Нильссон Ида
Ида Гётильда Нильссон (швед. Ida Göthilda Nilsson; 7 февраль 1840 йыл, Лунд— 24 декабрь 1920 йыл шунда уҡ) — швед рәссамы, скульптор һәм мәҡәлдәр йыйыусы.
Нильссон Ида | |
швед. Ida Nilsson | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Лунд |
Үлгән: |
24 декабрь 1920 (80 йәш) |
Үлгән урыны: | |
Ил: | |
Работы |
Биографияһы һәм ижады
үҙгәртергәИда Нильссон 1840 йылда Лундта тыуған. Уның атаһы — зоология уҡытыусыһы Свен Нильссон, Лунд университетында зоологиянан уҡыта, һәм әсәһе — Элизабет Сесилия Берг. Ида Нильссондың баҫылмаған ҡулъяҙмаһы һаҡланып ҡалған, унда ул ата-әсәһе йортондағы бала сағын ентекле һүрәтләй[1].
Ида Лундтағы мәктәптә уҡый, шулай уҡ телдәр, музыка һәм рәсем буйынса шәхси дәрестәр ала. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ юғары уҡыу йортона уҡырға инә алмай, әммә үҙен иң ныҡ йәлеп иткән сәнғәтте һәм археологияны үҙаллы өйрәнә. Атаһы арҡаһында ул ғилми конференцияларҙа булыу мөмкинлегенә эйә була, шул иҫәптән Англияла, Ирландияла, Германияла, Францияла һәм Данияла, шулай уҡ музейҙарға һәм тарихи һәйкәлдәргә бара ала[1].
Ида Нильссон һәм уның ғаиләһе Стокгольмда йәшәгән ваҡытта Ида яҙыусы Фредрика Бремер менән яҡындан таныша һәм уның салонында даими рәүештә була. Ида Фредрикаға һоҡлана һәм, бәлки, уның йоғонтоһо аҫтында, азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыр өсөн, кейәүгә сыҡмайҙыр. Бремер, үҙ сиратында, Иданың интеллектын баһалай[1].
1870-се йылдарҙа Ида Нильссон скульптура сәнғәте менән ҡыҙыҡһына һәм Копенгагенда Дат король академияһында Йенс Йерихауҙан дәрестәр ала башлай. Уның эштәре араһында атаһының һәм әхирәте Анна Йерта-Ретциустың портрет бюстары бар. Ида эшләгән бөтә скульптуралар ҙа һаҡланмаған: атап әйткәндә, Фредрика Бремер бюсы тик яҙма дәлилдәрҙән генә билдәле.[1].
19 − 20-се быуаттар сигендә Ида Нильссон Сконе провинцияһында халыҡ мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен йыя башлай. Йыйылған материалды ул алфавит принцибы буйынса ойошторолған тематик төркөмдәргә бүлә (һөтимәрҙәр, ҡоштар, амфибиялар, бөжәктәр буйынса төркөмдәр). Бынан тыш, ул килеп сығышын теүәл күрһәтә. Үҙе менән бергә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың документлаштырылырға тейешле традицион лексик хазина йөрөтөүселәр булыуын аңлай. Ул йөкмәтке менән төбәк араһындағы сағыштырыуҙарҙы еңеләйтеү өсөн әйтемдәрҙе тәртипкә һала. Был эштә уның халыҡ менән яҡын танышыуы һәм ябай фәнни ысулдар менән эшләй белеүе күренә.
Ида Нильссон 1920 йылдың 24 декабрендә Раштыуа байрамы алдынан вафат була. Лунд зыяратында яҡындары менән йәнәш ерләнә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Elisabeth Arwill-Nordbladh. Ida Göthilda Nilsson (ингл.). Svenskt kvinnobiografiskt lexikon. Дата обращения: 5 апрель 2020. Архивировано 25 ғинуар 2020 года.