Новгород ҡыйралышы (ҡыйралыш) — 1569—1570 йылдарҙа күпләп үлтереүҙәр менән алып барылған Иван Грозныйҙың шәхси етәкселеге аҫтында Новгородҡа опричнина ғәскәрҙәре походы. Ҡыйралыш ҡорбандары булып, төрлө баһалар буйынса, 1 5 меңгә тиклем кеше иҫәпләнә. Бынан тыш, ҡалала погромдар һөҙөмтәһендә аслыҡ һәм ауырыуҙар шаша башлай.

Новгород погромы
Дәүләт  Рәсәй
Урын Бөйөк Новгород
Башланыу датаһы 2 ғинуар 1570
Тамамланыу датаһы 12 февраль 1570

1569 йылдың декабрендә, күптән түгел үҙенең бойороғо менән үлтерелгән кенәз Владимир Адреевич Старицкийҙы үлтереүе өсөн Новгород аҡһөйәктәренең «заговорҙа» ҡатнашыуында һәм бер үк ваҡытта уларҙың Польша короле Сигизмунд II Августҡа бирелергә ниәтендә шикләнеп, Иван Грозный ҙур ғәскәре менән Новгородҡа ҡаршы сыға.

Быға сәбәп булып Новгородта ни өсөндөр язаланған берәҙәк Петрҙың архиепископ Пимен башлығында новгородлыларҙың тәхеткә Владимр Старицкийҙы ултыртырға һәм Новгород менән Псковты Польша короллегенә тапшырырға тигән ялған хәбәре тора. В. Б Кобрин фекере буйынса, «донос асыҡтан-асыҡ мәғәнәһеҙ һәм ҡаршылыҡлы, сөнки новгородлыларға ике тап килмәгән ынтылыш ҡайтарып ҡалдырыла.

1569 йылдың көҙөндә Новгородҡа юлланып, опричниктар Тверь, Клин, Торжок һәм башҡа ҡалаларҙа талау һәм үлтерештәр ойоштора (документаль 1505 үлтереш дәлилләнә, башлыса — зиндандарҙа ултырған литва татар тотҡондарын, шулай уҡ опричниктарҙың Мәскәүгә барған юлында осраған[1] кешеләрҙе үлтерәләр). Тверҙең Отрочий монастырында 1569 йылдың декабрендә Малюта Скуратов, [2] Новгородҡа походҡа фатиха бирмәгән митрополит Филиппты, шәхсән быуып үлтерә[3].

Опричнина ғәскәрҙәрендә, А.А. Зиминға ярашлы, ярашлы, 15 мең кеше,[4], шул иҫәптән 1500 уҡсы иҫәпләнә[3].

1570 йылдың 2 ғинуарында В.Г. Зюзин етәкселегендәге отряд Новгородҡа килә һәм ҡаланы застава менән ҡамап алалар, монастырҙарҙа, сиркәүҙәрҙә һәм шәхси йортта ҡаҙнаны мисәтләйҙәр һәм монахтарҙы, руханиҙарҙы һәм күренекле новгородлыларҙы «тоғролоҡҡа» ҡуялар. 6 ғинуарҙа Иван Грозный ҡалаға үҙе килә.

8 ғинуарҙа, опричнина ғәскәре Новгород руханиҙары менән осрашыу ваҡытында батша архиепископ Пименды хыянатта ғәйепләй. Ул ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла[5]. Әйтергә кәрәк, Пимен батшаға тоғро була һәм баш бирмәгән митрополит Филиппты фаш итеүҙә ярҙамлаша. Әммә Иван Грозный уны ла шәхсән заговорҙа ғәйепләй. Архиепископты тағы ла нығыраҡ кәмһетеү өсөн сисендереп, уның ҡатыны тип атап, атҡа бәйләп ҡуялар һәм шул килеш йөрөтәләр. Һөҙөмтәлә опричник Афанасий Вяземский Пименды ҡулға алыныуы тураһында иҫкәртергә маташыуҙа ғәйепләнә, уны ҡамсы менән һуҡтыралар һәм Волга буйына Городецкий посадына ебәрәләр, ул тиҙҙән шунда үлә[6].

Новгородта язалап үлтереүҙәр.

үҙгәртергә
 
Опричниктар. Василий Худяков картинаһы, 1871 й.

Иван Грозный урындағы аҡһөйәктәрҙе һәм приказнойҙарҙы «Рюрик ҡаласығында» суд ойоштороп маҡсатлы рәүештә юҡ иткән ҡорбандарҙың теүәл һаны тәүге осорҙарҙа ғына алып барыла (211 алпауыт һәм уларҙың 137 ғаилә ағзаһы үлтерелә, 45 дьяк һәм приказной, шунса уҡ уларҙың ғаилә ағзалары) үлтерелә. Үлтереүселәр араһында: Новгородтың төп дьяктары К. Румянцев һәм А. Бессонов, пушка эштәре менән етәкселек иткән бояр В. Д. Данилов, шулай уҡ үҙ аҡсаһына бер нисә сиркәү төҙөүсе күренекле бояр Ф. Сырков (уны башта боҙло һыуҙа тоталар, ә һуңынан тереләй ҡаҙанда бешерәләр) була. Бынан һуң батша Новгород монастырҙарын талай башлай, байлыҡтарын тартып ала, ә опричниктары Новгород посадтарына һөжүм итә, уның барышында иҫәпһеҙ кеше һәләк була. Изге София храмынан Васильев ҡапғаһы һүтеп алына һәм Александр биҫтәһенә килтерелә[1].

