Настасья Микулишна (рус фольклоры)

Настасья Микулишна (Настасьюшка Никулична) — ҡыҙ-батыр, былина батыры Микула Селяновичтың кесе ҡыҙы[1];«Добрыня һәм йылан», «Добрыняның никахы», «Алеша Поповичтың уңышһыҙ никахы» былиналарында Добрыня Никитичтың ҡатыны[2].

Настасья Микулишна
Настасья Микулична — 3s7-,fnsh
Настасья Микулична — 3s7-,fnsh

былинала ҡыҙ-батыр

Мифология

Славян мифология8s

Атаһы

Микула Селянинович

Апаһы

Василиса Микулишна

Ире

Добрыня Никитич

Бәйле персонаждар

Ер-Әсә

Телгә алынған
  • «Добрыня и змей»
  • «Женитьба Добрыни» («Добрыня и Настасья»)
  • «Неудавшаяся женитьба Алёши Поповича»
  •  Настасья Микулишна (рус фольклоры) Викимилектә

    Ҡыҙ-батыр образы

    үҙгәртергә

    Настасья Микулишна — рус эпосында ике героиняның исеме. Шуларҙың береһе — поленица (баһадир).

    Былина Добрыняның Настасьяға өйләнеүе тураһында былина ике төп вариантта билдәле. Ҡайһы берҙә ниндәйҙер көс Добрыняны Настасья Микулишна менән алыштан һаҡлай, уны ул тәүҙә батыр ир-егет тип ҡабул итә.

    Икенсе вариантта, Йыланды еңгәндән һуң, Добрыня, ҙур батырҙы күреп, уның менән алыша, әммә хурлыҡлы рәүештә еңелә. Настасья «Добрыняны, бөҙрә сәстәренән матҡып алып, эйәренән һөйрәп төшөрә». Иғтибар итмәйенсә, ул Добрыняны кеҫәһенә тығып ҡуя, ә һуңынан кеҫәгә кемде һалдым икән, тип аптырай. Әгәр батыр оҡшаһа, мин уға кейәүгә сығасаҡмын, әгәр оҡшамаһа, башын ҡырҡасаҡмын, тип ҡарар итә. Добрыняны кеҫәһенән алғас, уны оҡшата һәм уға кейәүгә сыға.

    Настасья — тағы бер былинаның — «Алёша Поповичтың уңышһыҙ никахы» героиняһы. Был әҫәрҙә кенәз Владимир Добрыняны ҡатмарлы күрһәтмәләр менән «урҙаға» оҙата. Настасья Добрыняны ун ике йыл көтә, әммә һуңынан Добрыниҙың һәләк булыуы тураһында ялған хәбәр килгәс, кенәз Владимир Настасьяны Алеша Поповичҡа кейәүгә сығырға мәжбүр итә. Быны Добрыня белеп ҡала һәм кәмитсе булып кейенеп, туйға килә. Шулай ҙа Настасья Микулишна ирен таный.

    Йәнһүрәттәрҙә

    үҙгәртергә

    Өс батыр тураһында «Мельница» студияһы йәнһүрәттәрендә уның исеме — Настасья Филипповна.. Аленушка һәм Любаванан айырмалы рәүештә, Добрыня Никитичтың ҡатынының исеме эпик героиняға оҡшаш. Настасьяны Елена Шульман һәм Юлия Зоркина уҡып ишеттерә.

    Шулай уҡ ҡарағыҙ

    үҙгәртергә
    • Василиса Микулишна
    • Поединок Дуная Ивановича и Добрыни Никитича

    Иҫкәрмәләр

    үҙгәртергә
    1. Новиков М. В., Перфилова Т. Б. Маскулинность и женственность героев народного эпоса в трактовке Ф. И. Буслаева // Вестник Костромского государственного университета, 2019
    2. Колесникова И. Ю., Емашов В. О. Образ женщины-воина — как отражение исторической эпохи(недоступная ссылка) // Актуальные проблемы гуманитарных и социально-экономических наук, № 1 (76), 2021 — С. 42-46

    Һылтанмалар

    үҙгәртергә
    Галерея:

    Ҡалып:Богатыри и витязи русской земли