йылда үҙ аллы юғары уҡыу йорто статусы ала. 90-сы йылдарҙа тағы ла Томскиҙа бер филиалы барлыҡҡа килә — хәҙер Томск ауыл хужалығы институты, ә 2004 йылда — Томск өлкәһенең Колпашево ҡалаһында Төньяҡ филиалы (хәҙер ябылған) асыла.
1991 йылда Новосибирск дәүләт ауыл хужалығы институты аттестация үтә һәм университет статусы ала. Уның составында юридик факультет һәм дәүләт һәм муниципаль идара итеү факультеты барлыҡҡа килә.
Халыҡ-ара бәйләнештәр формалаша башлай, был халыҡ-ара бүлеген барлыҡҡа килтерә, ул әүҙем үҫешә һәм камиллашыуын дауам итә. Шул уҡ 1991 йылда университет структураһында ветеринар генетика һәм селекция фәнни-тикшеренеү институты булдырыла. 1996 йылда малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институты, ә 2003 йылда — үҫемлектәрҙе һаҡлау ғилми-тикшеренеү институты ойошторола.
Факультеттары
үҙгәртергә- Агрономия
- Биология-технология
- Инженер институты
- Иҡтисад
- Ветеринария медицинаһы
- Юридик
- Дәүләт һәм муниципаль идара итеү
- Ситтән тороп белем биреү институты
- Квалификация күтәреү
- Урта профессиональ белем биреү факультеты
- «Куйбышев» ауыл хужалығы техникумы
- Өҫтәмә профессиональ белем биреү институты
Ректорҙары
үҙгәртергә- 1936—1937: Гринберг Борис Яковлевич
- 1938—1939: Прутовых Павел Николаевич
- 1939—1942: Жуковский Николай Иванович
- 1942—1945: Басюк Тимофей Леонтьевич
- 1946—1953: Григорий Яковлевич Звонкович
- 1953—1954: Смирнов Николай Павлович
- 1955—1956: Леонов Иван Матвеевич
- 1956—1960: Овсянников Александр Иванович
- 1961—1966: Красиков Захар Дмитриевич
- 1966—1987: Иван Иванович Гудилин
- 1987—2008: Кондратов Анатолий Федорович
- 2013—2020 Денисов Александр Сергеевич
- 2020 йылдан: ректор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Евгений Владимирович Рудой
Шулай уҡ аҙ ваҡыт юғары уҡыу йортон етәкләйҙәр[4]:
- Е. В. Федин
- А. М. Лукьянов
- И. В. Бородин
- В. Т. Орлов
- А. М. Кузьмищев
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Google Knowledge Graph — 2012.
- ↑ http://nsau.edu.ru/downloads/booklet.pdf