Низамов Рәшит Зыяфетдин улы
(Низамов Рашит Зияфутдинович битенән йүнәлтелде)
Низамов Рәшит Зыяфетдин улы (15 ноябрь 1935 йыл — 9 июнь 2018 йыл) — яҙыусы. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2007). Ҡайһы бер әҫәрҙәрен Рәшит Уңғар псевдонимы менән дә баҫтыра.
Рәшит Низамов | |
Исеме: |
Низамов Рәшит Зыяфетдин улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Наградалары: |
БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Ғәли Соҡорой исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2002). |
Биографияһы
үҙгәртергә- Рәшит Зыяфетдин улы Низамов (Рәшит Уңғар) 1935 йылдың 15 ноябренда Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған.
- Башланғыс белемде урындағы мәктәптә ала.
- Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып, әсәһе сирләп вафат булғас, Өфө ҡалаһының 5-се балалар йортонда тәрбиәләнә, 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһында (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡый.
- Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын 1958 йылда тамамлай.
- 1958 йылдан 1967 йылға тиклем "Ленинец" гәзите хеҙмәткәре,
- 1967 йылдан 1978 йылға хәтлем "Башҡортостан пионеры" газетаһының бүлек мөдире,
- 1978 йылдан 1983 йылға тиклем "Совет Башҡортостаны" гәзитендә бүлек мөдире,
- 1983 йылдан 1991 йылға тиклем "Ваш Собеседник" журналы хеҙмәткәре,
- 1991 йылдан 2012 йылға тиклем БР Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты.
- 2018 йылдың 9 июнендә Өфөлә вафат булған
Әҙәби ижады
үҙгәртергә- "Ышаныс" исемле тәүге китабы 1971 йылда сыға.
- Балалар өсөн яҙылған хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары
- "Батырлыҡ дәресе" 1984 йылда,
- "Вәғәҙәң ант булһын" 1988 йылда,
- "Танып ҡыҙы" 2003 йылда баҫылып сыға.
- 1996 йылда "Тәңре Улының Шишмәһе",
- 2007 йылда "Изге фарман" тарихи романдары донъя күрә.
- 2009 йылда сыҡҡан "Ил яҙмышы, заман һулышы" китабын төҙөүселәрҙең һәм мөхәррирҙәренең береһе.
- Хикәйәләр һәм әкиәт һыйҙырған "Һине көтә Йырлыбаш" 1993 йылда,
- 2 томда сыҡҡан һайланма әҫәрҙәре 2010-2012 йылдарҙа,
- "Аманат ҡылысы" тип аталған повестар йыйынтығы 2015 йылда нәшер ителә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991)
- Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2007)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Низамов Рәшит Зыяфетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.