Наталья Гаврилица
Наталья Гаврилица (рум. Natalia Gavrilița, 21 сентябрь 1977 (47 йәш), Малаешты[d], Молдавия Совет Социалистик Республикаһы) — Молдавия дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. «Теләктәшлек һәм хәрәкәт» партияһының вице-рәйесе[4]. Элек — Молдавияның финанс министры (2019)[5][6].
Наталья Гаврилица | |
рум. Natalia Gavrilița | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Молдова Румыния[1] СССР |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рум. Natalia Catrinescu |
Тыуған көнө | 21 сентябрь 1977 (47 йәш) |
Тыуған урыны | Малаешты[d], Молдавия Совет Социалистик Республикаһы |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы, сәйәсмән, юрист |
Биләгән вазифаһы | глава правительства Молдавии[d][2], депутат Парламента Молдавии[d] һәм министр финансов Молдавии[d] |
Уҡыу йорто |
Молдавский государственный университет[d] Школа управления им. Джона Ф. Кеннеди[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Партия «Действие и солидарность»[d][3] |
Сәйәси идеология | социал-либерализм[d][3] |
Наталья Гаврилица Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәНаталья Гаврилица 1977 йылдың 21 сентябрендә[5] Малаешты ауылында тыуған (Днестр буйы)
2000 йылда Молдавия юридик университетының юридик факультетын, 2005 йылда Джон Ф.Кеннеди идара итеү мәктәбен — Гарвард университеты факультеттарының береһен тамамлай[5], дәүләт сәйәсәте магистры дәрәжәһен ала[6].
2000—2003 йылдарҙа Кишиневта АҠШ илселеге ҡарамағында Сәйәси һәм иҡтисади эштәр бюроһында сәйәси мәсьәләләр буйынса ассистент булып эшләй, 2005 йылда — Вашингтонда Бөтә донъя банкының Европа һәм Үҙәк Азия буйынса офиста вице-рәйестең кәңәшсеһе, 2005—2006 йылдарҙа — стажер, ә һуңынан Брюсселдә Европа комиссияһында иҡтисад һәм финанс баш идаралығында консультант булып эшләй[5][6].
2007—2008 йылдарҙа — Молдавияла Иҡтисад һәм сауҙа мингистрлығы ҡарамағында сәйәси идара итеү һәм макроиҡтисади программаларҙың үҫеше идаралығы етәксеһе, 2008—2009 йылдарҙа — Молдавия хөкүмәте янында ярҙам күрһәтеү һәм координациялау программалары идараһының башлығы[5][6].
2009—2013 йылдарҙа — өлкән консультант, артабан Оксфордта урта һәм түбән килем менән үҫешкән илдәрҙең статистика программаһының анализлау, иҫбатлау һәм яуаплылыҡ ысулы менән шөғөлләнгән Oxford Policy Management халыҡ-ара консалтинг компанияла менеджер[5][6].
2013—2014 йылдарҙа — Молдавия мәғарифы министрлығының аналитика, мониторинг һәм сәйәсәте идаралығының баш консультанты[5] (был осорҙа мәғариф министры Майя Санду була)[6].
2014—2015 йылдарҙа — Молдавия мәғариф министрлығының дәүләт секретары[5][6].
2015—2019 йылдарҙа — Лондонда Global Innovation Fund (GIF) генераль директоры[5][6].
2017 йылдан — Лидеры Майя Санду булған «Теләктәшлек һәм хәрәкәт» партияһы ағзаһы[6], хәҙерге ваҡытта — вице-рәйесе[4].
2019 йылдың 8 июнендә Майя Санду хөкүмәтендә финанс министры портфелен ала. 12 ноябрҙә Молдавия парламенты Майя Санду хөкүмәтенә ышанмаусанлыҡ вотумын белдерә[5][7]. 2021 йылдың 27 ғинуарында Молдавия президенты Майя Санду Гаврилицаның кандидатураһын премьер-министр вазифаһына тәҡдим итә[5] был пост Иона Кику отставкаға киткәс буш була[8], ләкин 11 февралдә Молдавия парламенты Гаврилица күрһәткән хөкүмәт составын бер тауыштан кире ҡаға[6]. 11 февралдә Майя Санду ҡабаттан Наталья Гаврилицаны кандидат итеп премьерлыҡҡа тәҡдим итә[9][4]. Румын, рус, инглиз, француз һәм испан телдәрен белә[5].
Шәхси тормошо
үҙгәртергәКейәүҙә[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Natalia Gavriliță: Am cetățenie dublă și sunt și româncă, și moldoveancă, nu văd o contradicție în termeni
- ↑ Natalia Gavrilița // Cabinet Ministers | Government of Republic of Moldova (ингл.)
- ↑ 3,0 3,1 Partidul Acțiune și Solidaritate
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Санду отказалась выдвигать нового кандидата в премьеры . РИА Новости (26 февраль 2021). Дата обращения: 28 март 2021.
- ↑ 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 Биография Натальи Гаврилицы . РИА Новости (27 ғинуар 2021). Дата обращения: 28 март 2021.
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 Гаврилица, Наталья . ТАСС.
- ↑ Парламент Молдавии отправил в отставку правительство Санду . РИА Новости (12 ноябрь 2019). Дата обращения: 28 март 2021.
- ↑ Санду выдвинула на пост премьера Молдавии экс-министра финансов Наталью Гаврилицу . ТАСС (27 ғинуар 2021). Дата обращения: 28 март 2021.
- ↑ Президент Молдавии повторно выдвинула кандидатом в премьеры Наталью Гаврилицу . ТАСС (11 февраль 2021). Дата обращения: 28 март 2021.