Хәсән Назар

башҡорт шағиры, тәржемәсе
(Назаров Хәсән Мөҙәрис улы битенән йүнәлтелде)

Хәсән Назар (Назаров Хәсән Мөҙәрис улы; 15 ғинуар 1942 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2017). Журналист-публицист һәм тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000), Рәми Ғарипов (2007) һәм Зәйнәб Биишева (2007) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2022).

Хәсән Назар
Исеме:

Назаров Хәсән
Мөҙәрис улы

Тыуған көнө:

15 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (82 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы , Ейәнсура районы, Таулыҡай ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, журналист-публицист, тәржемәсе

Ижад йылдары:

1965 —

Жанр:

шиғриәт, публицистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
(2022)
«Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты
Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты
Башҡортостандың халыҡ шағиры (2017)

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәсән Назар 1942 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Таулыҡай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ҡужанаҡ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, колхозда малсы булып, көтөү көтә. Бөрө ҡалаһында кооператив училищелә уҡығас, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләй. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Бөрйән районының Таң гәзитендә эшләп ала, баҫманың бүлек мөдире була. Ижадтың ысын тәмен татыған һәм тормошҡа ныҡлап аяҡ баҫҡан Хәсән Назар 1967 йылда Өфөгә юллана. Баш ҡалала ул журналист ҡәләмен тәүҙә «Ленинсы» (1990 йылдан «Йәшлек») гәзитендә һынап ҡарай, бер аҙҙан «Ағиҙел» журналы редакцияһына күсә. Әйтергә кәрәк, тормош һәм ижад тәжрибәһен етерлек туплағас һәм республикала билдәле әҙипкә әйләнгәс, ул был тос баҫмаға тағы әйләнеп ҡайта һәм журналдың бүлек мөдире йөгөн тарта. Ә 1971 йылдан «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзитендә хеҙмәткәр, 1974—1977 йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙары комитетында редактор була. 1975 йылда ситтән тороп СССР Яҙыусылар союзының Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. 1987 йылдан «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә») гәзите редакцияһында бүлек мөдире, 1990—1992 йылдарҙа «Йәшлек» гәзитенең яуаплы секретары, 1994—1995 йылдарҙа редактор урынбаҫары була. 1995—2001 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының шиғриәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй, аҙаҡтан 2007 йылға тиклем «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Әҙәбиәткә һәм шиғриәткә үҫмер осоронан тартылған әҙип әүҙем ижадта тәүге аҙымдарын уҙған быуаттың 60-сы йылдар аҙағы — 70-се йылдар башында яһай. Бөрйән район гәзитендә эшләгәндә ныҡлап ҡәләм тирбәтә башлаған Хәсән Назар, Өфөгә күсеү менән, бар булмышы менән ижади мөхит донъяһына сума. Нәтижәлә «Бөркөттәр төйәге» тигән беренсе йыйынтығын 1971 йылда уҡыусыларға тәҡдим итә. Ул бик йылы ҡабул ителә һәм тиҙ арала китап магазины кәштәләренән таралып та бөтә.

Ситтән тороп СССР Яҙыусылар Союзының Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған.

2017 йылдың 28 апрелендә Хәсән Назарға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде[1]

2022 йылдың 16 декабрендә «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде[2][3].

Шиғри йыйынтыҡтары

үҙгәртергә
  • Бөркөттәр төйәге: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1971. — 64 бит.
  • Шоңҡар сөйәм: Шиғырҙар, тәржемәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 112 бит.
  • Заман заңы: Шиғырҙар, поэмалар, тәржемәләр. — Өфө: Китап, 1995. — 158 бит.
  • Асманға ашыу: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2000.

Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Әҙип тураһында ваҡытлы матбуғат

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. Пресс-служба. Новости. Поздравления. 2017, 28 апреля 2017 йыл 11 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 апрель 2017)
  2. В Уфе наградили писателей и поэтов Башкортостана. Интернет-портал «Культурный мир Башкортостана», 16 декабря 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 декабрь 2022)
  3. Писателям и поэтам Башкортостана вручили госпремии. ИА «Башинформ», 20 декабря 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2022)
  4. «Ағиҙел» журналы, 2016, № 8 (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2016)
  5. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 23 ғинуар 2016 йыл 9 март архивланған.
  6. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 14 июнь(недоступная ссылка)
  7. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 15 март 2016 йыл 8 март архивланған.
  8. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 14 март 2017 йыл 3 сентябрь архивланған.
  9. «Башҡортостан» гәзите, 2011, 31 декабрь 2016 йыл 9 март архивланған.
  10. «Башҡортостан» гәзите, 2013, 9 ғинуар 2016 йыл 9 март архивланған.
  11. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 5 сентябрь 2016 йыл 8 март архивланған.
  12. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 15 февраль 2016 йыл 9 март архивланған.
  13. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 19 ғинуар 2016 йыл 9 март архивланған.
  14. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 17 ғинуар 2016 йыл 20 август архивланған.
  15. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 17 ғинуар(недоступная ссылка)
  16. «Башҡортостан» гәзите, 2011, 13 декабрь 2016 йыл 9 март архивланған.
  17. СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 2017, 28 апреля 2018 йыл 30 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 апрель 2017)
  18. Ҡотлайбыҙ. «Йәшлек» гәзите сайты, 2019 йыл, 3 декабрь 2019 йыл 4 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2019)
  • Күзбәков Ф. Т. Яҙмыш ҡиссаһы // Ватандаш. — 2005. — № 8. — С. 176—189. — ISSN 1683-3554.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар