Немыцкий Виктор Владимирович

Совет математигы, физика-математика фәндәре докторы, профессор.

Немыцкий Виктор Владимирович (22 ноябрь 1900 йыл, Смоленск — 7 август 1967 йыл, Чульча йылғаһының үре) — ғалим-математик, физика-математика фәндәре докторы (1934), профессор. Дифференциаль һәм интеграль тигеҙләмәләр, функциональ анализ, топология өлкәһендәге хеҙмәттәр авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

Немыцкий Виктор Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 22 ноябрь 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Смоленск, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 август 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Чульча, Алтай Республикаһы, Алтай крайы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Введенское зыяраты[d][1]
Хәләл ефете Бари Нина Карловна[2]
Һөнәр төрө математик, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө интегральное уравнение[d], топология, функциональ анализ һәм дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы[d]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Мәскәү университетының физика-математика факультеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]
Ғилми етәксе Павел Сергеевич Александров[d] һәм Вячеслав Степанов[d]
Аспиранттар Борис Павлович Демидович[d], Миллионщиков, Владимир Михайлович[d], Барбашин, Евгений Алексеевич[d], Zhang Zhifen[d], Robert E. Vinograd[d][3], Aristide Halanay[d][3], Boris Fedorovich Bylov[d][3], Vadim Matveevich Grobman[d][3], Leonid Semenovich Gnoenskii[d][3], Sergey Alekseevich Maksimov[d][3], Mordukhai Moiseevich Vainberg[d][3], Vladimir Mikhailovich Cheresiz[d][3], K. S. Malii[d][3], Yury Valentinovich Malyshev[d][3], I. M. Lavrentiev[d][3], Dzhumbar Polikarpovich Zeragiya[d][3] һәм Yurii Aleksandrovich Klokov[d][3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР-ҙың спорт мастеры Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Вики-проект Проект:Математика[d]

Ҡатыны — билдәле математик Нина Карловна Бари.

Биографияһы

үҙгәртергә

Гимназияла математика уҡытыусыһы Немыцкий Владимир Васильевич ғаиләһендә тыуған. Әсәһе Анна Михайловна (ҡыҙ фамилияһы Катинская), шулай уҡ уҡытыусы була. 1904 йылда ғаилә Мәскәүгә күсеп килә, атаһы гимназияла уҡытыуын дауам итә. Урта белемде Мәскәүҙең Воскресенский реаль мәктәбендә ала, унда математика буйынса беренсе уҡытыусыһы ул ваҡытта билдәле математик-педагог Константин Николаевич Рашевский була.

1921 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетының математика бүлегенә уҡырға инә һәм шул ваҡыттан алып үҙенең тормошон Мәскәү университеты менән бәйләй. Лузитанияға инә. МДУ-ны тамамлағандан һуң (1925) П. С. Александров һәм В. В. Степанов етәкселегендә аспирантурала уҡый (1925—1929).

1930-сы йылдарҙа В. В. Степанов менән берлектә «Качественная теория дифференциальных уравнений» монографияһын яҙа (1947 йылда ғына нәшер ителгән). Унда донъя фәнни әҙәбиәтендә тәүге тапҡыр, Мәскәү университеты янындағы авторҙар етәкселегендәге дифференциаль тигеҙләмәләрҙең сифат теорияһы буйынса семинарҙың эше нигеҙендә, был өлкәләге бөтә төп журнал әҙәбиәте, шул иҫәптән авторҙарҙың һәм уларҙың уҡыусыларының баҫылмаған мәҡәләләре системалаштырыла һәм ижади эшкәртелә. Китап бөтә донъяға билдәлелек яулай.

«Теория показателей Ляпунова» монографияһы уның уҡыусылары Б Ф. Былов, Р.. Э. Виноградов һәм Д. М. Гробман менән авторҙашлыҡта яҙылған. Унда авторҙарҙың В. В. Немыцкий етәкселегендәге сифат теорияһы буйынса семинарҙа башҡарған һәм һыҙыҡлыға яҡын системаларҙың сығарылыштары асимптотикаһының төрлө мәсьәләләре менән бәйле һөҙөмтәләре дөйөмләштерелә.

