Гагаралар
Гагаралар | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Gavia (Forster, 1788) | ||||||||||||
|
Гагара (ҡағараҡ) һымаҡтар (лат. Gavia, (рус. Гагарообразные ) — төньяҡ өлкәләрҙә йәшәй торған ҡырлас күкрәкле һыу ҡоштары, уға гагаралар һәм сыпҡайҙар инә[1]; гагаралар ғаиләһенән һыу ҡоштары отряды. Европа, Азия һәм Төньяҡ Америкала тереклек итә. Кәүҙәһе 100 см, ҡанат йәйеме 150 см-ға ҡәҙәр. Муйыны оҙон, һығылмалы. Башы кескенә, мороно оҙон, тура. Ҡаурыйҙары тығыҙ, ҡуйы. Ҡоро ерҙә, бәкәл һөйәгенә таянып, шыуышып ҡына йөрөй ала. Төп аҙығы - балыҡ, эре һыу умыртҡаһыҙҙары.
Тарихы
үҙгәртергәҘур булмаған, бер төрлө һәм иң бороңғо ҡоштар отряды, пингвин һәм буревестник һымаҡтарға туғандаштар. Ҡайһы бер анатомик һәм биохимик үҙенсәлектәре ржанка һымаҡтар менән алыҫ туғандаш икәнлектәрен күрһәтә. Ҡаҙылма хәлдә отряд вәкилдәре һуңғы аҡбур дәүеренән билдәле. Һөйәк ҡалдыҡтары буйынса 4 ырыуға ҡараған 12 төр ҡоштоң (Lonchodytes ырыуы) йәшәгәнлеге асыҡланған. Хәҙерге заман ырыуына ингән ҡош ҡалдыҡтары түбәнге миоцендә Чехия биләмәләрендә табылған. Ҡағараҡтарҙың эволюцияһы төньяҡ ярымшар шарттары менән сикләнгәндер күрәһең, хәҙерге заман вәкилдәре - Голарктиканың төньяҡ һәм уртаса киңлектәге эндемиктар.
Хәҙерге ваҡытта йәшәгән биш төр ҡағараҡтарҙан тыш, Gavia ырыуына ҡараған туғыҙ ҡаҙылма төр билдәле:
- Gavia brodkorbi † (Howard, 1978)
- Gavia concinna † (Wetmore, 1940) = Gavia palaeodytes † (Wetmore, 1943)
- Gavia egeriana † (Svec, 1982)
- Gavia fortis † (Olson и Rasmussen, 2001)
- Gavia howardae † (Brodkorb, 1953)
- Gavia moldavica † (Kessler, 1984)
- Gavia paradoxa † (Umanskaja, 1981)
- Gavia schultzi † (Mlíkovsky, 1998)
Систематика
үҙгәртергәҒәҙәттә, тышҡы ҡиәфәттәре һәм йәшәү рәүештәре менән оҡшаш булыуҙары сәбәпле, ҡағараҡ һымаҡтарҙы сыпҡай һымаҡтарға яҡын тип һанайҙар. Карл Линней 1758 йылда уларҙы бер төркөмгә (Colymbus) индерә. Үҙ сиратында был төркөм бөтә һыу ҡоштарын берләштереүсе ҙур төркөмгә Anseres берләшә. Оҙаҡ ваҡыт зоологтар ҡағараҡтарҙы Линней классификацияһы буйынса йөрөтәләр. XIX быуат аҙағында ҡағараҡ һымаҡтар һәм сыпҡай һымаҡтар ике төркөмгә айырыла. 1925 йылда зоологтарҙан беренсе булып Леон Гарднер ҡағараҡтарҙың һәм сыпҡайҙарҙың систематик бергәлеген инҡар итә. Унан күпкә һуңғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә улар араһындағы оҡшашлыҡ конвергент эволюция эҙемтәһе икәнлеге асыҡлана. Был ике отряд ҡоштары араһында морфология һәм экология йәһәтенән бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ. Башта ҡағараҡ һымаҡтарҙың вәкилдәрен дүрт төргә бүләләр ине, ләкин һуңғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡарабоғаҡ ҡағараҡ (Gavia arctica) төрөнә төрсә булып ингән аҡбаш ҡағараҡты (Gavia pacifica) үҙ аллы төргә айыралар. Бөгөнгө көндә йәшәүсе ҡағараҡ һымаҡтарҙың биш төрө билдәле. Рәсәй Федерацияһы фаунаһында биш төр ҡағараҡ иҫәпләнә, шуларҙың береһе һирәк осоп инә, ә Башҡортостан Республикаһында ике төрө (ҡарабоғаҡ ҡағараҡ һәм ҡыҙылбоғаҡ ҡағараҡ) теркәлгән.
Ҡағараҡ һымаҡтар отряды (Gaviiformes) берҙән-бер Ҡағараҡтар ғаиләһенән (Gaviidae) Ҡағараҡ ырыуынан (Gavia) тора.
Төр исеме | Латынса исеме | Статусы | Ырыу |
---|---|---|---|
Ауымбаҡ, ҡыҙылбоғаҡ ҡағараҡ | Gavia stellata (Pontoppidan, 1763) | Оялаусы, күсмә, өлөшләтә ҡышлаусы | Ҡағараҡтар (Gavia Forster, 1788) |
Ҡағараҡ, ҡарабоғаҡ ҡағараҡ | Gavia arctica (Linnaeus, 1758) | Оялаусы, күсмә, өлөшләтә ҡышлаусы | Ҡағараҡтар (Gavia Forster, 1788) |
Аҡбаш ҡағараҡ | Gavia pacifica (Lawrence, 1858) | Оялаусы, күсмә, өлөшләтә ҡышлаусы | Ҡағараҡтар (Gavia Forster, 1788) |
Аҡморон ҡағараҡ | Gavia adamsii (Gray, 1859) | Оялаусы, күсмә, өлөшләтә ҡышлаусы | Ҡағараҡтар (Gavia Forster, 1788) |
Поляр ҡағараҡ | Gavia immer (Brunnich, 1764) | Һирәк осоп инеүсе төр | Ҡағараҡтар (Gavia Forster, 1788) |
Таралыуы
үҙгәртергәҠағараҡ һымаҡтар Европа төньяғының тундра һәм урманлы зоналарында, Азияла һәм Америкала, төньяҡта иң алыҫ утрауҙарҙа таралған; Азияла шулай уҡ дала күлдәрендә һәм көньяҡ Себерҙең тау һырттарында осрайҙар. Ҡағараҡтар ғүмерҙәрен һыуҙа йәки һыу янында үткәрәләр. Диңгеҙ яр буйҙарында һәм йылға, күлдәрҙә лә осрайҙар. Туңмай торған диңгеҙҙәрҙең яр буйҙарында ҡышлайҙар. Европала ул Төньяҡ һәм Балтик диңгеҙҙәре, ә шулай уҡ Урта диңгеҙҙең төньяғы. Америкала Тымыҡ океан ярҙарынан көньяҡҡа Калифорния ярымутрауына ҡәҙәр һәм Атлантик океан яр буйҙарында Флоридаға тиклем. Азияла Хайнань утрауынан Ҡытай ярҙарында осрайҙар.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәҠағараҡ һымаҡтар — байтаҡ эре ҡоштар, йәшәү рәүеше һыу мөхите менән тығыҙ бәйләнгән. Был ҡағараҡтарҙың морфологияһына ҙур йоғонто яһаған: йомро, һуҙыңҡы кәүҙә, оҙон һығылмалы муйын, аяҡтары кәүҙәһенең арҡы өлөшөнә сығарылған. Ҡауырһын ҡатламы тығыҙ, ҡуйы, ҡалын мамыҡ ҡатламы. Һалҡындан тире аҫтындағы май ҡатламы ла һаҡлай. Йөҙөү ярылары ҡаҙ һымаҡтарҙыҡы кеүек үк. Алғы өс бармаҡтары оҙон һәм йөҙөү ярылары менән тоташҡан. Артҡы бармағы ҡыҫҡа һәм насар үҫешкән, башҡаларынан өҫтәрәк урынлашҡан, тар ғына йөҙөү ярыһы бар. Аяҡтары көслө, әммә ҡоро ерҙә йөрөүгә яраҡлашмаған, ғәҙәттә, аяҡтары һәм ҡанаттары менән этәрелеп, түшендә шыуыша. Бәкәл һөйәге ҡауырһынһыҙ, ныҡ ҡалын, мөгөҙ япмаһы ла ҡалын һәм алдан йыйырсыҡлы, арттан - шыма. Ҡанаттары осло, сағыштырмаса тар һәм ҡыҫҡа. Суҡышы осло, беҙ һымаҡ, танау тишектәре ярыҡ кеүек үтә тишек , сумғанда һыу инмәһен өсөн тиреле клапаны бар. Мамыҡ аптерияларҙы ла, шулай уҡ птерияларҙы ла ҡаплай. Ҡауырһындарының өҫтәмә көпшәләре бар. Ҡоймос биҙе ҡауырһын менән ҡапланған.
