Әхмәтйәнова Нелли Васильевна

(Нелли Ахметжанова битенән йүнәлтелде)

Әхмәтйәнова Нелли Васильевна (8 июнь 1946 йыл) — музыка белгесе, фольклорсы, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1991), профессор (1999). 1982 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).

Нелли Васильевна Әхмәтйәнова
Тыуған

8 июнь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (78 йәш)

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

музыка белгесе

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2005).

Биографияһы

үҙгәртергә

Нелли Васильевна Әхмәтйәнова Өфө ҡалаһында 1946 йылдың 8 июнендә тыуған.

1973 йылда Ҡазан консерваторияһын тамамлаған.

Ҡазан консерваторияһын тамамлағандан һуң уҡытыусы булып эшләй, 1991 йылдан алып — башҡорт музыкаһы кафедраһы мөдире, 1997 йылдан алып — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыкаль фольклористика кафедраһы мөдире.

Сәнғәт фәндәре кандидаты (1991), профессор (1999). «Башҡорт инструменталь музыкаһы. Мираҫ» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын 1991 йылда яҡлаған.

Ғилми хеҙмәттәре башҡорт инструменталь халыҡ музыкаһы жанрҙары үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, башҡорт композиторҙарының һәм башҡарыусыларҙың ижадына бағышланған.

1970-1990 йылдарҙа Нелли Васильевна Башҡортостан буйлап фольклор экспедицияларында ҡатнаша. Экспедициялар ваҡытында ул яҡынса 2 мең башҡорт халыҡ көйҙәрен яҙып алған һәм улар эсенән 500 тирәһен нотаға һалған.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Әхмәтйәнова Нелли Васильевна — яҡынса 100 фәнни хеҙмәттәре, башҡорт музыкаль фольклоры буйынса училищелар һәм вуздар өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары авторы.

  • Ахметжанова Н. В. Башкирская этномузыкология: исследование. Ч.1. Изд., 2-е доп. /
  • Н. В. Ахметжанова. — Уфа: Вагант, 2008. — 160 с.: нот. Ахметжанова Н. В. Башкирская этномузыкология: исследование. Ч.2. /
  • Н. В. Ахметжанова. — Уфа: Вагант, 2009. — 124 с.; нот.
  • Ахметжанова Н. В. В мире башкирской музыки: сб. ст. /
  • Н. В. Ахметжанова. — Уфа, 1996. — 119 с.
  • Ахметжанова Н. В. Деятели культуры и искусства Башкортостана в годы Великой Отечественной войны
  • Н. В. Ахметжанова, Р. К. Ялалитдинова // Урал-Алтай: Через века в будущее. Материалы V Всероссийской научной конференции, посвящённой III Всемирному курултаю башкир (25-27 марта, 2010). II том. История. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН , 2010. — С. 18-22.
  • Ахметжанова Н. В. Её призвание — музыка / Н. В.
  • Ахметжанова // Ватандаш. — 2009. — № 3. — С.168-174.
  • Ахметжанова Н. В. Композиторы и этномузыкологи Башкортостана: избр. ст. /
  • Н. В. Ахметжанова. — Уфа: Вагант, 2009. — 56 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүлктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2005)

Һылтанмалар

үҙгәртергә