Некрасов Борис Владимирович

Некрасов Борис Владимирович (18 сентябрь 1899 йыл24 июнь 1980 йыл), ғалим-химик. СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1946).

Некрасов Борис Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 18 сентябрь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 24 июнь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө химик
Эшмәкәрлек төрө теоретическая химия[d][2]
Эш урыны Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты
Уҡыу йорто Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Борис Владимирович Некрасов 1899 йылдың 18 сентябрендә Мәсуәүҙә тыуған. 1924 йылда Г. В. Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтын тамамлай. Артабан башҡа юғары уҡыу йорттарында эшләй.

1927 йылдан ул Мәскәү юғары технология училищеһының химия факультетында эшләй. 1930 йылда ул Юғары химия-технология училищеһына әүерелә. 1931 йылда-2-се Мәскәү химия-технология институтында, 1932 йылдан Хәрби химия һаҡлау академияһында[3] эшләй.

1939-1960 йылдарҙа Мәскәүҙең төҫлө металл һәм алтын институтының кафедра мөдире вазифаһында эшләй. Бер үк ваҡытта 1937-1941 һәм 1943-1948 йылдарҙа - Мәскәү туҡыма институтында[3] эшләй.

1946 йылдың 4 декабренән - СССР Фәндәр академияһының Химия фәндәре бүлегендә (Дөйөм һәм органик булмаған химия) ағза-корреспондент[4] [5] .

Ул 1980 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә вафат була. Кунцево зыяратында ерләнгән[6].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Башлыса теоретик химия өлкәһендә эшләй. Эшенең төп темалары: гомологик рәттәр һәм цис-транс-изомерия (1927), периодик система структураһын өҫтәмә нигеҙләүгә әүерелгән электрон аналогтар тураһында тәғлимәт (1935), бороводородтар төҙөлөшө һәм үҙсәлектәре (1940), химик элементтарҙың электр оҡшашлығы (1946), индукцион үҙ-ара тәьҫир итешеүҙе иҫәпләү ысулы (углеводородтар миҫалында)(1968), молекуляр электростатика (1970 йылдан) [3].

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә

(тулы булмаған исемлек) [4] :

  • «Курс общей химии», М., 1935
  • «Курс общей химии», М., 1962 (всего не менее 14 изданий)
  • «Учебник общей химии», М., 1963
  • двухтомная монография «Основы общей химии», М., 1965
  • «Основы общей химии», М., 1967
  • «Основы общей химии», М., 1969
  • «Основы общей химии», М., 1970
  • «Основы общей химии», М., 1973
  • «Основы общей химии», М., 1974
  • «Учебник общей химии», М., 1981
  • «Учебник общей химии», М., 1988
  • «Основы общей химии», СПб., 2003

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Профиль Некрасов Борис Владимирович на официальном сайте РАН

Һылтанмалар

үҙгәртергә