Ҡағараҡ һымаҡтарҙың кәүҙә оҙонлоғо 53 см-ҙан 91 см-ға ҡәҙәр, ҡанаттарының йәйеме 106 һәм 152 см, ауырлығы 1 – 6.4 кг тирәһе. Ҡанаттары менән йыш һелтәп, тиҙ осалар. Осоп барыусы ҡағараҡтарҙың ҡанаттарының ҡыҫҡа булыуы күҙгә салына, аяҡтары артҡа ныҡ һонолғандар, хатта ҡойроҡ кеүек күренә. Осҡанда ҡағараҡтар муйындарын аҫҡа бөгөп бер аҙ "көмөрәйгән" кеүек тойолалар, бының менән ҡаҙҙарҙан һәм өйрәктәрҙән айырылалар.
Тауыштары көслө һәм төрлө. Үҙәккә үткес олоуҙан йәки ыңғырашыуҙан тора. Бала сығарған ваҡыттына көслө ҡысҡырыу "ҡа-ҡа-ҡа-ррра" хас. Иҫкәртеү тауышы ҡарға ҡарҡылдағанға оҡшаған.
Ата һәм инә ҡоштарҙың тышҡы ҡиәфәте бер үк: ҡорһаҡ яғы аҡ, арҡаһы яғы – аҡ йәки һорғолт-ҡуңыр сыбарланған ҡара, башы һәм муйыны һәр төргә хас булған һүрәт менән. Йәш ҡоштарҙың, шулай уҡ оло ҡоштарҙың ҡышлау ваҡытында бындай һүрәттәре булмай, төҫтәре бер төрлөрәк – кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө - аҡ һәм өҫкө яғы ҡара. Ҙур ҡоштарҙың ҡауырһындарын алмаштырыу көҙ осоп китер алдынан башлана, һәм “никах” кейеме тоноҡ ҡышҡы кейемгә алмашына. Ҡышлау уртаһында бер юлы елпеүес ҡауырһындар ҡойола һәм ҡоштар 1 – 1,5 айға осоу һәләтен юғалта. Апрель тирәһенә ҡоштар йәйге кейемгә эйә булалар.
Ҡағараҡ һымаҡтар яҡшы йөҙәләр һәм сумалар. Бөтә ғүмерҙәрен һыуҙа үткәрәләр. Улар күберәген диңгеҙ ҡоштары, сөсө һыу ятҡылыҡтарында бала сығарғанда, осоп киткәндә һәм килеү осоронда ғына булалар, ә ҡалған ваҡытта тик диңгеҙ янында. Оҙаҡ йүгереп килеп, елгә ҡаршы һыу өҫтәнән осоп китәләр. Шулай уҡ һыуға ултыралар, бының өсөн ҡанаттарын күтәрә биреп, аяҡтарын артта ҡалдырып, түштәренә төшәләр. Һыуҙа түбән ултыралар, хәүеф тыуғанда, осоп китмәйҙәр, ә һыуға сумалар. Һыу аҫтында, ғәҙәттә, кәүҙәһенең артҡы яғына сығып торған аяҡтары ярҙамында йөҙәләр.Сумыр алдынан ҡағараҡ һымаҡтар ҡауырһындарын тәндәренә ныҡ ҡыҫалар, һөҙөмтәлә ҡауырһындар араһындағы һауа сыға һәм ҡоштоң ауырлығы арта. Сумғанда башты һәм муйынды аҫҡа һәм алға батыралар, бәкәлдәрен һәм бармаҡтары алға һонолған аяҡтарын ҡорһаҡтарына ҡыҫалар, аҙаҡ енсектәрен тура мөйөш яһап тышҡа борғас, бармаҡтары өҫтөнлөклө (латераль) торош ала. Шунан һуң бәкәлдәрен тиҙ генә турайтып һәм бармаҡтары айырылған аяҡтарын артҡа һәм әҙерәк өҫкә йүнәлтеп, ҡошто һыуға сумдырыусы этәреү яһала. Этәрелеүҙең аҙағында тәпәйҙәр киң итеп ҡуйыла, бармаҡтар ярыларҙы тарталар, ә һуңынан аяҡтар бер-береһенә яҡыная, һыу ҡыҫыла һәм ситкә ташланыла. Ҡош һыуға сума.
