Низаметдинов Мансар Низаметдин улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, лейтенант.

Низаметдинов Мансар Низаметдин улы — (БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡол улусы Тирмән ауылында 1919 йылдың 15 апрелендә тыуған — 1978 йылдың 15 майында вафат булған, Тирмән ауылында ерләнгән) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, капитан[1][2].

Низаметдинов Мансар Низаметдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 апрель 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Салауат районы
Вафат булған көнө 1978
Һөнәр төрө агроном
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Низаметдинов Мансар Низаметдин улы 1919 йылдың 15 апрелендә Тирмән ауылында (хәҙерге — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тирмән ете йыллыҡ мәктәбенән һуң Белорет ҡалаһында фабрика-завод уҡыуҙарын һәм Благовещен ҡалаһындағы агромәктәпте тамамлай. Һуғыш алдынан агроном булып хеҙмәт юлын башлай.

Хәрби юлы

үҙгәртергә

1939 йылдың 1 сентябрендә Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына хеҙмәткә саҡырыла. Хәрби хеҙмәтен Сахалинда, Оха ҡалаһында 188-се сик һағы (пограничный) уҡсылар полкында башлай.

Хабаровск хәрби училищеһына уҡырға инә, һәм Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, 1941 йылдың 1 сентябрендә экстерн рәүештә тамамлай.

382-се уҡсылар дивизияһы формалашыу менән, Волхов фронтына китә. Хәрби хеҙмәтен лейтенант дәрәжәһендә башлай, миномёт ротаһы менән командалыҡ итә, һуңғараҡ миномёт батальоны командиры итеп тәғәйенләнә.

59-сы армияға ҡараған 374-се уҡсылар дивизияһы составында, танктарға ҡаршы тороусы подразделениелә һуғыша.

1943 йылда Мга ҡалаһы янында контузия ала.

Госпиталдә дауалағандан һуң, Новгородты азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың 20 ғинуарында дошман Новгород ҡалаһынан ҡыуыла.

Артабан Красносельский Ҡыҙыл Байраҡлы Кутузов орденлы 125-се уҡсылар дивизияһыны 657-се уҡсылар полкы командиры сифатында Ленинград фронтына ебәрелә. 125-се уҡсылар дивизияһы Ленинградты 1942 йылдың февраленән 1944 йылдың ғинуарына тиклем обороналай[3].

1944 йылдың 20 сентябрендә, Ленинград-Новгород операциялары барышында, 1944 йылдың 14 ғинуар — 1 мартында Ленинград, Волхов һәм 2-се Балтик буйы фронттары, Балтик флоты менән берлектә хәрәкәт итеп, Ленинград блокадаһын тулыһынса өҙә.

Таллин һөжүм итеү операцияһы барышында Мансар Низаметдин улы 1944 йылдың февраленән сентябренә тиклем Нарва, Таллин ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша[4].

Көнсығыш Пруссия биләмәһендә дошман көстәренең ҡаршылығын йырып сығыуҙа, Көнигсберг ҡалаһы (хәҙер — Калининград) өсөн ҡаты яуҙарҙа ҡатнаша.

Одер йылғаһын кисеп сығыу операцияларында ҡатнаша, Оппельн һәм Нейсс ҡалалары янында дошмандарҙы юҡ итә.

Берлин штурмында төп пункт ролен үтәгән Сандомир ҡалҡыулығында барған ҡаты алыштарҙа ҡатнаша.

Польшаның Катовице ҡалаһын азат иткәндән һуң, һөжүм Сосновице һәм Бреслау ҡалаһына йүнәлтелә.

Артабан Берлин, Дрезден ҡалаларына күсергә тейеш булһа ла, Чехословакияла фетнә башланыу сәбәпле, Бальденберг, Фрейберг, Гроссберг ҡалаларын алғандан һуң, уларҙың часы Чехословакия территорияһына күсә.

Низаметдинов Мансар Прага ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышты 125-се уҡсылар дивизияһы составында 657-се уҡсылар полкы командиры Борис Петрович Нецветаевтың (1945 йылдың 5 февраленән) урынбаҫары була. 1945 йылдың 1 декабрендә, һаулығы торошо насарайыу сәбәпле, армиянан демобилизациялана.

Һуғыштан һуң тыуған Тирмән ауылына ҡайта, агроном һәм партия ойошмаһы секретары булып эшләй.

Тормош иптәше Мария Александровина (Алексеева) менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

1978 йылдың 15 майында вафат була.

Наградалары

үҙгәртергә

Низаметдинов Мансар Низаметдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[6] һәм БР-ҙың Салауат районы Тирмән ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО Картотека награждений: шкаф 61, ящик 7

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә