Түбәнге Аташ
Түбәнге Аташ (рус. Нижнеаташево) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 521 кеше[3]. Почта индексы — 452313, ОКАТО коды — 80224830002.
Түбәнге Аташ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Семилетка ауыл Советы (Дүртөйлө районы) |
Халыҡ һаны |
465 кеше (2002)[1], 473 кеше (2009)[1], 521 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 452313 |
Тарихы
үҙгәртергәАуылға нигеҙҙе аҫаба башҡорт Аташ Тинкуйев һала. Ауыл тәүге тапҡыр 1795 йылғы V рәүиз материалдарында теркәлә. Унда 7 ихатала 40 башҡорт йәшәй. 1794 йылдың 10 февралендә төҙөлгән килешеүгә ярашлы башҡорттар Түбәнге Аташ ауылына типтәрҙәрҙе индерә, 1795 йылда ауылда 27 типтәрҙең йәшәүе теркәлә. 1859 йылда 207 башҡорт һәм 256 ерһеҙ башҡорт (припущенниктар) иҫәпкә алына. 1870 йылда ауылдағы 112 ихатала 499 кеше йәшәй. 1920 йылдағы бөтә халыҡ иҫәбен алыу документтарында тораҡ пунктындағы 257 ихатала 1303 башҡорт һәм типтәр йәшәүе теркәлә[4].
1816 йылғы документтар буйынса ауылда Ғирфан Баязитов, Китап Сәйҙәмов, Ғәнбәр Тимеров (Ғәббәс улы), Мөхәмәтрәхим Ҡотлоҡәдәмов, Фәйрүш (Фәйрушат) Ғүмәров, Әбделхәким Әбделлатифов, Ғөбәйҙулла Йәүкәйевтар йәшәй[4].
Поход старшинаһы Бикташ Ғәлиәкбәров (Тимеровтың улы) 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. Уның улдары: Мирхәйҙәр, Ширғазы. Зауряд-хорунжий Әбделсалих Раянов (Китап уҙамандың улы) 1834 йылға тиклем (36 йәшендә) 4 тапҡыр Ырымбур сик буйы һыҙатын һаҡлауҙа була. Уның улдары: Әбделисхаҡ, Әбделҡадир, Әбделвәхит, Әбделбасир. Түбәнге Аташта мишәр кантоны начальнигы Тупеев Исмәғил Ардуван улы йәшәй һәм 1853 йылда 16-сы кантон начальнигы итеп тәғәйенләнә[4].
Ауылда ике мәсет һәм мәсеттәр эргәһендә мәктәптәр эшләй. Ауылда тирмән була. 1843 йылда 116 башҡортҡа 312 бот ужым һәм 360 бот яҙғы иген сәселә. Бында йәшәүселәр 196 ат, 158 һыйыр, 120 һарыҡ һәм 71 кәзә аҫырай[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 521 | 246 | 275 | 47,2 | 52,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғиләжев Мөфтәдин Мәғәүи улы (1.07.1938—22.04.2021), мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Кишинёв, 1987).
- Әхмәтова Руза Әнғәм ҡыҙы (1945), ғалим-педиатр. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005)[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Әхмәтова Руза Әнғәм ҡыҙы 2020 йыл 29 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 октябрь 2020)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2019)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- / Түбәнге Аташ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2019)