Ҡағараҡтар ҡайһы саҡта 75 метр тәрәнлеккә сумып, 300 метр йөҙөп үтеп, һыу аҫтында һигеҙ минутҡа ҡәҙәр ҡалалар. Сумғанда, ҡайһы саҡта, ҡанаттарын да ҡулланалар. Әммә, ғәҙәттә ҡанаттары арҡаһына тығыҙ һалына. Еүешләнеүҙән һаҡлар өсөн арҡаһындағы һәм ян-яҡтарындағы, ҡанаттарындағы япма ҡауырһындар менән көпләнгәс, махсус "кеҫә" барлыҡҡа килә. Ҡойроҡ өҫтөндәге ҡоймос биҙе бүлеп сығарған май менән ҡауырһындарын майлау ҙа еүешләнеүҙән һаҡлай.
Туҡланыуы
үҙгәртергәҠағараҡ һымаҡтар ваҡ балыҡтар һәм умыртҡаһыҙҙар менән туҡланалар. Уларҙың бөрләтәүҙәрендә моллюскалар, селәүҙәр, бөжәктәр тапҡандар. Был хайуан төркөмдәре бигерәктә ҡошсоҡтарҙың туҡланыуында ҙур әһәмиәткә эйәләр. Ҡайһы саҡ үҫемлектәр менән дә туҡланалар. Һыу аҫтында бәләкәйерәк табышты бөтәүләй йоталар, эрерәктәрен һыу өҫтөнә сығаралар һәм башынан йоталар. Себештәренә аҙыҡты суҡыштарында түгел, ә йотҡолоҡтарында килтерәләр.
Үрсеүе
үҙгәртергәЭкологик йәһәттән төркөм бер ишле. Ҡоштарға өс йәш тулғас, үрсей башлайҙар. Моногамдар. Һыу буйында, үләнле һөҙәк ярҙа парлап оя ҡоралар. Оя һыуға яҡын, ғәҙәттә һөҙәк ярҙа үлән араһында урынлаша һәм шул уҡ оя янында үҫкән үләндәрҙән, һәм ҡыу үләндәрҙән яһала. Оянан һыуға бер йәки ике һуҡмаҡ төшә, улар буйлап ҡош һыуға төшә һәм ояға ҡайта. Һаҙматлы урындарҙа оя ҙур, еүеш, серей башлаған үләндәрҙән яһала. Улаҡ әллә ни тәрән булмай, оя һәр ваҡыт еүеш.1 - 3 (йышыраҡ 2) йомортҡа һалалар. Улар оҙонсай формала, ҡара-ҡуңыр йәки ҡара сыбар йәшкелт һоро төҫтә булалар. Йомортҡаларҙы парҙың ике ағзаһы ла 25 - 29 тәүлек баҫа. Ҡошсоҡтар ҡуйы ҡара-һоро мамыҡ менән ҡапланған. Морнланып сыҡҡас та улар йөҙә һәм сума алалар, әммә беренсе көндә ярҙа үлән араһында боҫоп ултыралар. Башта инә һәм ата ҡош ҡошсоҡтарҙы ашаталар. Үҫә төшкәс, аҙыҡты үҙ аллы таба башлайҙар. 6-7 аҙналыҡ ҡошсоҡтар оса башлайҙар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)
Сығанаҡ
үҙгәртергә- Татар энциклопедияһы. Ҡазан, 2008 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гагары // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)