Николаева Александра Степановна

Николаева Александра Степановна — Рязань өлкәһе Ижевск районының «Дело Октября» колхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Николаева Александра Степановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1 (14) апрель 1912
Вафат булған көнө 20 март 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (67 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

1912 йылдың 1 апрелендә (19 март) Рязань губернаһының Ҡасимов өйәҙе Кочемарские Выселки (Дворики) ауылында тыуған. Шунда уҡ башланғыс мәктәптең 3 класын тамамлай (1923) һәм кейәүгә сыҡҡанға тиклем (1929) ата-әсәһе хужалығында эшләй.

1932 йылдың майында «Дело Октября» (Ижевск ауылы) колхозында һауынсы булып эшләй башлай. 1937 йылда үҙ төркөмөндәге 11 һыйырҙың һәр береһенән уртаса 2 500 килограмм һөт һауа (Рязань өлкәһе буйынса уртаса күрһәткескә ҡарағанда ике тапҡырға юғары). 1939 йылда үҙенең тәүге наградаһы — ВСХВ-ның Кесе алтын миҙалы менән бүләкләнә.

1947 йылда һәр һыйырҙан 3795 килограмм һөт ала, киләһе йылына — 5124 кг (колхоз буйынса уртаса күрһәткес — 2301). 1949 йылдың 9 майында СССР Юғары Советы Президиумының указы менән Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1957 йылда һәр һыйырҙан 8000 килограмдан ашыу һөт ала, 1958 йылда — 8190 кг, 1959 йылда — 8236 кг (ҡул менән һауып). 1960-сы йылдар башынан механик һауыуға күскәндән һуң, үҙ төркөмөндәге һыйырҙарҙан 5000 килограмдан ашыу һөт һауып ала.

1977 йылға тиклем фермала эшләй.

1980 йылдың 20 мартында вафат була. Спас районының Ижевск ауылы зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

- Ике Ленин ордены (09.5.1949, 07.02.1957),

- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (17.8.1948, 22.3.1966),

- Социалистик Хеҙмәт Геройы 09.05. 1949

- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (08.01.1960),

- ВСХВ-ның Ҙур һәм Кесе алтын һәм ике бронза миҙалы,

- ВДНХ-ның Ҙур Алтын һәм Кесе көмөш миҙалы .

Сығанаҡтар

үҙгәртергә