Артабан 15 февралгә тиклем дауам иткән язалауҙар башлана. Ҡала халҡын, шул иҫәптән балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы күп төрлө язалар ҡулланып язалайҙар. Новгородты тар-мар итеү повесында хәбәр ителеүенсә[7], Иван кешеләргә яныусы ҡатнашма һибергә, һуңынан яныусы, ләкин әле тере кешеләрҙе Волховҡа ташларға ҡуша; башҡаларын батырырҙан алда саналар артынан һөйрәтеп алып китәләр; «ә ҡатындарҙы, уларҙың балалары менән бейектән һыуға ташларға бойора». Монах һәм дин әһелдәрен шунда уҡ суҡмарҙар менән туҡмап һыуға батыралар. Замандаштар Волховтың мәйет менән тулғанлығын хәбәр итә; был турала тере риәүәйттәр XIX быуатҡа тиклем һаҡлана[3].

Кешеләрҙе таяҡ менән туҡмап үлтерәләр, Волхов йылғаһына ташлайҙар, эҫе онда ҡыҙҙыралар. Новгород йылъяҙмасыһы үлтергәндәр һаны бер көндә мең ярымға етеүен; туҡмалған 500-600 кеше бәхетле тип һаналыуын яҙа[8].

Шәхси йорттар һәм сиркәүҙәр талана, новгородлыларҙың мөлкәте һәм аҙыҡ-түлеге юҡ ителә. 200-300 км таратылған опричнина отрядтары бөтә тирә -яҡтарҙа талай һәм үлтерә

Әммә артабан ҡалала иң ҡурҡынысы башлана. 1569—1570 йылдарға ҡытлыҡ тура килә. Аслыҡтан халыҡ, опричник ҡулдарынан үлгәнгә ҡарағанда күберәк ҡырыла. Новгородта кеше ашаусылыҡ киң тарала. Рустә погромға тиклем башланған һәм Новгородҡа унан һуң килгән чума эпидемияһы эште тамамлап ҡуя[9].

Новгородта үлтерелгәндәр һаны.

үҙгәртергә

Һәләк булыусылар һаны билдәле түгел, хәҙерге ғалимдар 2-3 меңән алып (Р.Г. Скрынников) 10-15 меңгә тиклем (В.Б. Кобрин) иҫәпләй, Новгородта дөйөм халыҡ һаны 30 мең[10].


Б. В. Кобрин тип бик был һандарҙы кәметелгән тип иҫәпләй, ул дөйөм 30 мең халҡы булған Новгородта һәләк булғандарҙың һаны 10-15 мең тип баһалай. Шул уҡ ваҡытта үлтереүҙәр һаны ҡаланың үҙе менән генә сикләнмәй. Бынан тыш опричниктарҙың аҙыҡ запасын юҡ итеү һөҙөмтәһендәге аслыҡ, шул ваҡытта чума таралыуы[3]. Һөҙөмтәлә йылъяҙмалар мәғлүмәттәре буйынса, 1570 йылдың сентябрендә Иван Грозный ҡорбандары ерләнгән ҡәберлектәрҙе асыуҙағы, шулай уҡ аслыҡтан, ауырыуҙан вафат булғандарҙың һаны 10 мең иҫәпләнә. В. Б Кобрин был ҡәберлектең берҙән-бер булыуы түгелеген фаразлай.

Псковта язалап үлтереүҙәр.

үҙгәртергә

Новгородтан Грозный Псковҡа килә. Псковта батша үҙ ҡулы менән Псков-Печора монастырының игумены Корнилийҙы үлтерә. Шулай уҡ уның ярандары аҡһаҡал Вассиан Муромцевты, ике ҡала приказчигын, бер подьячийҙы һәм 30-40 бояр балаларын үлтерә.

Батша бер нисә Псков кешеһен үлтереү һәм уларҙың мөлкәтен конфискациялау менән сикләнә. Шул ваҡытта, риүәйәт хәбәр итеүенсә, Иван Грозный бер Псков диуанаһында (ниндәйҙер Никола Салос) ҡунаҡта була. Никола уға бешмәгән ит киҫәген тоттора һәм: «Мә, аша, һин кеше ите менән туҡланаһың бит», - тип әйтеп итте һона, ә һуңынан Иванға, әгәр ул Псков халҡын аямаһа, күп кенә бәләләр менән янай. Грозный уны тыңламай һәм бер Псков монастырының ҡыңырауын сисеп алырға бойора. Шул уҡ сәғәттә батшаның иң яҡшы аты йән бирә, был Иванға ныҡ тәьҫир итә. Батша ашығыс рәүештә Мәскәүгә ҡайта, унда яңынан эҙләүҙәр һәм үлтереүҙәр башлана: Новгород хыянатының эйәрсәндәрен эҙләйҙәр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Скрынников Р. Г. Иван Грозный. — М., АСТ, 2001.
  2. Святитель Филипп, митрополит Московский
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Н. И. Костомаров. Русская история в жизнеописаниях её главнейших деятелей Глава 20. Царь Иван Васильевич Грозный 2008 йыл 3 май архивланған.
  4. Зимин А. А. Реформы Ивана Грозного. — М., 1960
  5. Новгородские летописи. — СПб., 1879- С. 430.
  6. Штаден Г. Записки о Московии. С. 96.
  7. Повесть о походе Ивана IV на Новгород//«Изборник», серия «Библиотека всемирной литературы», М., 1969, стр. 477
  8. VIVOS VOCO: В. Б. Кобрин, «Иван Грозный» - Глава II
  9. Разгром Великого Новгорода | Публикации | Вокруг Света. www.vokrugsveta.ru. Дата обращения: 21 апрель 2018.
  10. Скрынников Р. Г. Иван Грозный. — М.: ООО «Издательство АСТ». 2001

Һылтанмалар

үҙгәртергә