В. В. Немыцкий Мәскәү математика йәмғиәтенең юғары техник уҡыу йорттары секцияһы рәйесе була. М. И. Слудская һәм А. Н. Черкасов менән берлектә университет өсөн «Математик анализ курсы»н яҙалар.

40 йыл самаһы Мәскәү университетында уҡыта, «Ябай дифференциаль тигеҙләмәләр» төп курсын уҡый һәм уҡыу һәм фәнни семинарҙар менән етәкселек итә. СССР фәнни мәктәбен ойоштора, уның күп кенә уҡыусылары күренекле математиктар булып китәләр. В. Немыцкийҙың башҡа илдәрҙә лә (Польшала, Румынияла, Ҡытайҙа) укыусылары бар.

Студент йылдарынан башлап бөтә ғүмере буйы әүәҫ сәйәхәтсе була. Географтар араһында СССР-ҙың бейек таулы райондарын тикшереүсе булараҡ билдәле. Кавказда уны башлап асыусылар Немыцкий һәм А. Н. Тихонов хөрмәтенә аталған артылыш бар. Гербарийҙар йыя һәм эшкәртә. Мәскәү ғалимдар йорто туристик секцияһы рәйесе була. Туризм өлкәһендәге уңыштары өсөн В. В. Немыцкийға 1950 йылда туризм буйынса спорт мастеры исеме бирелә.

Студент йылдарында уҡ В. В. Немыцкий һәм [Тихонов Андрей Николаевич|А. Н. Тихонов] Төньяҡ Кавказдан Кавказ аръяғына Кавказ һырты аша, быға тиклем тикшерелмәгән урындарға юлға сыға һәм улар менән тик примитив ҡорамалдар (бер боҙ балтаһы һәм бер балта) була. Сама менән шул ваҡыт тирәһендә тәжрибәле альпинистарҙың яҡшы йыһазландырылған төркөмө был һыртты көньяҡтан төньяҡҡа штурмлай. Һврттың иң өҫкө өлөшөндә өҙөлгән төймә (А. Н. Тихонов плащынан) табылғас, был төркөм ағзаларының ғәжәпләнеүҙәренең сиге булмай. Эҙләнеүҙәрҙән һәм һорашыуҙарҙан һуң асыҡланыуынса, альпинистарҙан алда һырт аша В. В. Немыцкий һәм А. Н. Тихонов үткән. Альпинистарҙың был төркөмө яңы һыртты тасуирлай һәм уны «Немыцкий-Тихонов» исеме менән атай. Был исем аҫтында һырт беҙҙең көндәргә тиклем билдәле. [4]

1967 йылдың июлендә ҙур булмаған төркөм составында Алтайға (Енисей һәм Обь йылғалары бассейндарын айырып торған Шапшал һырты районына) сәйәхәт ҡыла. Диңгеҙ кимәленән 2200 метр бейеклектә Чулча йылғаһының үрге ағымында 6 августан 7 авгусҡа ҡарай төнөндә ҡапыл вафат була. Уның кәүҙәһен Мәскәүгә алып киләләр һәм Введенск зыяратында Н. К. Бари менән йәнәш ерләйҙәр (8 участка).

Библиография

үҙгәртергә

70-тән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән, бер нисә монография авторы һәм авторҙашы.

Туризм һәм география буйынса баҫылған хеҙмәттәре исемлеге

үҙгәртергә
  1. В хребтах Тянь-Шаня и Памира, сб. «К вершинам советской земли», М., Географгиз, 1949.
  2. Поездка в Заалайский хребет, сб. «Побежденные вершины, Год 1954», М., Географгиз, 1957.
  3. Чаткап, сб. «Побежденные вершины, Год 1951», М., Географгиз, 1952 (совм. с Е. А. Казаковой и С. М. Лукомским).
  4. В центре Тянь-Шаня, газета «Советский спорт», № 16, 1952 (совм. с Е. А. Казаковой).
  5. Новые данные об обледенении в хребтах Чакир-Корум, Барколдай и Кок-Шаал, Исследование ледников СССР, вып. 2—3, 1935 (совм. с А. А. Летаветом).
  6. Теберда (путеводитель), изд. Московск. Дома ученых, 1934 (совм. с Б. Н. Делоне, М. В. Зимиловой и О. И. Каленкиной)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Плоскость Немыцкого в общей топологии — пример совершенного не нормального пространства.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә