Ненец ҡурсаулығы
Ненец ҡурсаулығы (рус. Не́нецкий госуда́рственный приро́дный запове́дник) — Ненец автономиялы округының ҡурсаулығы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте указы менән 1997 йылдың 18 декабрендә ойошторола.
Ненец дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d][1] (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 313400 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1997 йыл |
Урынлашыуы | |
68°36′10″ с. ш. 53°39′47″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Ненец автономиялы округы |
nenzap.ru | |
Ҡурсаулыҡтың майҙаны — 313 400 гектар, шуның 181 900 гектары — диңгеҙ акваторияһы. Һаҡ зонаһының майҙаны 269 200 га (242 800 га — диңгеҙ акваторияһы) тәшкил итә. Ненец дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Көнсығыш Европа тундраһының типик бөтөн экосистемаларын һәм Баренц диңгеҙенең яр буйы һыуҙарын һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында булдырылған.
Урынлашыуы
үҙгәртергәҠурсаулыҡ территорияһы Печора морононоң Захарьин ярын, Болван морононоң көньяҡ яры буйлап Печора йылғаһының түбәнге ағымын[2], Көнсығыш Нерут йылғаһы дельтаһының бер өлөшөн, Гуляевские Кошки утрауын, Матвеев, Голец, Долгий, Оло һәм Бәләкәй Зеленцы утрауҙарын үҙ эсенә ала. Шулай уҡ Коровин, Урта һәм Кузнецк ҡултыҡтарының һыуҙарын, Болван ҡултығының бер өлөшөн, Захарин яры буйындағы ун километрлыҡ һыу майҙанын (Захребетная ҡултығы) һәм үрҙә телгә алынған утрауҙар тирәләй ике километрлыҡ һыу майҙанын биләй[3].
Флора һәм фаунаһы
үҙгәртергәУтрау ҡоштарҙың, шул иҫәптән һирәк һәм юғалыу хәүефе янағандарҙың — бәләкәй аҡҡоштарҙың, аҡ яңаҡлы ҡаҙҙарҙың, сәңкелдәк ҡаҙҙарҙың, аҡ суҡышлы гагараларҙың, бала сығарыу һәм йөн ҡойоу урыны булып хеҙмәт итә.
Долгий утрауының көньяҡ осонда Атлантик морждар яр буйына туплана (Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән). Йыл һайын утрауҙарға аҡ айыу килә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр
үҙгәртергәҠурсаулыҡ территорияһында Кумжа газ ятҡылығы бар, унда 1980 йылда 9-сы скважинала быраулау ваҡытында авария була, һуңынан янғын башлана. 1981 йылдың майында 1,5 мең м тәрәнлектәге ятҡылыҡта геология ҡатламдарын күсереү маҡсатында ядро заряды шартлатыла, ятҡылыҡта эш туҡтатыла. Авария эҙемтәләре әле булһа бөтөрөлмәгән[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всемирная база данных охраняемых природных территорий — 1981.
- ↑ Болванская губа // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Информация о заповеднике на сайте «ООПТ России» . Дата обращения: 8 март 2011. Архивировано 2 август 2011 года.
- ↑ Разработка Кумжинского месторождения уничтожит Ненецкий заповедник . Дата обращения: 26 ноябрь 2012. Архивировано 21 декабрь 2013 года.