Василиса Микулишна (рус фольклоры)

Василиса Микулишна — ҡыҙ-батыр, былина батыры Микула Селяновичтың өлкән ҡыҙы, «Про прекрасную Василису Микулишну» и «Ставр Годинович» былиналарындағы (бер сюжеттың ике версияһы бар) Ставр Годиновичтың ҡатыны

Василиса Микулишна
Соломко Сергей Сергеевич. Василиса Микулишна
Соломко Сергей Сергеевич. Василиса Микулишна

былина ҡыҙ-батыры

Мифология

Славян мифология8s

Атаһы

Микула Селянинович

Апаһы

Настасья Микулишна

Ире

Ставр Годинович

Бәйле персонаждар

Ер-Әсә

Телгә алынған
  • «Про прекрасную Василису Микулишну»
  • «Ставр Годинович»
  •  Василиса Микулишна (рус фольклоры) Викимилектә

    Былинаның сюжеты

    үҙгәртергә

    Василиса Микулишна — сикһеҙ көслө баһадир ҡыҙ, аҡыллы, ҡыйыу һәм тыйнаҡ. Иренә ҡатынының өҫтөнлөктәре тураһында башҡаларға һөйләп маҡтанырға рөхсәт итмәй. Әммә Ставр Годинович ҡатынын тыңламай — Киевта кенәз Владимирҙың мәжлесендә маҡтана, бының өсөн өсөн подвалға эләгә.

    Владимир уның ҡатынын һарайына алып килергә ҡуша. Бәхетһеҙлек тураһында ишеткәс, ул татар илсеһе (башҡа версияла король ляховецкийҙың улы) булып кейенә һәм үҙен Василий тип таныштыра. Ләкин Забава Путятична шунда уҡ уның ир булып кейенгән ҡатын-ҡыҙ икәнен аңлай. Владимир, ҡунаҡтың ир-егетме, әллә ҡатын-ҡыҙмы икәнен белергә тырышып, һынау үткәрергә була. Василиса уны алдай, Забава Путятичнаны үҙенә ҡатынлыҡҡа талап итә, ә туй мәжлесендә татар илсеһе, «йырсы гуслярҙар насар», тип Ставрҙы килтереүҙе талап итә. Ставрҙы үҙе менән алып китә һәм һуңынан иренә дөрөҫөн һөйләй. Шунан Василиса менән Ставр үҙҙәренә, Черниговҡа, китә (икенсе версияһында Литваға). Былина ошоноң менән тамамлана.

    Былинала ҡыҙ-батырҙың Киевҡа ҡаршы булыуы һиҙелә. Бик көслө булһа ла, ул үҙенең ғәҙәттән тыш көсөн ҡулланмай, был йәһәттән атаһына оҡшай. Ҡөс эйә булыу уны ҡулланыуҙа түгел.

    Йәнһүрәттәрҙә

    үҙгәртергә
    • Василиса Микулишна (1975; СССР), режиссёры — Роман Давыдов, Василисаны Анна Каменкова уҡып ишеттерә.

    Шулай уҡ ҡарағыҙ

    үҙгәртергә

    Иҫкәрмәләр

    үҙгәртергә

    Һылтанмалар

    үҙгәртергә